Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2021, 09:00

«Солоҡсолоҡ кәсебен күрер өсөн килергә теләйҙәр»

Өфөлә Апимондияға бағышланған халыҡ-ара конференция үтте. 

«Солоҡсолоҡ кәсебен күрер өсөн  килергә теләйҙәр»
«Солоҡсолоҡ кәсебен күрер өсөн килергә теләйҙәр»

Өфөлә Апимондияға бағышланған халыҡ-ара конференция үтте. 

Ошо мәртәбәле сарала ҡатнашҡан ауыл хужалығы фәндәре докторы Әғләм Шәриповҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

- Конференцияның маҡсаты менән таныштырып китһәгеҙ ине.
- Күптәр белә, быйыл Башҡортостанда умартасыларҙың 47-се халыҡ-ара конгресы үтергә тейеш ине. Ул беҙгә Апимондия исеме менән билдәле. Әммә был конгресс билдәле сәбәптәр арҡаһында (әлеге лә шул пандемия инде) бер йылға кисектерелеп торҙо. Әҙерләнгән эште күрһәтә алмау барыбер ниндәйҙер үкенесле тойғо ҡалдыра бит. Бына ошо күҙлектән сығып үткәрелде лә инде был конференция. Видеоформатта булһа ла барлыҡ әҙерләнгән эштәр күрһәтелде.


Апимондия барлыҡ умартасыларҙың халыҡ-ара ойошмаһы. Ул 1893 йылда ойошторолған. Барлыҡ илдәрҙең ғалим, һәүәҫкәр һәм төп һөнәре булған умартасыларын берләштерә. Был ойошма ике йылға бер конгресс үткәрә. Конгресты, ябайыраҡ итеп әйткәндә, ниндәйҙер илдә йыйылыу тип аңлатып була. Бына ошо конгресс өсөн ярыш үтә сәмле бара. Ул Олимпиада уйындарын үткәреү көрәшенән бер ҙә ҡалышмайҙыр. Рәсәй йыл һайын тигәндәй конкурста ҡатнаша. Әммә конгресс беҙҙең илдә ни бары бер тапҡыр ғына - 1971 йылда үткән. Бына 50 йыл үткәс кенә беҙҙең ил еңеү яулаған һәм Өфөлә конгресс үткәреү хоҡуғын алыуға өлгәшкән.


- Әле үткән конференция нимәһе менән үҙенсәлекле булды?
- Конференция онлайн форматта үтте. Төп ойоштороусылар Өфөлә булды. Башҡа илдәр менән бәйләнеште Төркиә ойошторҙо. Бөтәһе 17 илдән 44 ғалим сығыш яһаны. Сәғәт айырмаһы ныҡ һиҙелә икән. Беҙҙә көндөҙгө ике, Америкала төнгө ике, ә Камчаткала таңғы һигеҙ.


- Һеҙҙең сығыш нимәгә арналды?
- Мин башҡорт халҡының ғорурлығы булған солоҡсолоҡ тураһында һөйләнем. Шуныһы күңелгә оҡшаны: башҡа илдәр Башҡортостанда боронғо кәсептең һаҡланып ҡалыуы тураһында белә, солоҡсоларҙы хөрмәт итә. Күптәр килеп күрергә өмөт итә. Америка ғалимы ҡырағай солоҡсолоҡ тураһында һөйләне. Ул үҙ урмандарында бер нисә йыл эсендә ағас ҡыуышлығында йәшәп ятҡан 11 күс тапҡан. Беҙ бындай күстәрҙе ашҡан ҡорт тип атайбыҙ.


- Ниндәй ғалимдарҙың сығышы иҫтә ҡалды?
- Дөйөм алғанда, күстәр һаны йылдан-йыл кәмеү өҫтөндә. Был хәүефле хәл ғалимдарҙың өйрәнеүҙәре менән раҫлана. Ҡайһы бер төбәктәрҙә күстәрҙең кәмеүе уларҙың үлеменә тура бәйле түгел икән. Бына, әйтәйек, йылдан-йыл көндәрҙең йылына барыуы барыбыҙға ла билдәле. Ә ул ҡорттарға нисек тәьҫир итә? Бразилия ғалимы ошо турала һөйләне. Уның өйрәнеүе буйынса, бал ҡорттары көндәрҙең йылына барыуын ауыр кисерә һәм был төбәкте ташлап китергә тырыша. Күс айырған мәлдә бал ҡорттары яңы урындарға оса. Бына быйыл беҙҙә лә үтә эҫе булды. Был хәлдең бал ҡорттарына нисек тәьҫир итеүен, бәлки, беҙгә лә өйрәнә башларға ваҡыттыр. Бразилия ғалимы ошондай һығымта яһай – эҫе көндө бал ҡорто элекке һымаҡ алыҫҡа оса алмай, сөнки уның тән температураһы күтәрелә. Һөҙөмтәлә, бал ҡорто кире ҡайтырға мәжбүр. Шуға күрә был ғалим умартаны ҡалыныраҡ эшләргә һәм уны ышыҡ урынға ҡуйырға тәҡдим итә. Был осраҡта бал ҡортона умарта эсендә һыуынырға мөмкинселек була. Әлбиттә, һәр ғалимдың өйрәнеүе ҡыҙыҡлы. Барыһын да гәзит биттәренә һыйҙырып булмаҫтыр. Әммә бер мөһим хәлде билдәләп китмәйенсә булмай – беҙҙең өйрәнеүҙәр ҙә сит ил ғалимдары өсөн ҡыҙыҡлы булырға тейеш. Бына, әйтәйек, бая әйткән ашҡан ҡорт тураһында өйрәнеүҙәр һәр кем өсөн ҡыҙыҡлы булыр ине. Ә әлегә, үкенескә ҡаршы, өйрәнеүсеһе лә, теләк белдереүсеһе лә юҡ.


- Ниндәй иҫтә ҡалырлыҡ әйтем-тәҡдимдәр булды?
- Был бик урынлы һорау. Был турала мин өндәшергәме, әллә өндәшмәй торорғамы икән, тип уйлап ултыра инем. Бер сығыш яһаусы, бөгөн бал ҡорто өсөн яңы дошман барлыҡҡа килде – ул ҡомһоҙ умартасы, тип әсенеп һөйләне. Был яңы дошман күстән мөмкин тиклем күберәк бал алырға, уны мөмкин тиклем ҡиммәтерәк һатырға тырыша. Аҙаҡ хатта күстең һуңғы балын тартып ала һәм бал ҡорттарын аслыҡтан үлеүгә дусар итә. Аҙаҡ балға теләһә нимә ҡуша башлай һәм башҡаһы (был атылған таш беҙгә лә ҡағыла түгел микән, тип уйлап ҡуйҙым әле мин). Һөҙөмтәлә, табыш тураһында ғына уйлаған “умартасы” менән бал ҡорто араһында ниндәйҙер эске бәйләнеш юғала. Миҫал өсөн сығыш яһаусы түмәр умартаға һөйәнеп китап уҡып ултырған солоҡсо һүрәтен күрһәтте. «Был солоҡсо – иң бәхетле кеше, сөнки ул үҙ тәбиғәтенән айырылмаған, бал ҡорттары менән бергә күңел тыныслығында йәшәй», тип тамамланы ул үҙ сығышын.


- Моғайын, пандемияға бәйле өйрәнеүҙәр ҙә булғандыр.
- Башҡа илдәрҙә лә пандемия һорауы бик киҫкен тора икән. Шуға күрә өйрәнеүҙәр күп. Австрия һәм Венгрия ғалимдары ошондай һығымтаға килгән – ковидҡа ҡаршы прополис ярҙамында көрәшеп була! Уны нисек әҙерләү тәртибен, бәлки, берәй яҙырмын. Баҡтиһәң, бөгөн башҡа илдәрҙә “медицина төркөмөнә ҡараған бал” тигән төшөнсә барлыҡҡа килгән икән. Аңлатырға кәрәкмәй, бындай бал бар яҡтан таҙа булырға тейеш. Шул уҡ ваҡытта бөрйән балының да таҙа булыуы тураһында аңлатырға кәрәкмәйҙер. Әммә әлеге лә баяғы өйрәнеү-тикшереүҙәр кәрәк. Бөрйән балын “медицина төркөмөнә ҡараған бал” төркөмөнә былай ғына индереп булмай. Уны иҫбатлар кәрәк.


- Бик ҡыҙыҡлы әңгәмә булды. Һүҙҙе йомғаҡлап нимә әйтер инегеҙ.
- Республика Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов: “Килегеҙ һәм күрегеҙ. Беҙ Апимондияны быға тиклем булмаған юғары кимәлдә үткәрәсәкбеҙ!” – тип бик шәп әйтте. Ошо Апимондияла Бөрйән айырым урын алып торғанын тағы бер тапҡыр билдәләп үтер инем. Күп кенә сит ил сығыш яһаусылары солоҡсолоҡ кәсебен, бөрйән ҡортон күрер өсөн килергә теләүҙәрен белдерә. Уларҙың өмөттәрен аҡларға насип булһын, үҙебеҙҙе юғары кимәлдә күрһәтә алһаҡ ине.

Автор:Захида Хайруллина
Читайте нас: