

Үҙ эшенә мөкиббән киткән, бар булмышын, оҫталығын һалып, күңелен биреп эшләгән кешеләргә һоҡланмау мөмкин түгелдер.
Иҫке Собханғолдағы “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Рәхимә Әбдрәхим ҡыҙы Ҡулбирҙина ла шундайҙарҙан.
Үрге Нөгөш ауылында тыуып-үҫкән ҡыҙ бала сағынан балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләргә хыяллана. Ғаиләлә 8 бала үҫәләр. Ике әсә балалары булһалар ҙа бик дуҫ йәшәйҙәр, әле лә туғандары менән татыуҙар.
Рәхимә Әбдрәхим ҡыҙы Сибай педагогия училищеһын тамамлағандан һуң хеҙмәт юлын яңы асылған Ғәлиәкбәр балалар баҡсаһында башлай. Унда бер йыл самаһы эшләгәс, район үҙәгенә эшкә килә.
-Ҡайынтүштә яңы асылған балалар баҡсаһында эшләүе күңелле булды. Балалар күп, баҡса гөрләп торҙо, - ти Рәхимә Әбдрәхим ҡыҙы.
Ике йылдан һуң уны 1-се һанлы балалар баҡсаһына күсерәләр. Бында ла йәш белгес үҙен һынатмай, бөгөнгәсә үҙ эшенә тоғро ҡала.
- Ул ваҡытта беҙҙе Альмира Шаһыбал ҡыҙы Ишкилдина күп нәмәгә өйрәтте, әле булһа ла уға рәхмәтемде уҡыйым. Ул һәр ваҡыт беҙҙе һаҡлап-яҡлап торҙо, аҡыллы кәңәштәре, киҫәтеүҙәре менән беҙгә дөрөҫ эшләргә йүнәлеш бирҙе, - тип иҫкә ала ул йылдарҙы тәрбиәсе.
- Беренсе төркөмдә сығарған балалар хәҙер күптән үҙҙәре ата-әсәй булғандар. Мине танып, хәлдәремде һорашып китһәләр, күңелемә шундай йылы булып ҡала. Иң мөһиме – һайлаған юлым дөрөҫ.
Мин тормошомдо балаларһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Уларҙы саҡ ҡына күрмәй торһам, ҡыйын була башлай. Хаҡлы ялға сыҡһам, нисек түҙермен? – ти 30 йылдан ашыу ғүмерен балалар тәрбиәләүгә арнаған Рәхимә Әбдрәхим ҡыҙы.
- Беҙҙең һөнәрҙә иң мөһиме – балаларҙы яратырға кәрәк. Уларҙың һәр хәбәрен тыңлап, яҡшы һүҙ ҡушып, арҡаларынан бер генә һөйөп ебәреү ҙә уларҙың күңелен үҫтерә. Әгәр ҙә балаға иғтибар бирмәһәң, ул һинән ситләшәсәк.
Балаларҙан күп нәмәгә өйрәнергә була. Сабыйҙар күҙлегенә ҡарап уйлау, фекер йөрөтөү оҡшай, улар кеүек бар нәмәнән шатлыҡ табырға, матурлыҡты күрә белергә өйрәнәһең. Үҙең дә балалар һымаҡһың ул, тиҙәр миңә өйҙәгеләр, - ти өс бала әсәһе Рәхимә Ҡулбирҙина.
Тормош иптәше Фәнис менән балаларына лайыҡлы тәрбиә биреп, оло тормош юлдарына сығарғандар. Оло улдары Фидан район үҙәгендә эшләй. Игеҙәктәре – улдары Айгиз БДУ магистратураһын тамамлап, яңы эшкә урынлашҡан, ҡыҙҙары Айзилә Өфөлә 13-сө дауаханала табип булып эшләй.
- Тағы ата-әсәләр менән эшлекле мөнәсәбәт ҡороу мөһим. Кемдәр менән генә эшләргә тура килмәне, шөкөр, ата-әсәләр менән уртаҡ тел таптыҡ. Дөрөҫ аралашырға, төрлө ситуацияларҙан лайыҡлы сыға белергә кәрәк.
Балаларҙың яҡшыһы, насары булмай. Уларҙың бөтәһе лә яҡшы. Кескәйҙәр шундай эскерһеҙ, гонаһтары, эстәрендә бер боҙоҡлоҡтары юҡ. Ана шул донъяны емермәй генә уларға асылырға ярҙам итергә кәрәк. Һәр бала берҙән-бер, ҡабатланмаҫ, донъяны һәр кеме үҙенсә ҡабул итә, уларҙы нисек бар, шулай яратырға, мөмкинлектәренә ҡарап, ышанырға, тәбиғәттән бирелгән һәләттәрен асырға кәрәк.
Ғөмүмән, эшемдән бик ҡәнәғәтмен. Ҡайһы саҡ балалар күстәнәстәр тотоп өйөмә лә килеп китәләр. Хатта бер бала 7-се класҡа еткәнсе мине күргән һайын ҡосаҡлап ала ине, хәҙер ояла башланы, - ти оло күңелле тәрбиәсе.
Ысынлап та, балалар баҡсаһында балаларҙы яратҡан, күңеле менән сабый булып ҡалыусы кешеләр генә эшләй алалыр.
Олоһон - оло, кесеһен кесе итә белгән Рәхимә Әбдрәхим ҡыҙы кеше менән уртаҡ тел таба белгән, йәш белгестәр өсөн үрнәк булырлыҡ кеше, яҡшы кәңәшен ҡыҙғанмаҫ, ҡаты итеп өндәшмәҫ, ярҙам кәрәккәндә кире бороп ебәрмәҫ, үҙе белгәндәре менән уртаҡлашыусы ысын мәғәнәһендә тәрбиәсе ул.