Профессионаллекте даими үҫтереү, белгәндәрен уҡыусыларына еткереү, һәр тәрбиәләнеүсегә индивидуаль ҡараш, уртаҡ тел табыу – уның булмышында.
Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалы уҡытыусыһы, производствоға өйрәтеү мастеры Бикмөхәмәтова Сәриә Фауарис ҡыҙы юғары квалификациялы педагог, остаз, һөнәренең бөтә нескәлеген белгән оҫта ла. 30 йылдан ашыу ғүмерен һөнәрселек училищеһы, колледж менән бәйләгән уҡытыусы уҡыусылары өсөн яҡын дуҫҡа, икенсе әсәйгә әйләнеп бөткән.
Сәриә Фауарис ҡыҙы мәктәпте тамамлап килгән егет һәм ҡыҙҙарҙы ағастан художестволы әйберҙәр етештереүсе һөнәренә төшөндөрә. Туҙҙы эшкәртеү һәм унан төрлө әйберҙәр яһау буйынса бай тәжрибә туплаған уҡытыусы яңы, заманса технологиялар ярҙамында уларҙа бөгөнгө көндә кәрәкле оҫталыҡ һәм күнекмәләр формалаштырырға тырыша. Профессиональ эшмәкәрлектең яңы юлдарын эҙләп, ауыл хужалығы тармағы өсөн инновацион иҡтисад талаптарына яуап биргән эшсе кадрҙар әҙерләүгә күп көсөн һала оҫта.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙә урта һөнәри белем биреү уҡыусылары һәм йәштәр араһында WorldSkills чемпионаты уҙғарыла. Был чемпионатта үҙ төбәгендә иң яҡшыһы тип табылған ҡатнашыусылар 105 компетенция буйынса үҙ көстәрен һанай. Сәриә Фауарис ҡыҙы студенттарын «Ташты архитектур эшкәртеү» компетенцияһы буйынса әҙерләй һәм 2017 йылдан алып Сибай ҡалаһында уҙғарылған чемпионатта ҡатнашалар. 2017 йылда уҡыусыһы Илнур Зәйнетдинов төбәк чемпионатында «Таш юныу эше» йүнәлеше буйынса 3-сө урын алһа, 2018 йылда - Илнур Фәйзуллин, 2019 йылда Азат Әсеғолов, 2020, 2021 йылдарҙаАйбикә Вәлиева «Ташты архитектур эшкәртеү» йүнәлеше буйынса Сибай ҡалаһында уҙғарылған WorldSkills чемпионатында ҡатнашыу бәхетенә эйә булғандар.
Сәриә Фауарис ҡыҙы быйыл Өфөлә уҙғарылған «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) IX милли чемпионатында «Ташты архитектур эшкәртеү» компетенцияһында Сибай күп профилле һөнәрселек колледжы студенты Артур Юнысовтың эксперты һәм компатриоты сифатында ҡатнаша. Оҙайлы йәйге күнекмәләр юҡҡа үтмәй – Артур 3-сө урын яулай.
-Был еңеү Сибай колледжы өсөн дә, минең өсөн дә бик ҡыуаныслы ваҡиға. Артур тырыш, эшһөйәр егет, уның менән бик ғорурланам. Чемпионат көнө иртәнсәк БСТ каналының «Cәләм» тапшырыуында ҡатнаштыҡ һәм еңергә һүҙ бирҙек, - тине маҡсатына ирешкән уҡытыусы.
Сәриә Фауарис ҡыҙы тәрбиәләнеүсеһе Артур менән республика Башлығы вәғәҙә иткән 50-шәр мең һум күләмендәге аҡсалата премияға, шулай уҡ остаз үҙе юғары профессионаллек һәм фиҙакәр хеҙмәте, техник яҡтан оҙатыуы, 9-сы «Йәш профессионалдар» WorldSkills-2021 чемпионатына призер әҙерләгәне өсөн грамота менән бүләкләнә.
-Беҙҙең еңеүгә, ғөмүмән, һәр башланғысыма ышанып, ярҙам итеп торған коллективыма, етәксебеҙгә рәхмәт. Тырыш, аңлаусан, берҙәм хеҙмәттәштәр менән эшләүе еңел һәм уңайлы, - ти үҙүҫешкә һәм һөнәрен камиллаштырыуға күп көсөн һалған агросәнәғәт колледжы мастеры.
Сәриә апай ғаиләһендә лә хәстәрлекле әсәй, яратҡан ҡатын, уңған хужабикә. Тормош иптәше Фәнис ағай менән бер ҡыҙға һәм ике улға тәрбиә һәм белем биргәндәр. Ҡыҙҙары әсәһе кеүек педагог һөнәрен һайлаған, иптәше менән ике бала үҫтерәләр. Ата-әсәнең терәге һәм ғорурлығы булған игеҙәк улдары Даян һәм Данил да юғары белемлеләр. Хәрби хеҙмәттәрен үтәп ҡайтҡандан һуң Даян Ҡазан ҡалаһында төҙөлөш буйынса инженер, ә Данил Өфөлә электромонтер булып эшләп йөрөйҙәр.
Сәриә Фауарис ҡыҙының тормош девизы – туҡтамай алға барырға. Профессионаллекте даими үҫтереү, белгәндәрен уҡыусыларына еткереү, һәр тәрбиәләнеүсегә индивидуаль ҡараш, уртаҡ тел табыу – уның булмышында.