Бөгөнгө көндә тауға алып менеүсе һуҡмаҡтың металл баҫҡысын иретеп-йәбешетереү эштәре бара.
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығында Бөтә Донъя ҡырағай тәбиғәт фондының (WWF) гранты буйынса эштәр дауам итә. Август айында Тирмәнтау башында гәпхана эшләнде, ял итеү урындарына ҡуйып сығыр өсөн эскәмйәләр әҙерләнде. Күҙәтеү майҙансығынан тирә-яҡты ҡарау өсөн биноклдәр һәм күсмә монокуляр торба һатып алынды.
Бөгөнгө көндә тауға алып менеүсе һуҡмаҡтың металл баҫҡысын иретеп-йәбешетереү эштәре бара. Грант аҡсаһы тауҙың иң текә 100 метрына тимер баҫҡыс ҡуйырға мөмкинлек бирә. Йыл аҙағына тиклем маршрут буйлап аншлагтар урынлаштырырға, солоҡсолар өсөн эш ҡоралдары һатып алырға, өҫтәп 2 солоҡ юнырға кәрәк буласаҡ.
Грант буйынса Тирмәнтауға яңыртылған һуҡмаҡ туристарға сифатлы экскурсия хеҙмәте күрһәтергә булышлыҡ итәсәк.