Йәмғиәт
22 Сентябрь 2021, 04:00

Әүҙемлек – тормош талабы

Ошо шәп тиҙлекле заманда үҙ көстәре, инициативалары, эштәре менән тормошобоҙҙо сағыуыраҡ, төҫлөрәк итеүсе йәмәғәт ойошмалары нисек көн итә – райондың “Хәрби хәрәкәттәр ветерандары” ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары О. Ғәлиев менән әңгәмә ошо хаҡта.

Әүҙемлек – тормош талабыӘүҙемлек – тормош талабы
Әүҙемлек – тормош талабы

Ошо шәп тиҙлекле заманда үҙ көстәре, инициативалары, эштәре менән тормошобоҙҙо сағыуыраҡ, төҫлөрәк итеүсе йәмәғәт ойошмалары нисек көн итә – райондың “Хәрби хәрәкәттәр ветерандары” ойошмаһы етәксеһе урынбаҫары О. Ғәлиев менән әңгәмә ошо хаҡта.

Заман башҡа – заң башҡа, тигән мәҡәл үҙенең хаҡлығын меңләтә раҫлаған мәлдәр кисерәбеҙ.
Заман заңы беҙҙең тормошобоҙға яңылыҡтар, тиҙлек, борсолоу-хафа, шатлыҡ-ҡыуанысын да, сигенергә уйламаҫ сир-зәхмәтен дә, бөтәһенә ҡалҡан булыр иман байлығын да керетте.

- 19 сентябрҙә һеҙҙең ойошоп эш башлауығыҙға теүәл бер йыл тула – ошо дәүерҙә нимәләргә ирештегеҙ?
- 2020 йылдың 19 сентябрендә локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусыларға арнап ҡуйылған һәйкәл янында ойоштороу йыйылышы үтте.
Төрлө ауылдарҙан 20-ләп ир-ат йыйылды. Шунда төркөм булдырырға ҡарар иттек. Аҙаҡ һәр ауылда тиерлек төркөмдәр төҙөлөп, уларҙың етәкселәре билдәләнде. Башҡортостандың Хәрби хәрәкәттәр ветерандары союзына индек.


- Һеҙҙең төркөм составында кемдәр бар?
- Беҙҙең төркөмгә Чечен Республикаһында, Ингушетияла, Дағстанда, Абхазияла, Таулы Ҡарабах, Көньяҡ Осетия, Тажикстан һәм Сирияла хеҙмәт иткән хәрби хәрәкәттәр ветерандары тупланған.
1 июлдә күмәкләп Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөн билдәләп үттек, бөтә саралар ойошҡанлы үтә. Башҡа йәмәғәт ойошмалары менән берлектә дуҫ-татыу эшләйбеҙ, сараларҙа бергәләп ҡатнашабыҙ.


- Тағы ниндәй саралар үтте?
- Берҙәм форма булдырҙыҡ, төркөмгә “Бөркөттәр” тип исем бирҙек. Үҙебеҙҙең байраҡ бар.
Беҙҙә иҫәптә Ватан алдындағы бурысын үтәгәндә, унан һуң хеҙмәттән ҡайтҡас вафат булған егеттәрҙең 48 ғаиләһе тора. Күп балалы һәм мохтаж ғаиләләрҙе үҙ ҡанатыбыҙ аҫтына алғанбыҙ һәм аҙыҡ-түлек йыйылмаһы менән ярҙам итеп торабыҙ. Беҙ был юҫыҡта район хакимиәте, йәштәр, опека һәм попечителлек бүлектәре, район ирекмәндәре, “Ғаилә” үҙәге менән бергә эшләйбеҙ. Сирләп ятыусыларға һәм мәрхүм булғандарға айырым ярҙам ойошторабыҙ. “Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит” акцияһына әүҙем ҡушылдыҡ, 21 ғаиләгә аҡсалата ярҙам иттек.


Шулай уҡ егеттәрҙе юбилейҙары, тыуған көндәре менән ҡотлауҙы ойошторҙоҡ – бүләк тапшырабыҙ, йылы һүҙҙәр менән ихлас тәбрикләйбеҙ.
Беҙҙең төркөмдә эскелеккә яу асылған. Хәмер менән дуҫ булғандар менән беҙ дуҫ түгел.


Ябай ғына, әммә тетрәндерер статистика: райондан Чечен Республикаһында – 2, Абхазияла 1 егетебеҙ башын һалған. Ә ошо бәрелештәрҙән имен ҡайтып, тыныс тормош шарттарында баҡый донъяға күсеүселәр – 36. Уларҙың 5-6-һы ғына сир йәки бәхетһеҙ осраҡҡа тарып үлгән, башҡаларын, үкенескә күрә, “йәшел йылан” быуған, бәғзеләре кеше ҡулынан мәрхүм, үҙ–үҙенә ҡул һалғандар ҙа бар... Күпселек бәләнең башы – хәмер.


Шуға күрә беҙ төркөмдө кәйеф-сафа ҡороу өсөн түгел, ә тормош юлында бер-беребеҙгә терәк-таяныс булып, аралашып, хәл белешеп йәшәр өсөн астыҡ.
Төркөмөбөҙҙөң үҙ имамы бар. Ул да – хәрби хәрәкәттәр ветераны. Осрашһаҡ, мәрхүм булған ир-егеттәр рухына аят бағышлап, доға ҡылабыҙ – уларҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
Эске ғәскәрҙәрҙә (хәҙергесә Росгвардияла) хеҙмәт иткән егеттәргә түләүһеҙ һәйкәлдәр ҡуйыу тәңгәлендә һорау ҡалҡты. Яҙышыу, телефондан аңлатыу һ.б. тейешле һөҙөмтә бирмәне. Беҙгә барлығы 15 һәйкәл ҡуйыр кәрәк ине.


Егеттәр менән йыйын үткәреп, үҙебеҙҙең көс менән һәйкәлдәр эшләтеп ҡуйырға тип ҡарар ҡылдыҡ.
Бөгөнгө көнгә беҙ Ғәлиәкбәрҙә - 1, Нәбиҙә 1 һәйкәл ҡуйырға ярҙам иттек. Әле 3 һәйкәлгә заказ биреп, уларҙың береһе – Мәһәҙей, икәүһе Әбделмәмбәт ауылында ҡуйылды.
Алла бирһә, һәләк булған бөтә егеттәргә һәйкәл ҡуйырға уй.


- Тағы ни әйтер инегеҙ?
- Беҙҙең төркөмдөң эше үҙ-ара аңлашыуға, миһырбанлыҡ күрһәтеүгә, дуҫлыҡҡа ҡоролған. Тәкәбберләнеү, танау күтәреү беҙгә ситен. Кемдәндер, ҡайҙандыр беҙҙең проблемаларҙы хәл иткәнен көтөү түгел, үҙебеҙгә эшләргә, юлдарын табырға тырышырға кәрәк. Үҙ-ара аңлашыу, бер-береңә ихтирам, иғтибар булғанда ғына ошоларға ирешергә мөмкин.
Эшебеҙ ошондай юҫыҡҡа ҡоролғанға ла беҙгә район хакимиәте һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙа. Район үҙәк дауаханаһы, ФОК, мәҙәниәт бүлеге һәм башҡа ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.


Күпкөрәш буйынса беҙҙең команда Өфөлә 1-се урын яуланы.
Бер йыл әллә ни оҙаҡ ваҡыт түгел, әммә беҙ һәлмәк кенә эштәр атҡарғанбыҙ.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас