Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2021, 11:00

Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?

Бөрйән районы биләмәһендә туристар өсөн ниндәй ял итеү урындары эшләй, унда сәйәхәтселәр өсөн ниндәй турҙар ҡаралған, ғөмүмән, ра-йонда туризм нисек үҫешә?

Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?

Бөрйән районы биләмәһендә туристар өсөн ниндәй ял итеү урындары эшләй, унда сәйәхәтселәр өсөн ниндәй турҙар ҡаралған, ғөмүмән, ра-йонда туризм нисек үҫешә?

Туризм көнө – ул әүҙем һәм сәләмәт ял ойоштороусылар, туристик компаниялар һәм турагентлыҡтар хеҙмәткәрҙәре, музейҙарҙа һәм ҡунаҡханаларҙа эшләүселәр, шулай уҡ сәйәхәт итергә яратыусылар, туристар байрамы.

Ошондай һорауҙар менән район хакимиәтенең иҡтисад бүлеге етәксеһе Булат Шамил улы Юлмөхәмәтовҡа мөрәжәғәт иттек.

-Беҙҙең Бөрйән районы Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй кимәлендә лә үҙенең тәбиғи климаты һәм географик шарттары буйынса үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора. Районда туристарҙы ылыҡтырыусы 9 айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре - Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы, «Шүлгәнташ» ҡурсаулығы, «Башҡортостан» милли паркы, «Алтын солоҡ» һәм «Әсебар» заказниктары бар. Районыбыҙ Йылҡысыҡҡан күле, Мәсем тауы, Атайсал, Бабсаҡбей ҡурғандары, Ағиҙел һәм Нөгөш йылғалары кеүек тарихи объекттарға бай. Райондың ресурс потенциалын һәм үҙенсәлектәрен иҫәпкә алғанда, туризм өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе булып тора. Районда туризм йылдан-йыл үҫешә, тип әйтергә була. Үткән йыл районға 75 меңгә яҡын турист килһә, быйыл сентябрь айына ҡарата сәйәхәтселәр һаны 75 меңде уҙып китте. 2019 йылда был күрһәткес 45 мең самаһы ине.


Туристар өсөн уңайлы шарттар булдырыу, туристик инфраструктураны яҡшыртыу маҡсатында Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклем асфальт юл һалынды, Ырғыҙлы ауылына үткәреләсәк газ Морат туғайында ла газ бирергә юл аса. Морат туғайында яҡын тирәләге ауылдарҙы кәрәҙле бәйләнеш һәм интернет менән тәьмин итеү маҡсатында антенна ҡуйылды, шулай уҡ төп трассаларҙа банерҙар яңыртылды, район биләмәһендә туристик навигация күрһәткестәре урынлаштырылды, - тине Булат Шамил улы.


Районда уңышлы эшләп килгән турбазаларҙың эшмәкәрлеге туризмдың үҫешенә ҙур йоғонто яһай. Мәндәғол ауылында Наил Ғәлиндың туҡталҡаһында туристар өсөн мискә-мунса, ат маршруттары, йылға буйлап ағыу ойошторолған. Шулай уҡ Мәндәғолда быйыл Алина Иманғолова (һүрәттә уңдан беренсе) башҡорт тирмәләре ҡуйып, сәйәхәтселәрҙе ҡабул итә башланы. Морат туғайындағы Рәмис Йәнбирҙин ойошторған зиплайнда шыуыу аттракционы ла уңышлы эшләй. Ырғыҙлыла Динар Зариповтың базаһында (2-се биттәге һүрәттә)быйыл туристар ағымы йылдағынан күберәк булған. Унда туристарҙы ял көнө туры, Мәсем, Инсебикә тауҙарына, Шүлгәнташҡа сәйәхәт, квадроциклдарҙа йөрөү, йылға буйлап ағыу көтә. Урал Хәлиуллиндың «Каповатур» базаһы - иң оҙаҡ, уңышлы эшләүсе, Рәсәй кимәлендә танылған ял базаһы. Унда туристар өсөн төрлө турҙар, йылға буйлап ағыу, милли аш-һыу ҡаралған. Морат туғайындағы Тәлғәт Усманов етәкселегендәге «Аҡбуҙат» турбазаһының ҡунаҡ өйҙәре, палатка ҡаласығы ла оҙаҡ ҡына хеҙмәт итә.


Быйылғы йылда район үҙәгендә туризмдың яңы йүнәлеше – сапта (таҡта-кәмәләрҙә) йөҙөү ойошторолдо.


Инсебикә ҡаяһы янында Рәмил Кинйәбаев та быйыл ял урынын булдырған. Унда Мәсем тауына джиппинг, йәйгеһен йылға буйлап ағыу, ҡышын тюбинг трассалары эшләй.

«Шүлгән-Таш» тарихи-мәҙәни комплексы төҙөлөп бөтөү өҫтөндә. Киләһе йылдарға туризмды тағы ла йәйелдереү маҡсатында юл буйы сервисы – бәләкәй туҡталҡалар төҙөү ҡаралған.
Туризм буйынса дәүләт комитеты тарафынан булдырылған төрлө программалар эшләй. Бөрйән районына ҡағылышлы 2 программала ҡатнашыу мөмкинлеге бар: тиҙ төҙөлөшлө модуль конструкциялар – глэмпингты һәм эске туризмды үҫтереү. Был программаларға ғаризалар 16 сентябрҙән 18 октябргә тиклем ҡабул ителә, белешмәләрҙе район хакимиәтенән алырға мөмкин.


Мөмкинлектәр күп булыуына ҡарамаҫтан, был өлкәлә эшләнәһе эштәр байтаҡ. Иң тәү сиратта кадрҙар һәм тейешле кимәлдә хеҙмәтләндереү мәсьәләһе тора. Мәҫәлән, ашнаҡсыларға һәм ашатыу хеҙмәтенә килгәндә, кешене яҡты йөҙ менән ҡаршы алыу, яҡшы мөғәләмәлә булыу, матур итеп оҙатып ҡалыу - барыһы ла юғары кимәлдә булырға тейеш. Тағы ла Мораҡ йүнәлешендәге юлды төҙөкләндереү, кафе, бәҙрәф кеүек уңайлыҡтар булдырыу, район биләмәһен таҙалыҡта тотоу – туристарҙы йәлеп итеү өсөн мөһим факторҙар.


Турбазаларҙы күбәйтеү маҡсатында хакимиәт тарафынан төрлө ярҙам күрһәтелә, шулай ҙа туризм буйынса эш башларға теләүселәргә иң тәүҙә ер мәсьәләһен ҡайғыртып ҡуйыу мотлаҡ, тине белгестәр.

Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Бөрйәндә туризм нисек үҫешә?
Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: