Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2021, 12:00

Балаларына ҡыуанып йәшәйҙәр

Ҡайһы ваҡыт яҙмыштың уҫал елдәре кешене сабырлыҡҡа һынай шул. Бынан күп йылдар элек Зөфәр Ғәбитов алты балаһы менән яңғыҙ ҡалған.

Балаларына ҡыуанып йәшәйҙәр
Балаларына ҡыуанып йәшәйҙәр

Ҡайһы ваҡыт яҙмыштың уҫал елдәре кешене сабырлыҡҡа һынай шул. Бынан күп йылдар элек Зөфәр Ғәбитов алты балаһы менән яңғыҙ ҡалған.

Егәрле, булдыҡлы атай кеше донъяһын, балаларын ҡарауһыҙ ҡалдырмай – яҙмыштың аяуһыҙ елдәрендә яңғыҙ ҡалған Байназар ҡыҙы Миңзәләне Ғәлиәкбәргә алып ҡайта.


Миңзәлә инәйҙең өс балаһы була. Ул тәүҙә Салауат районында кейәүҙә тора. Ваҡытында дөрөҫ ҡарарға килеп, тормошон үҙгәртергә көс таба, бүтән бер ҡасан да үҙемде, балаларымды ҡыйырһытырға, кәмһетергә бирмәм, тип үҙенә һүҙ бирә. Һүҙендә тора әсә кеше. Тиҙҙән тормош юлында үҙен аңлаған, балаларын ят итмәгән Зөфәр ағай осрай.


Ауыл халҡы ипле, кешелекле Миңзәлә инәйҙе тиҙ ҡабул итә. Даими эше булғансы социаль хеҙмәткәр була, балалар баҡсаһында ла эшләп өлгөрә. Ауылдаштарының хөрмәтен яулаған фельдшер хәҙер инде хаҡлы ялда.


Зөфәр бабай армияға тиклем, унан ҡайтҡас та леспромхозда, урман хужалығында эшләй. Күжәлә быраулаусы мастер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. Йәмғеһе 43 йыллыҡ эш стажы булған хеҙмәт ветераны ул.


- Мин килгәндә бабайҙың кинйә улы 1-се класҡа барған ине. Беҙ бер ваҡытта ла балаларҙы айырып ҡараманыҡ, йөрәк йылыбыҙҙы барыһына тигеҙ бүлдек. Апай, тип кенә торалар, аҡыллылар, тырыштар, байрамдар менән ҡотлайҙар, килеп хәлде белеп, һәр саҡ ярҙамлашып китәләр, - ти инәй, балаларынан риза булып.


Балалары күңеленә юл тапҡан ҡатынын Зөфәр бабай ҙа хөрмәт итә. Уртаҡ бер балаға ла ғүмер бирәләр. Зөфәр бабай фажиғәле вафат булып ҡалған Илдар улының иҫтәлегенә бағышлап, малайҙарына Илдар тип исем ҡуштыра.


Балалары бөгөнгәсә бер туғандар һымаҡ аралашып, татыу йәшәйҙәр. Зөфәр бабай менән Миңзәлә инәй олоғайған көндәрендә ҙур яңы йорт һалып ингәндәр.
-Кредиттар алып, үҙ көсөбөҙ, балаларҙың ярҙамы менән өй төҙөнөк. Шөкөр, түләүҙәр бөтөп бара, быйыл яңы өйҙә йәшәүебеҙгә дүрт йыл. Иҫкеһенең баҙына һыу сыға ине, иҙәне һыуыҡ булды, - ти Миңзәлә инәй.


Өйҙәренең эсе лә, тышы ла матур итеп биҙәлгән. Ағастан семәрләп биҙәктәр яһаусы улдары Роберт әлеге ваҡытта Себер тарафтарында эшләп йөрөй. Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатын тамамлаған улдарының ҡулы оҫта. Ул эшләгән кәрниз-фронтондар, тәҙрәләр, гөл һауыттары, өҫтәлдәр, көҙгөләр, картиналар өйгә йәм өҫтәй.


-Тормош көткәндә иң мөһиме - бере-береңде аңлап йәшәү, - ти 25 йыл иңгә-иң терәшеп татыу ғүмер итеүсе пар.
-Медик булғас, төнгө саҡырыуҙар ҙа йыш була ине. Уларға бергәләп йөрөнөк. Зөфәр бер ваҡытта ла миңә һуҡранманы, эшемде аңлап, ярҙам итеп торҙо, - ти 30 йыл ғүмерен медицинаға арнаған Миңзәлә инәй.


Күптән түгел ул замана ауырыуы – ковид менән сирләп, Белорет ҡалаһанда дауаланып ҡайтҡан.
-Ҡайтҡас, үҙемдең көҙгөнән ҡарап, танымай торҙом. Ябыҡтым, әллә нисә көн тәғәм ризыҡ та ҡаба алманым. Шулай ҙа киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ, донъялар имен булһын, ошо ауырыуҙар юҡҡа сыҡһын ине, һау булайыҡ, - тип оҙатып ҡалды әңгәмәселәрем.


Күпте кисерергә тура килгән мәҡәләм геройҙарына балалар хәстәрендә бәхетле ҡартлыҡ насип итһен ине Хоҙай.

Автор:Ә. ЮЛСУРИНА.
Читайте нас: