

Бөйөк Ватан һуғышы йылдары тураһында һөйләгәндә Еңеүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән тыл хеҙмәткәрҙәрен оло хөрмәт менән телгә алабыҙ. Ләкин уларҙың хеҙмәттәре тейешенсә баһаланмай, онотола бара.
Беҙ, Иҫке Монасип ауылы ветерандар советы ағзалары, тыл хеҙмәтсәндәренә арнап стела асыу мәсьәләһен ҡуҙғатҡайныҡ.
Зәки Вәлиевтың фекерен бер тауыштан хуплап, ауыл халҡына йыйылышта мөрәжәғәт иттек. Унда стеланың эскизын эшләү буйынса конкурс иғлан итергә һәм аҡса йыйыуҙы ойошторорға тигән ҡарар ҡабул ителде.
Илгиз Муллағоловтың округы булған Кепес халҡы иң беренсе булып аҡса йыйып бирҙе. Депутат үҙе лә ихласлыҡ күрһәтте.
Депутат Рәжәп Көнәфиндең округы ла был эштән ситтә ҡалманы. Ул Өфөлә эшләп йөрөгән ауылдаштар менән һөйләшеп, аҡса йыйыуҙы ойошторҙо.
Шулай уҡ Рәмил Аллабирҙин, Рәил Рахманғолов, Ғайса Хәлитов, Роза Вәлиевалар аҡсалата ярҙам күрһәтте.
2020 йылдың көҙөндә стела ҡуйыласаҡ урынды билдәләп, Сабит Бикмәтов, Зәки Вәлиев һәм Раян Йомағолов эште башлап ебәрҙеләр. Стелаға эскизды Сабит Бикмәтов эшләп бирҙе.
Нигеҙ ҡойоу өсөн нығытманы эшләүҙә Ғайнан Көнәфин ярҙам итһә, Илгиз Муллағолов, Раян Йомағолов, Сабит, Азамат Бикмәтовтар, Зәки Вәлиев нигеҙҙе эшләп тә ҡуйҙылар.
Ҡалған эштәрҙе атҡарып сығыу Зәки Вәлиев менән Сабит Бикмәтовтың иңенә төштө. Ауыл мәҙәниәт йорто етәксеһе Раян Йомағолов һәр эштә лә ярҙам итеп йөрөнө.
Эшҡыуар Ихсан Көнәфин 7-8 мең һумлыҡ материал алып бирһә, Айнур Көнәфин бетон болғағыс менән ярҙам итте.
Шулай уҡ Вадим Ҡарағолов, Владик һәм Фәнил Әмирхановтар, Салауат Хәйруллиндар ҙа ярҙам итешеп киттеләр.
Бына ошо ауылдаштарҙың көсө һәм тырышлығы менән тыл хеҙмәтсәндәренә арналған стела эшләп ҡуйылды.
Стеланы асыу тантанаһы 22 июндә булды. Район, ауыл хакимиәтенән етәкселәр килеп, рәхмәт әйтеп, бер төркөм иптәштәргә Маҡтау ҡағыҙҙары биреп китеүе бик матур күренеш булды.
Әммә ошондай сарала ауыл халҡының аҙ ҡатнашыуы, бигерәк тә мәктәп коллективының, уҡыусыларҙың булмауы аңлашылмай. Киләсәк быуын өсөн эшләнмәйме ни бындай эштәр!?