“Күршеләрем иҫ киткес, шуларҙы берәй гәзиткә яҙығыҙ әле”, - тигәйне Иҫке Собханғолдоң Алағуян тамағында йәшәгән Хөснә инәй.
Шундай кешеләр була – улар менән аралашыу рәхәт, күңелле. Үҙҙәренең холоҡ-фиғеле, эске бер тартыу көсө, ыңғай энергияһы менән улар һине үҙ донъяһына һөйрәп тә ала – ошо ябай, нурлы, йәнгә тыныслыҡ, аҡылға һан бирер солғаныштан ҡапыл-ғара сыҡҡы ла килмәй тора.
“Күршеләрем иҫ киткес, шуларҙы берәй гәзиткә яҙығыҙ әле”, - тигәйне Иҫке Собханғолдоң Алағуян тамағында йәшәгән Хөснә инәй.
Күрше күршеһен ҡайғыртыу түгел, ҡан туған туғанынан биҙгән, ситләшкән донъяла йәшәйбеҙ. Былай ҙа ҡалыплашҡан йәнде-тәнде тағы үҙ ҡалыбына индереп бикләгән тажзәхмәт осоронда бындай һүҙҙәрҙе ишетеү ҙә яңылыҡ, асыш һымаҡ – һәр кемдең сөскөргәндән ситләшкән, кешенән ҡасҡан, үҙ донъяһына инеп боҫҡан осоро.
Сәғитовтарҙың матур донъяһы көҙҙөң ҡырауҙан ҡалған әрһеҙ сәскәләрен балҡытып ҡаршы алды. Дағалы һикәлтәнән үк таҙалыҡ, тәртип ҡаршылай.
Йорт хужабикәһе Ғәлимә апай, күптәнге танышын күргәндәй, әйҙүкләп ҡаршылай. Зәки Ғилман улы төшкө аштан һуң ятып торған икән – ул да урынынан тороп, төпкә үтергә ҡыҫтай.
Тәҙрә төптәрендә, мөйөштә – көршәктәрҙәге йоҙроҡтай сәскәле төрлө-төрлө ярандар балҡый.Сәскә-гөл яратҡан Ғәлимә апай ҡырауҙан ҡурсып, уларҙы өйгә индереп ҡуйған.
Был ғаиләлә ихтирам, бер-береңде аяп-ҡурсыу, яратыу хөкөм һөргәнен шәйләмәү-күрмәү мөмкин түгел – оло ғына йәштәге (бергә йәшәүҙәренә 61 йыл!) ағай менән апай парлы бәхетте үҙ миҫалында күрһәтеүсе һоҡланғыс шәхестәр. Юҡҡа ғына ҡудси хәҙистә (мәғәнәһе – Аллаһтан, һүҙҙәре – пәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үә сәлләмдән): “Ихтирамдан юғары һөйөү юҡ”, - тип әйтелмәй.
Йүгерек батыр
Зәки Ғилман улын районда белмәгән кеше юҡтыр. Хаҡлы ялға сыҡҡас та байтаҡ йылдар район ветерандар советын етәкләп, һәр саҡ йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәне.
Ҡасан ҡарама ыҡсым кәүҙәһен туп-тура тотоп, елдерә баҫып ҡайҙалыр китеп барыр ине. Ысын спортсы, сәләмәт тормош алып барыусы шәхес ул. “СССР мәғарифы отличнигы” исемен лайыҡлы йөрөткән абруйлы уҡытыусы, мәғариф һәм хеҙмәт ветераны.
1935 йылда Ғәлиәкбәрҙә тыуған. Тыуған ауылында 7 йыллыҡ мәктәпте уңышлы тамамлап, Иҫке Собханғолға артабан уҡыуын дауам итергә килгән башлы үҫмерҙе, 9-сы класты бөтөү менән Аҫҡар мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Әлеге лә баяғы уҡытыусыларға ҡытлыҡ инде.
Класташы Ғәйшә Ниәтша ҡыҙы Йомағолованың тәҡдиме менән БДУ-ға уҡырға инә. Был вуз ул осор Тимирязев исемендәге 5-се институт тип атала. Сит телдәр факультеты студенты, әрһеҙ ауыл егете барғас та университеттың йәмәғәт һәм спорт эштәренә башкөллө сума. Зәки Сәғитов Өфөлә үткән ниндәй генә ярышта ҡатнашмаған да, ниндәй генә еңеүҙәргә өлгәшмәгән. Бөрйәндең Йүгерек батыры һәр ярышта тиерлек гел 1-се, 2-се урындар алған. Мәҫәлән, 1958 йылда Өфөлә үткән 400 метрға кроста – 1-се, 1959 йылда республика вуздары беренселегенә ярышта – 2-се, ошо уҡ йылда Башҡортостан Өлкә Советы беренселегенә саңғы ярышында 30 саҡырымға уҙышта – 1-се, кәмәлә ярышта – 2-се, биатлонда – 2-се призлы урындар яулаған.
1962 йылда Күмертау ҡалаһында үткән зона ярыштарында саңғыла 15 киломерға ярышып, 1-се урын алған. Физкультура һәм спорт комитеты үткәргән ярышта биатлонда (20 саҡырымды саңғыла үтеп) – 1-се, Совет Хәрби көстәренең 56 йыллығына ҡарата кроста 2-се урынды яулап, үҙен бынамын тигән спортсы итеп танытҡан сәмсел Бөрйән егете.
Юғары белемле белгесте 1959 йылда Иҫке Собханғол мәктәбенә немец теле уҡытыусыһы итеп ҡайтаралар. 1962 йылда мәктәпкә директор итеп ҡуялар. 1963 йылда район Белоретҡа күсә, Зәки Ғилман улы роно инспекторы була.
Тырыш һәм белемле етәксене 1964 йылдың мартында БАССР Мәғариф министрлығы аппаратына эшкә алалар. Ул министрлыҡта инспектор булып эшләй. «Күп ваҡыт беҙ ялыуҙар буйынса һәм етешһеҙлектәрҙе тикшереү өсөн район-ҡалаларға сыға инек. Был эш миңә артыҡ оҡшаманы, шуға Бөрйәнгә ҡайтарығыҙ, тип ныҡыштым, әммә мине һаман тота килделәр», тип иҫләй З. Сәғитов. Ул ваҡыттағы БАССР Мәғариф министры Ф. Мостафина: “Ниңә Бөрйән егеттәре лә баш ҡалала йәшәмәҫкә, эшләмәҫкә тейеш?” – тип ҡырҡа һуға.
Ниһайәт, 3 йыл министрлыҡта эшләгәс, Белорет районының мәғариф бүлеге етәксеһе уны ҡайтарыуға ирешә – Зәки Ғилман улын йәнә туған мәктәбенә директор итеп ҡуялар. Мәктәптә тәрбиә, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса завуч та, Ағиҙел мәктәбе директоры ла булып байтаҡ йылдар эшләй ул. Иҫке Собханғол мәктәбен төрлө йылдарҙа өс тапҡыр етәкләй.
1990 йылда уны КПСС райкомына инструктор итеп ҡуялар.1991 йылда КПСС райкомы секретары вазифаһын йөкләтәләр. Бер нисә йыл комхоз етәксеһе, милек менән идара итеү комитеты идаралығы, торлаҡты хосусилаштырыу бүлеге етәксеһе булып эшләп ала. Дәүләт статистикаһында ла үҙен һынап ҡарай.
Ҡайҙа ғына ебәрмәһендәр, ниндәй генә вазифа һәм эш йөкмәтмәһендәр – Зәки Ғилман улы уларҙы ҙур теүәллек, намыҫ менән башҡара, шуға һәр ерҙә абруй ҡаҙана, яҡшаты үҙенән алда йөрөй. Уның шәхси архивында һаҡланған төрлө кимәлдәге Маҡтау ҡағыҙҙарын, Рәхмәт хаттарын һанап бөтөрөрлөк түгел.
БАССР Мәғариф министрлығының Почет Грамотаһы, СССР Мәғариф министрлығының Почет Грамотаһы, “СССР Мәғарифы отличнигы” билдәһе - педагогтың фиҙакәр эшенә ҙур баһа.
Донъя тотҡаһы ул
Ғаиләлә бәхет һәм камил бөтөнлөк бер кешенең тырышлығынан ғына тормай. Халыҡ әйтмешләй, һыңар тәртә йөктө тартмай – Зәки Ғилман улының бөтмөр хәләле Ғәлимә Ноғоман ҡыҙы ғаилә именлеге, бәхете, ырыҫы өсөн бөтә көсөн һала. Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу – Иҫке Собханғолдағы 1-се һанлы балалар баҡсаһы.
43 йыл дауамында бәләкәстәрҙең һаулыҡ һағында уяу торған медицина хеҙмәткәре ул. Белорет медучилищеһын тамалап, ошонда хеҙмәт юлын башлаған һәм дүрт тиҫтәнән ашыу йыл эшен яратып башҡарған.
“Эшемде, балаларҙы яраттым. Коллективым хаҡлы ялға шундай матур итеп оҙатты. Әле булһа инде үҙҙәре өләсәй, олатай булып бөткән тәрбиәләнеүселәрем байрам-фәлән менән ҡотлай, осрашҡанда хәл-әхеүәлде белешә, килеп ҡосаҡлап ала, коллектив ағзалары аят аштарынан, килен сәйҙәренән ҡалдырмай. Һине эшләгән ереңдә үҙ итәләр, киткәс тә онотмайҙар икән – был үҙе ҙур бәхет”, - ти Ғәлимә апай.
Иң аптыратҡаны – тиҫтә-тиҫтә йыл әүәл кескенә тәрбиәләнеүселәре альбом битенә, ҡатырғаға йәбештереп эшләп бүләк иткән открыткаларҙы, бүләктәрҙе ул һаман да ҡәҙерләп папкаларҙа һаҡлай – уларында тарих үҙе, балаларҙың ҡул йылыһы, рәхмәт һүҙе һаҡлана...
Ғәлимә апай бигерәк ипле һүҙле, сабыр, салт аҡыллы, ваҡытында матур кәңәштәрен бирер күркәм холоҡ эйәһе булды, тип хәтерләй уны элекке коллегалары.
Бушҡа ғына теге донъяла үлсәүҙә иң ауыр тартҡан нәмә күркәм холоҡ булыр, тип өйрәтмәй динебеҙ.
Ғәлимә апайҙың да хеҙмәтен ваҡытында баһалай белгәндәр – уның да архивында БАССР Мәғариф һәм БАССР Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының Почет Грамоталары һаҡлана.
Бәхетле ҡартлыҡ
Бөгөн балалары ҡарауында ирәйеп, береһе өсөн береһе кәрәк һәм терәк булып йәшәп ята Сәғитовтар. Иң оло балалары Лилиә - медик, оҙаҡ йылдар Себер тарафтарында йәшәп, ата-әсәһе эргәһенә ҡайтҡан. Юл аша ғына күрше булып йәшәүе – ҡартайған ата-әсәһенә бәхет һәм ҡыуаныс. Зиләләренең (ул да медицина өлкәһендә эшләгән) 3 балаһы ла ҡул араһына ингән. Ильяс-тары юғары белемле физик, Өфөлә төпләнгән, студент ҡыҙ тәрбиәләй. Өс балаһы, алты ейән-ейәнсәре даими килеп, ярҙам итеп, хәл-әхеүәлдәрен белешеп тора ололарҙың. Лилиәнең ҡыҙы – инженер, улы Мәскәү иҡтисад университетын тамамлаған. Зиләнең улы Илгиз – хәрби кеше , Зөлфиә иҡтисад юлын һайлаһа, Гөлсинәһе Өфө авиация –техник университетын тамамлаған.
Балаларын тартып торор ныҡлы, ышаныслы нигеҙ, кәрәк саҡта дөрөҫ юҫыҡ бирер атай-әсәй, ялтырап торған донъя, үҙ-ара матур һәм кешелекле мөғәләмә, иғтибарға алыр ихтирам, оло һәм мәғәнәле һөйөү бар был бәхет биләмәһендә. Шуға ла ҡартлыҡ тигән нәмә ҡурҡытыр–өркөтөр бапаҡ түгел, шатлыҡтың үҙе, Аллаһ тәҡдир иткән бәхет – йәшәйештең сағылышы, яҙмыш насип иткән ғүмер һанлы, бәҫле, бәрәкәтле һәм һоҡланғыс бында. Ошонан айырмаһын Сәғитовтарҙы киләсәктә лә!