Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
24 Сентябрь 2021, 10:00

Махсус саралар ҡабул ителде

Бөрйән районы биләмәһендә яңы nCoV- 2019 коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү бу-йынса оператив штаб ултырышы үтте.

Махсус саралар ҡабул ителде
Махсус саралар ҡабул ителде

Бөрйән районы биләмәһендә яңы nCoV- 2019 коронавирус инфекцияһы таралыуын иҫкәртеү бу-йынса оператив штаб ултырышы үтте.

Сарала Бөрйән районындағы белем биреү ойошмаларында һәм тотош райондағы санитар-эпидемиологик хәл тураһында көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде.

Район үҙәк дауаханаһының баш табибы И.Фәтҡуллин белдереүенсә, коронавирус инфекцияһы районда юғары тиҙлектә тарала. Үткән аҙнала 182 ауырыу осрағы теркәлгән. Алдағы аҙна (116 осраҡ) менән сағыштырғанда, яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыу осрағының 34 %-ҡа артыуы күҙәтелә. Әммә анализдар һанына ҡарап, ауырыуҙың асыҡланыу осрағы 2%-ҡа күбәйгән, тип һығымта яһарға мөмкин.


Бер аҙна эсендә балалар һәм үҫмерҙәр араһында сирләүселәр һаны 2 тапҡырға, хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләр араһында 15 %-ҡа артҡан.
Ике аҙна элек 307 тикшереү үткәрелгән, шуларҙың 116-һы ыңғай һөҙөмтә күрһәткән, йәғни 100 анализға 37,8% булған. Үткән аҙнала 508 тикшереү үткәрелгән, уларҙың 182 осрағы ыңғай тип табылған йәки 100 анализға ҡарата 35,8%.


1 июндән алып районда 1009 кеше ауырыған. Улар араһынан 2 йәшкә тиклемгеләр – 39, 14 йәшкә тиклемгеләр - 208, 15-17 йәшлек үҫмерҙәр - 51 кеше. Балалар һәм үҫмерҙәр дөйөм – 259 кеше (ауырыусыларҙың 25,7 %). Хеҙмәткә яраҡлылар – 567 кеше (ауырыусыларҙың 56,2 %), хеҙмәт йәшенән ололар – 183 кеше (ауырыусыларҙың 18,1 %).


1 июндән вакцина яһатҡандар араһынан 53 кеше сирләгән. Ләкин улар сирҙе сағыштырмаса еңел һәм ауыр эҙемтәләрһеҙ үткәргән.


Дауаханаға 27 кеше һалынған, амбулатор шарттарҙа 535 кеше дауалана, 429 кеше һауыҡҡан.


1 июндән алып вафат булғандар - 8 кеше (сирлеләрҙең 0,8 проценты).
Пандемия башланғандан алып Бөрйән районында бөтәһе 1160 кеше ауырыған (район халҡының 6,9%).


Вакцина яһау планы - 8920 кеше. 19 сентябргә ҡарата 6685 доза вакцина алынған. 3370 доза вакцина ҡулланылған, ҡалған өлөшө - 2515 доза.


Вакцинаның 1-се компонентын - 3370 кеше, 2-се компонентын 2642 кеше яһатҡан. 65 йәштән өлкәндәр араһында 1-се компонентты – 909 кеше, 2-се компонентты 714 кеше эшләткән.
Район мәғариф бүлеге муниципаль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы вазифаһын башҡарыусы И. Сәйфитдиновтың райондағы белем биреү ойошмаларының санитар-эпидемиологик хәле тураһындағы сығышын тыңлағандан һуң, комиссия шундай ҡарарға килде:


- халыҡ араһында коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация сараларын дауам итергә;


- 23 сентябрҙән Әбделмәм-бәт, Аҫҡар, Байназар, Ырғыҙлы, Иҫке Монасип, Иҫке Собханғол урта дөйөм белем биреү мәктәптәренең 5-8-се һәм 10-сы класс уҡыусыларын, байрам көндәрен иҫәпкә алып, 12 октябргә тиклем дистанциялы уҡытыу режимына күсерергә;


- әгәр яңы коронавирус инфекцияһы һәм киҫкен респираторлы вирус инфекцияһы менән ауырыу осрағы 20 %-тан артыҡ балала теркәлһә, аҙ комплектлы мәктәптәрҙән тыш, райондың белем биреү учреждениелары кластарын дистанцион уҡытыу режимына күсерергә;


- белем биреү учреждениеларында, шул иҫәптән өҫтәмә белем биреү ойошмаларында, балалар ҡатнашлығында күмәк саралар үткәреүҙе тыйырға (уйын, күңел асыу, спорт саралары);
- Роспотребнадзорҙың белем биреү учреждениеларында Covid-19 инфекцияһы таралыу хәүефе шарттарында эшен ойоштороу ҡағиҙәләренең, тәҡдимдәренең теүәл үтәлеүен тәьмин итергә;


- Рәсәй Эске эштәр министрлығының Бөрйән районы буйынса бүлексәһенә халыҡ араһында, сауҙа нөктәләрендә, халыҡ күп йөрөгән объекттарҙа битлек режимын үтәү буйынса иҫкәртеү рейдтары үткәрергә тәҡдим итергә;


- ойошмалар, учреждениелар етәкселәренә, сауҙа объекттары хужаларына коронавирус инфекцияһына ҡаршы санитар-эпидемиологик саралар үткәрергә (битлек, термомет-рия һ.б.);
- бөтә ойошмаларҙа, учреждениеларҙа Роспотребнадзор талаптарын үтәү бу-йынса контролде көсәйтергә;


- хеҙмәткәрҙәр араһында вакцинациялау буйынса аңлатыу эштәре алып барыуҙы дауам итергә;


- халыҡ күп йыйылған саралар үткәреүҙе сикләргә;


- райондың бөтә граждандарына ла күмәк кеше йыйылыу урындарында һәм урамда битлек һәм социаль дистанция режимын һаҡлап йөрөргә.

Автор:Р. БАЙЫМОВ.
Читайте нас: