Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Октябрь 2021, 12:00

Ауыл өсөн янып йәшәй

Самат Арыҫлан улы Хәлилов 1941 йылда Яңы Собханғол ауылында ишле ғаиләлә 5-се бала булып донъяға килгән. Атаһы һуғыш яланында ятып ҡала, әсәһе һәм Мырҙағәле ағайы ҡарамағында үҫә.

Ауыл өсөн янып йәшәй
Ауыл өсөн янып йәшәй

Самат Арыҫлан улы Хәлилов 1941 йылда Яңы Собханғол ауылында ишле ғаиләлә 5-се бала булып донъяға килгән. Атаһы һуғыш яланында ятып ҡала, әсәһе һәм Мырҙағәле ағайы ҡарамағында үҫә.

Башланғыс кластарҙа ауылда уҡый, 7-се класҡа Иҫке Собханғол мәктәбенә килә. 10-сы класты тамамлағандан һуң, 1960 йылда армияға алына, Себерҙә эске ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә.
-1963-1964 йылдарҙа, уҡытыусылар етешмәгәнлектән, мине Иҫке Тарыуал тигән ауылға башланғыс кластарҙы уҡытырға ебәрҙеләр. Бер үҙемә 4 класс, йәмғеһе 11 бала бергә уҡыны. Аҙаҡ Үрге Нөгөш, Әбделмәмбәт мәктәптәрендә эшләнем. 1972-1976 йылдарҙа БДУ-ның география бүлегендә уҡып алдым. Яңы Собханғолға ҡайтып, оҙаҡ йылдар тыуған ауылымда эшләнем. 2001 йылда хаҡлы ялға сыҡһам да, класс етәксеһе булғас, уҡыусыларҙы ҡалдырғым килмәй, 2006 йылға тиклем эшләнем, - ти Самат Арыҫлан улы.


43 йыл балаларға белем һәм тәрбиә биргән уҡытыусы Башҡортостандың Мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының почет грамотаһына һәм башҡа төрлө маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған.


Тәүге ҡатыны менән бер, икенсе хәләл ефете менән ике балаға ғүмер бирәләр. Өлкән улдары Азамат Хәлилов билдәле артист. Ҡыҙғанысҡа күрә, вафат булған. Икенсе улдары Салауат Силәбе өлкәһендә ғүмер итә, теш табибы булып эшләй. Ҡыҙҙары Ләйсән дә атаһы кеүек педагог, ғаиләһе менән Белорет ҡалаһында йәшәй.

Хәрәкәттә –
бәрәкәт
Самат бабай икенсе хәләл ефете Зәйтүнә инәй менән 1974 йылдан бергәләр.
-Көнөбөҙ мал, баҡса ҡарап үтә. Тик ултырырға ваҡыт та юҡ. Һәр ваҡыт йөрөргә тырышам. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тиҙәр бит. Инәйең менән икебеҙ ҙә прививка эшләттек, ауырымай, яҡшы үткәрҙек. Йәштәр ни эшләптер прививканан ҡурҡа, киреһенсә, ошо ҡурҡыныс ауырыуҙан һаҡланырға кәрәк, - ти аҡһаҡал.

Тормош элеккенән еңелерәк
-Тормош элеккегә ҡарағанда күпкә еңелерәк. Йәшәү өсөн уңайлыҡтар күп хәҙер. Шулай ҙа үҙенең ауырлыҡтары ла бар. Бигерәк тә йәштәрҙең тәртиптәре насар, уларҙы тәрбиәләүе ауыр. Элек мәктәптә бала тәртип боҙһа, уҡытыусы ла, ата-әсәһе лә бер яҡлы булып тәрбиәләй ине. Хәҙер уҡыусыларға һүҙ ҙә әйтеп булмай, өҫтәүенә, өйҙә ҡотортоп та ебәрәләр, - ти, әсенеп, ветеран уҡытыусы.

Кем яуаплы?
Ауылы өсөн дә бошона Самат Арыҫлан улы. Ауылда төп проблемаларҙың береһе – иҫке ҡоролмаларҙың хәл-торошо, ти ул.


-Яңы Собханғол балалары быйыл өсөнсө тапҡыр яңы мәктәпкә уҡырға барҙы. Бөтә талаптарға яуап биргән мәктәптең төҙөлөүенә бар ауыл халҡы ҡыуанды. 1970-1975 йылдарҙа төҙөлгән иҫке мәктәп етемһерәп ултырып ҡалды. Ул йылдарҙа материалдар ҡиммәт булғас, төҙөлөш оҙаҡҡа һуҙылды, етешһеҙлектәре лә күп булды. Шуға ҡарамаҫтан, ул мәктәп тиҫтәләгән быуынға белем һәм тәрбиә бирҙе. Оҙаҡ йылдар эшләгән уҡытыусыларҙың күптәре был донъяла юҡ инде. Оло йәштәге уҡытыусылар: Ҡорман Йортбағышев, Ғәйшә Йомағолова, Самат Хәлилов, Зәйтүнә Хәлилова, Рәхилә Ҡолдәүләтова, Гөлдәр Сәғитова яңы мәктәпте күреү бәхетенә ирештеләр.


Миңә көн һайын иҫке мәктәп янынан үтергә тура килә. Баҡсаһына ҡарап, тамаҡҡа төйөр тығыла, күҙҙән йәштәр аға. Кәртәләр бер урында ауған, икенсе урында ҡыйшайған, алып ташланған урындары ла бар. Беҙҙең тиҫтәләрсә йылдар буйы ултыртҡан ағастар ҡола яланда тороп ҡалған. Баҡсаларға мал тулған. Ҙур ағастарға теймәһә лә, ҡыуаҡтарҙы бит улар бөтөрәсәк, баҡса юҡҡа сығасаҡ. Баҡсаны кәртәләп, тәрбиәләп, парк, ял итеү урыны эшләргә була.


Тағы ла иҫке ҡоролмалар янында хәүеф тә бар. Үҫмерҙәр, балалар һәр ваҡыт ошонда йыйыла, күптәре тәмәке тарталар. Ут сығыу ҡурҡынысы бар. Берәү ҙә уларҙы тыймай, киҫәтмәй. Күптән түгел янғын булды ла инде.


Мәктәп кеүек, элекке клуб та емерек хәлдә. Был иҫке ҡоролмалар, беренсенән, ауылдың йәмен боҙа, икенсенән, янғын хәүефен арттыра.


Шуға ла минең иҫке мәктәптә белем алған уҡыусыларға, ауыл халҡына, йәштәргә мөрәжәғәтем бар: өмәләр ойоштороп, ҡул аҫтында булған материалдар менән булһа ла мәктәп янындағы баҡсаны нығытайыҡ, малдарҙың баҡсаны тәләфләүенә юл ҡуймайыҡ!

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: