Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының офисында фәнни-ғәмәли семинар үтте. Кәңәшмәлә айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә урман үҫентеләренә зыян килтереүсе ҡоротҡос бөжәктәрҙең таралыуына ҡаршы көрәш саралары буйынса актуаль һорауҙар күтәрелде.
Семинар-кәңәшмәне Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығының директоры Айнур Бейембетов алып барҙы.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов һәм “Башҡортостан Республикаһының айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре буйынса дирекцияһы” дәүләт учреждениеһы директоры Салауат Нафиҡов сәләмләне.
Кәңәшмәлә урман үҫентеләрен ҡырған ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы көрәштә ниндәй ысулдар ҡулланыу мәсьәләһе, ғөмүмән, көрәшергә кәрәкме әллә юҡмы тигән һорауҙар ҡаралды. Көрәшкән саҡта ла берҙәм ҡарарға килергә, оптималь вариантты һайлап алырға, белгестәрҙең, ғалимдарҙың фекеренән тыш, урындағы халыҡтың да фекерен иҫәпкә алырға тигән бурыстар ҡуйылды.
Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәре, биология фәндәре кандидаты Вәсилә Яныбаева ҡурсаулыҡтағы урман участкаларының хәл-торошо хаҡында презентация, таблицалар ярҙамында һөйләп үтте.
Ҡоротҡос бөжәктәргә ҡаршы көрәш саралары хаҡында ул Силәбе, Хакас ҡурсаулығы, Таулы Алтайҙа булған оҡшаш хәлдәр миҫалында һөйләне.
“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығындағы урман биләмәләренең хәле тураһында ҡурсаулыҡтың ғилми эштәр буйынса директор урынбаҫары, биология фәндәре кандидаты Наилә Сәйфуллина сығыш яһаны.
“Башҡортостан” милли паркындағы урмандарҙың торошон урман бүлеге начальнигы Рәғиз Муллағолов бәйән итте.
Ҡоротҡостар һанының ҡапыл артыуы климаттың үҙгәреүенә бәйле, ти белгестәр. Тәбиғәт бындай төр бөжәктәрҙең артыуын, йә кәмеүен үҙе көйләй, был цикллы күренеш, тип тә билдәләйҙәр. Шуға күрә паникаға бирелергә кәрәкмәй, ә ҡарарҙар ҡабул итергә һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә әҙер булыу маҡсатында ошондай семинар-кәңәшмәләр үткәреү, белгестәр фекерен туплау мөһимлеген билдәләп үттеләр.
Семинарҙың практик өлөшө Һарғая ауылында үтте. Унда ваҡытлыса һәм даими майҙансыҡҡа сығыу ойошторолдо. Урмандарҙың күпләп ҡоротҡос бөжәктәрҙән зыян күреүенә ҡаршы тороу саралары буйынса йомғаҡтар яһалды.
Кәңәшмәлә шулай уҡ был өлкәлә белгестәр әҙерләү, мониторинг һәм күҙәтеүҙәрҙе көсәйтеү, ошондай төр эштәрҙе алып барыуға грант алыуға өлгәшеү, башҡа белгестәрҙең тәжрибәләрен өйрәнеү, берҙәм банк төҙөп, мәғлүмәттәрҙе бер урынға туплау һәм башҡа тәҡдимдәр әйтелде.