Яңы Мөсәткә килен булып төшкәс, хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй.
Кинйәбулатова
Әлимә Байғужа ҡыҙы,
Яңы Мөсәт ауылы,
61 йәш:
- Әлимә Байғужа ҡыҙы 1960 йылдың 26 февралендә Тимер ауылында тыуған. Колхоз гөрләп торған заманда эш тә күп булған. Әлимә Байғужа ҡыҙы ла һигеҙенсене бөтөргәс, Тимерҙәге фермала эш башлай. Яңы Мөсәткә килен булып төшкәс, хаҡлы ялға сыҡҡансы балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләй.
Тормош иптәше Ғәззәле Ялмырҙа улы ғүмере буйы леспромхозда эшләгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 6 йыл элек ул йөрәк сиренән баҡыйлыҡҡа күскән. Улар 3 балаға ғүмер биргәндәр. Өлкән ҡыҙҙары Альбина уҡытыусы, туған мәктәбендә эшләй. Улдары Ғаян полиция хеҙмәткәре. Кесе ҡыҙҙары Әлфиә – район үҙәк китапханаһы директоры.
Әлимә инәй тормошҡа зарланмай, барына шөкөр итеп йәшәй. Балалары итен-һөтөн биреп тора. Улы Ғаян малайҙары менән утынын ярып бирәләр. Бер ҡапҡа эсендә йәшәгән ҡыҙы Әлфиә лә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итә.
Әлимә Байғужа ҡыҙы оҫта баҡсасы ла. Сөгөлдөр, һуған, кәбеҫтә һ.б., ғөмүмән, күпләп йәшелсә-емеш үҫтерә. Ҡарағат, виктория еләгенән ҡайнатмалар эшләгән. Картуфты Ғаян улы менән уртаҡ сәскәндәр. “Быйыл ҡоролоҡ булыуға ҡарамаҫтан, ҡыяр менән помидор ишелеп уңды. Әле 3 йәшник ултыра. Әлфиә ҡыҙым тоҙлап, ҡышҡылыҡҡа салаттар ҙа эшләп ҡуйҙы”, - ти ул, ҡыуанып.
Әлимә инәй былтыр ҡаҙ-өйрәк бәпкәләре алып көтһә, быйыл 13 бройлер һатып алған. Тик 6 баш тауығын көпә-көндөҙ төлкө талап сығып киткән. Шулай ҙа бик борсолмай Әлимә Байғужа ҡыҙы, мал табылыр, һаулыҡ ҡына булһын, ти.