Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2021, 11:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙың 13 осрағы теркәлгән.

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙың 13 осрағы теркәлгән.

Демография
Үткән аҙнала 4 сабый тыуған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер ғаилә тарҡалған. 4 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.


01 хәбәр итә
Аҙна тыныс үткән.


02 хәбәр итә
27 сентябрҙән 4 октябргә тиклемге ваҡыт эсендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 35 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә законһыҙ ағас ҡырҡыу (2), механик зыян булған юл-транспорт ваҡиғаһы (1), тейешле документтарһыҙ ағас ташыу (3), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), документтар юғалтыу (1), ғаилә низағы (5), законһыҙ балыҡ аулау (1) һәм башҡалар бар.


Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 62 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 35. Юл ҡағиҙәләрен тупаҫ боҙоуҙың 13 осрағы теркәлгән. 3 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: