Әбделмәмбәт балалар баҡсаһында үҙ эшенә яуаплы ҡараған хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Рәйсә Мәсәғүтова менән Гәүһәр Ғәлиәкбәрова 30 йылға яҡын бәләкәй төркөмдө етәкләйҙәр. Әүәләп тигәндәй үҫтереп, балаларҙы ашарға, һөйләшергә өйрәтеп, уртансы төркөмгә тапшыралар.
Кескәйҙәрҙе артабан юғары категориялы тәрбиәселәр Нурсилә Усманова менән Гүзәл Абдуллина ҡабул итеп, мәктәпкә әҙерләйҙәр. Уларҙың ярҙамсылары Миңзәлә Ғәлиәкбәрова менән Гөлнара Усманова ла эштәрен бик яҡшы башҡара. Ашау яғын әйтеп тораһы ла түгел. Ашнаҡсылар Айһылыу Ғәлиуллина менән Зөлхизә Ниязғолова телеңде йоторлоҡ тәмле аштар бешерә.
Таҙалыҡ һәм хужалыҡ эштәрен Миләүшә Мәхмүтова менән Рәзилә Мөхәмәтғәлина теүәл генә алып бара. Төрлө концерттар ҡуйҙыртып, балалар баҡсаһын йәмләндереп тороусы Айгөл Ғәлиәкбәроваға ла һүҙ юҡ.
Балалар баҡсаһын йылытыусыларға ла рәхмәт. Һыуыҡ көндәрҙә өшөп ултырғаныбыҙ юҡ, һәр ваҡыт йылы.
Яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса 1-се урын алыуыбыҙ ҙа ошонда яҙылғандарға дәлил.