Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 10:00

Солтан улы – сит ерҙә лә солтан

Үҙ ерендә үҙ яҡташтары менән ҡайнашып йәшәп ятҡандарҙың ғына ҡәҙере лә, баһаһы ла беленмәй. Әллә ниндәй бөйөк эш ҡырһалар ҙа, ҙур уңыштарға өлгәшһәләр ҙә, “шулай булырға тейеш” тип ҡабул итәбеҙ.

Солтан улы –  сит ерҙә лә солтан
Солтан улы – сит ерҙә лә солтан

Үҙ ерендә үҙ яҡташтары менән ҡайнашып йәшәп ятҡандарҙың ғына ҡәҙере лә, баһаһы ла беленмәй. Әллә ниндәй бөйөк эш ҡырһалар ҙа, ҙур уңыштарға өлгәшһәләр ҙә, “шулай булырға тейеш” тип ҡабул итәбеҙ.

Саҡ ҡына ситкә сыҡһаң, тыуған ереңдең эте лә һағындыра, ҡойто ғына һурпаһы ла танһыҡ һымаҡ. Бер танышым алыҫ Калининградта ҡайынды күреп, яҡын туғанымды, башҡортто күргәндәй булып ҡыуандым, тигәйне... Ошолай әйтер өсөн Ватаныңдан ситкә китеү кәрәктер ҙә.

Тамырҙары -
Бөрйәндә
Мәҡәләм геройы Ҡаһарманов Фәрит Солтан улы – беҙҙең райондаш. 1938 йылдың 14 авгусында Иҫке Мөсәт ауылында күп балалы ғаиләләлә 10-сы сабый булып ергә ауаз һалған. Унан өлкән ағай-апайҙарының күбеһе үлеп бөтә, ҡалған ғыналары Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк ҙур илебеҙ буйлап таралыша. Улы Дамирҙың хәтирәләренә ҡарағанда, атаһының әсәһе ике улы менән генә тороп ҡала. Аслыҡ-яланғаслыҡ хөкөм һөргән замандар. Ярты ауыл тиерлек аслыҡтан ҡырыла. Аптырағандың сигенә сыҡҡан әсә кеше 7 һәм 9 йәшлек ике улын да балалар йортона тапшырырға мәжбүр була...Балалар йортонда Фәрит Ҡаһарманов урта мәктәпте тамамлай. Унан диңгеҙсе һәм осоусы яһамаҡ булһалар ҙа, бала ғына сағынан табип булырға тигән теләге үҙ юл-юҫығына тарта.Шуға бар хәленсә ул осорҙа абруйлы тип иҫәпләнгән уҡыу йорттарына инеүҙән баш тарта. Бала саҡ хыялы уны Өфөгә, медицина институтына алып китә. Тик имтихандар араһында сит тел тигәне ауыл балаһының теше үтмәҫтәйе булып сыға... Ул уҡыған ауылда сит ил телдәре бөтөнләй уҡытылмай. Өфөлә ҡалып, йөк тейәүсе-бушатыусы булып тамаҡ аҫрай егет. Үҙенең тапҡан-таянғанын ике балалар йорто тәрбиәләнеүсеһе менән дә бүлешә әле ул.


Икенсе йылына тағы медицина институтына инеп ҡарай. Әлеге лә баяғы тел белмәү бәкәлгә һуға...Ныҡыш, ҡаратырыш ауыл балаһын был ғына ҡурҡытмай – егет, йөрьәт итеп, Мәғариф министрлығына бара. Ул унда ауыл балаларының, тел өйрәнмәү һәм белмәү арҡаһында, ғәҙелһеҙ рәүештә вуздарға инә алмауын иҫбатлай. Ныҡышмал егетте бер генә шарт менән уҡырға алалар – уға бер ниндәй ҙә аяу, өҫөнлөк булмаясаҡ. Был һынауҙы ла лайыҡлы йырып сыға егет – күптәр был ауыл балаһы тәүге сессиянан уҡ “осоп сығыр” тигән мифты тырышлығы менән юҡҡа сығара – институтты уңышлы тамамлай. Уҡыу уға еңел бирелә. Матди яғын алмағанда. Сит тел буйынса алдыра алмағас (“өслө” булғас), стипендияһыҙ уҡый.

Шуға төнөн вагон бушата, 4-се курстан һуң медбрат булып эшләп тә, уҡып та йөрөй. Ҡулына диплом алған белгесте юллама менән Баймаҡ ҡалаһына ебәрәләр. Тәүге дежурствоһында уҡ 4 операция эшләй. Баш табип кисәге студентҡа ҙур өмөттәр бағлай, булдыҡлылығына һөйөнә. Операциялар уңышлы үтеп, аҙағы ла хәйерле булғас, Ҡаһармановҡа ихтирам һәм ышаныс арта. Икенсе курстан уҡ практикала шөғөлләнеү үҙенекен күрһәтә.


Фәрит Солтан улына табиплыҡ һәләте Аллаһтан бирелгән – ул стандарт кешеһе булмай, ҡәтғи һәм урынлы ҡарарҙарҙы ҡабул итә белә, ҡулдары имгә эйә була.

Ҡандан килгән һәләт
Фәрит Ҡаһармановтың ҡатыны, Баймаҡ ҡыҙы Гөлнурҙың хәтирәләренән: “Ҡәйнәм бик шәп халыҡ табибы, имсе ине. Ул кешене тәрбиәләне. Хатта табиптар, акушерҙар ярҙам һорап уға мөрәжәғәт итә ине. Ул кендек инәһе лә булды, быуындар ултыртты. Ауыр аслыҡты үткәрһә лә, 97 йәшкә етеп үлде. Уның кешене тәрбиәләү алымдарына ышаналар ине. Моғайын, Фәриткә табиплыҡ ошолай ҡан–гендар аша күскәндер. Студент сағында уҡ 100-ҙән ашыу операция эшләп, тәжрибә туплаған шәхес ул.


Баймаҡта 4 йыл эшләп, 1967 йылда Себер тарафтарына сығып китте ул. Уны ебәргеләре, шәп белгестән ҡолаҡ ҡаҡҡылары килмәй ине – ул әлеге лә баяғы министрлыҡ аша китте.
Мин медицина училищеһын тамамлағас, беҙ Баймаҡта таныштыҡ. Сорғотҡа унан һуң ике йылдан килдем. Ошонда ғаилә ҡорҙоҡ. Дамир, Марат атлы улдарыбыҙ тыуҙы. Дамир – хирург, атаһы юлынан китте, Марат социаль университетты бөттө”.

Сорғотто яулау
Фәрит Ҡаһарманов тәүҙә ике йыл район дауаханаһының ординатура бүлмәһендә йәшәй. Аҙаҡ уға бер бүлмәле фатир бирәләр.Ул осор, нигеҙҙә, ҡала ағас йорттарҙан тора, 5 ҡатлы эре панелле йорттар тик 1970 йылдар башында ғына барлыҡҡа килә башлай. Шул мәлдә Ҡаһармановтар ҙа заманса ике бүлмәле йортло була. Юлһыҙлыҡ бәкәлгә һуға. Нәҡ ошо юлдарҙың насарлығы арҡаһында бәғзе осраҡта сирлеләрҙе дауаханаға алып барып еткерә лә алмайҙар – улар юлда йән бирә...


Ул мәлдә ҡалала өс кенә хирург була: Иванов, Ҡаһарманов, Меньшиков. Фәрит Солтан улы дауахананан өйөнә ҡайтмай тиерлек. Ғаиләһе уны бик һирәк күрә. Дежур булмаған осоронда өйҙә ултырғанында ла ул бер ергә лә сыға алмай, сөнки тәүлектең теләһә ниндәй ваҡытында сирлеләргә кәрәк булыуы бар. Ул осор һәр ерҙә табиптар етешмәй. Бәғзе саҡ бер төндә өс тапҡыр уның артынан “тиҙ ярҙам” машинаһы килә. Бер сирлегә операция яһап ҡайтып мендәргә башын терәүе була – кире саҡыртып алалар.


“Фәрит шул хәтлем йонсоп, арып бөтә ине, хатта сәғәт зырылдауын да ишетмәй ине, уны уятыр өсөн лампочканы яндырыу кәрәк була торғайны”, - тип хәтерләй ҡатыны Гөлнур ханым.

Пациенттарын
ихтирам итә
Фәрит Солтан улының шәп табип, алтын ҡуллы хирург икәнлеге хаҡында Сорғотта белмәгән кеше булмағандыр. Яҡшаты алдан йөрөй Бөрйән уҙаманының – уға эләгергә, уның ҡулында дауаланырға тырышалар. Пациенттарын ихтирам итә, һәр ауырыуға иғтибарлы, миһырбанлы, кешелекле була. Һәр ғүмер өсөн ихлас көрәшә, һәр сирле өсөн йәнен бирергә әҙер була. Ҡаны 1-се ыңғай төркөм була. Дауаханала ҡан етмәгән осорҙа ул үҙе сирле эргәһенә йәнәш ятып, уның ҡанын сирлегә туранан-тура ағыҙалар. Ҡан биргәс, һикереп тороп, операция эшләргә тотона. Бәғзе саҡ ул үҙе йығылыр хәлдә йөрөй, әммә ауырыуҙарҙың хәлен хәлләүҙе беренсе урынға ҡуя. Ана шундай фиҙакәрлек күрһәтә ул эштә!


Фәрит Солтан улы киң профилле белгес була – аборттар, балаятҡынан ситтә яралған яралғыны алыу, бөтә булған хирургия һәм травматология операцияларын эшләй, сыҡҡан быуындарҙы ултырта, баш-мейе йәрәхәттәрен дә дауалай.


1973 йылда бер ғибрәтле хәл була: колонияның бер һаҡсыһы үҙенең 12 иптәшен ата ла, үҙенә-үҙе ҡул һала.Ике кеше генә тере ҡала, улары ла ҡанды күп юғалтҡан була. Бер егеттең йөрәгенә операция яһай Фәрит Солтан улы – мөғжизә менән терелә теге.


Бер мәл ире бауырына атҡан иҫһеҙ ҡатынды алып киләләр – Ҡаһарманов яралының бауырҙарын бүлем-өлөштәрҙән йыйып-ҡоршай. Кешене тиккә генә эт йәнле, тимәйҙәр – һауығып, аяғына баҫа бисара.

Ағас дауахананан – замансаға
Бөрйән затлы тырыш хирург масштаблы фекер йөрөтә – ағас дауахананың мөмкинлектәре сикле икәнен теүәл иҫәпләй, ҙур һәм заманса йыһазландырылған, яңы ҡорамалдар талап иткән дауахана төҙөтөү кәрәклеген күҙаллай. Ниәттәрен бойомға ашырыу юлында төрлө рангалағы түрәләр менән айҡашһынмы, үҙенең дөрөҫлөгөн иҫбат итһенме – уйынан кире дүнмәй. Фәҡәт уның тырышлығы менән Сорғотта “Травматология үҙәге” барлыҡҡа килә. Күпме нервыһы, йоҡоһоҙ төндәре, һаулығы сарыф ителә уның ошо үҙәкте астырам тип...

Үҙенекен иҫбат итер өсөн Төмәнгә бер генә бармай ул. Өлкәнең баш травматологы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы Тамара Дмитриевна Сатюкованың кабинетына юлды аҙ тапамай. Һөҙөмтәлә, үҙәктә балалар травматологияһы, ортопедия, нейрохирургия, хирургия бүлектәре асыла.


Тормош йылғаһы бер йырҙанан ғына ыңғай аҡмай. 90-сы йылдарҙың болғаҡ шауҡымы алыҫ Себергә лә ҡағыла. Табиптар өсәр айлап эш хаҡы ала алмай интегә. Ошо сетерекле мәлдәрҙә лә ул салт аҡылы, дөрөҫ ҡарары һәм коллективына кешелекле ҡарашы менән еңеп сыға ала.

Эшләһәң, күтәрәләр
Үҙ эшенә үтә яуаплы ҡараған табипты етәкселек тә күрә, күтәрә. Ҡаһарманов Себерҙәге тәүге “Травматология үҙәге” нең алыштырғыһыҙ баш табибы була. Эш аралаш кандидатлыҡ диссертацияһын да яҡлап өлгөрә, табип-травмотолог- ортопед булараҡ даны алдан йөрөй. Ханты-Манси автоном округының травматология хеҙмәте үҫешенә ҙур көс һалған шәхес ул. 70-се йылдар аҙағында район үҙәк дауаханаһының хирургия бүлеген етәкләгәнендә үк, травматология бүлегенә яңы бина кәрәк, тип сығыш яһаған, улай ғына түгел, төрлө даирәләрҙә саң ҡаҡҡан кеше.


Себер тарафтарына бөтә Союздан кеше ағыла, сәнәғәттә йәрәхәттәр алыу арта, дауаханаларҙа урын етешмәй – ошо проблеманы алдан күрә белеп, ваҡытында дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул иткән етәксе ул. Тиккә Фәрит Солтан улына Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған табибы исеме бирелмәй. Үҙе төҙөткән үҙәккә Илизаров аппараты һәм заманса медицина ҡорамалдары алдырыуға ла ирешә ныҡыш табип. Уның үҙәгендә ҡатмарлы операциялар яһала. Тағы бер йүнәлештә уңышҡа ирешә – нейротравма ыңғай юҫыҡ ала. Ул ил етәкселегенә нейротравматология белгестәре һорап мөрәжәғәт итә. Был аҙымға һәр кем бара алмай, әлбиттә. Һөҙөмтәлә, 40 койка-урынлыҡ нейрохирургия бүлеген астыртыуға өлгәшә.Уның ныҡышмаллығы һәр саҡ уңышҡа ирешеүгә юл аса. Травматология үҙәгендә дауалау процесының тулы сылбырын тергеҙергә өлгәшә: диагностика – дауалау – тергеҙеү.


Фәрит Солтан улының тырышлығы менән Сорғотта өлкәнең протез-ортопедия бүлексәһе лә асыла.1996 йылдың октябрь аҙағында уның презентацияһы үтә. Ул үҙенә күрә протездар әҙерләү оҫтаханаһы ролен үтәй. Оҫтахана персоналы стажировканы Великобританияла үтә. Белгестәр фекеренсә, ошондай заманса оҫтахана Рәсәйҙә тәүгеләрҙән иҫәпләнә. Бүлексә асылыу Себер халҡын протез ҡуйҙырыу өсөн ер аяғы ер башына барыуҙан ҡотҡара. Нәҡ Ҡаһарманов етәкселек иткәндә таз-янбаш, тубыҡ һөйәктәрен эндопротезлау менән шөғөлләнә башлайҙар.1995 йылдан Сорғотҡа Мечников исемендәге институттан кварталына бер тапҡыр ике профессор эшкә килә һәм округ финанслаған программа буйынса эшләй. Ошо эштәрҙең башында ла атайым торҙо, ти Фәрит Солтановтың хирург улы Дамир.


Фәрит Ҡаһарманов булғаны менән мөрхәтһенә торған шәхес булмай – квалификацияһын күтәреү өҫтөндә эшләй, Ленинградта йә Мәскәүҙә уҡый, Ҡурғанға Илизаров клиникаһына йыш ҡына барып тәжрибә туплай. Академик үлгәс, уның уҡыусыһы В. Шевцов менән дуҫтарса бәйләнеш булдыра. Ҡурған профессорҙары Сорғотҡа килеп лекциялар уҡый, өйрәтә. Донъяға билдәле ғалимдар Фәрит Ҡаһарманов менән таныш һәм дуҫ булыу арҡаһында, ошо бәләкәй Сорғотто үҙ итә.


Фәрит Ҡаһарманов оҫта ойоштороусы, оратор ҙа була. Алдына алғанын ҡуймай – барыбер үҙенекен эшләп ҡуя. Бер ваҡытта ла ҡыҙмай, кешегә ҡаты бәрелмәй. Матур холоҡ-фиғеле өсөн дә уны яраталар, хөрмәт итәләр.

Тарих яҙған
Себер ташына
Сорғотта Ф. Ҡаһарманов башланғыс биргән, юллап йөрөп төҙөткән, бөгөн 11 бүлексәһе булған үҙәктең донъяла аналогы юҡ! Коллективта ғына 400-ҙән артыҡ кеше эшләй.

Ҡаһармановтың идеяһы менән төҙөлгән травматология үҙәге, заман һынауҙарын уңышлы үтеп, 1995 йылда округ дәрәжәһен ала. СССР-ҙа беренселәрҙән булып ошонда Илизаров аппараты ҡулланылыш таба! Үҙәк донъя кимәлендә заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыла, танылыу яулай. Микрохирургия техникаһы үҙләштерелә. Бөтә ошо эштәр Себерҙәге халыҡтың файҙаһына була, ҡала һәм өлкәнең хеҙмәт ресурстарын һаҡлауға булышлыҡ итә. Үҙәктең тәүге баш табибы булған Фәрит Солтан улын күп тапҡыр икенсе ҡалаларға ҙур вазифалар вәғәҙә итеп саҡыралар, әммә ул Сорғотона тоғро ҡала. Ғүмеренең ахырынаса ул травматология поликлиникаһында табип-консультант булып эшләй.


Уның исеме Сорғот ҡалаһы һәм районы тарихына мәңгелеккә ингән. Ул үҙе табиплыҡ һәләте менән ғүмер бүләк иткән кешеләрҙең хәтерендә лә легенда булып йәшәй...


Талантлы һәм абруйлы яҡташыбыҙҙың һуңғы төйәге лә – алыҫ Себер тарафтарында. Мосолман атрибуты булған ай ҡунаҡлаған ҡәбер рәшәткәһенә, плитәлә һүрәт - аҡ халатлы табип операция бүлмәһендә көслө яҡтыртҡыстар аҫтында тора һәм уның үҙенең һүҙҙәре мәрмәргә уйып яҙылған: “Минең ғүмеремдең маҡсаты һәм мәғәнәһе – донъя кимәлендәге заманса медицина институттары һәм үҙәктәре кимәленә күтәрелгән травма хеҙмәтен ойоштороу” (Фәрит Ҡаһарманов).

Эпилог
урынына
Сорғот ҡалаһы хакимиәте заказы буйынса “Тере хәтер. Фәрит Ҡаһарманов” тигән китап сығарылған.Авторҙар коллективы ижад иткән китап Сорғотта 2018 йылда сыҡҡан. Рус телендә яҡташыбыҙ хаҡында яҙылған был китапты уҡып сыҡҡас, һәптеюҡ һеңгәҙәп йөрөлдө – булған бит ысын таланттар, үҙ эшенең оҫталары, бына тигән етәкселәр, ябай ғына табип һөнәрен тотош донъя кимәленә күтәреүселәр.


Фәрит Солтан улы Ҡаһарманов – Бөрйән затлы, башҡорт атлы ир-уҙаман. Исемен телгә алғас, ошондай яҡташым булған, тип күңелеңдә ғорурлыҡ уятырлыҡ, хеҙмәте менән сит ерҙәрҙә лә олтан булып түгел, солтан булып танылған олуғ шәхес. Бөрйән кешеһе.Төйәгебеҙ даны.

 

Солтан улы –  сит ерҙә лә солтан
Солтан улы – сит ерҙә лә солтан
Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: