Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2021, 10:00

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1 ғаилә тарҡалған. 4 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1 ғаилә тарҡалған. 4 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

Демография
Үткән аҙнала районда 1 генә сабый тыуған. Ике ғаилә никахтарын законлаштырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1 ғаилә тарҡалған. 4 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.

01 хәбәр итә
Бер янғын булған – Ҡолғана ауылы эргәһендә үләнгә ут тоҡанып киткән.

02 хәбәр итә
Сентябрҙең 20-һенән 27-һенә тиклемге ваҡыт эсендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 48 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә сит мөлкәткә зыян килтереү (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (3), законһыҙ эшҡыуарлыҡ (1), тейешле документтарһыҙ ағас ташыу (3), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (3), битлек режимын боҙоу (3), шәхси әйберҙәрҙе һәм документтар юғалтыу (2), ғаилә низағы (1) һәм башҡалар бар.


ЮХХДИ тарафынан 50 протокол төҙөлгән. 2 водитель эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: