Йәмғиәт
21 Сентябрь 2021, 10:00

Үәт, исмаһам, туғанлыҡ!

Районда төрлө йылдарҙа Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәрҙе бер ҡорға туплап, өлгө булырлыҡ йәмәғәт эштәре алып барған “Диңгеҙселәр туғанлығы” ойошмаһы эшләп килә.

Үәт, исмаһам, туғанлыҡ!Үәт, исмаһам, туғанлыҡ!
Үәт, исмаһам, туғанлыҡ!

Районда төрлө йылдарҙа Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт иткәндәрҙе бер ҡорға туплап, өлгө булырлыҡ йәмәғәт эштәре алып барған “Диңгеҙселәр туғанлығы” ойошмаһы эшләп килә.

Байназар ауылы диңгеҙселәре үҙебеҙҙең төркөмдә, бер иптәшкә төҙөлөп бөтмәгән йортон ҡаты һыуыҡтар башланғансы эшләшеп бирәйек әле, тигән мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.
Төркөм дүрт көн эсендә төҙөлөш материалдары һатып алыуға аҡса йыйҙы. Бәғзе бер моряктар үҙҙәре материал менән ярҙам итте.


18 сентябрҙә ҙур өмә үтте – кемдер йөк машинаһы менән ярҙамға килде, кемдер бетон болғағысын алып килде, кемдер таҡта-фәлән алып килде. Өмәләр 20 сентябргә тиклем дауам итәсәк, сөнки ҡаты һыуыҡтар бына-бына ғына башланырға тора.


Изгелек эшлә лә һыуға һал – халыҡ белер, халыҡ белмәһә, балыҡ белер, ти халыҡ мәҡәле.


Ошоно эше менән раҫлай ҙа инде диңгеҙселәр – ысынлап та, туғанлыҡ ҡан-ҡәрҙәшлеккә генә нигеҙләнмәй, ауыр саҡта бер-береңә иң ҡуя белеү, тел ярҙамы, ҡул ярҙамы күрһәтеп, кешегә яңғыҙ түгел икәнлеген дәлилләү ҙә – рухи туғанлыҡтың матур сағылышы.

Үәт, исмаһам, туғанлыҡ!
Үәт, исмаһам, туғанлыҡ!
Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас