

Быйылғы йыл ҡырыҫлығы, эҫелеге менән йонсотто. Әммә йүнселдәр, егәрлеләр аптырап ҡалманы.
Яңы Мөсәт мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Матурлыҡ көнө уңайынан сәскә үҫтереүселәрҙе тәбрикләне. Бер юлы көҙгө муллыҡҡа арнап Бәлеш байрамы ла ойошторолдо.
Беҙҙең халыҡ егәрле. Ауылда сәскә, гөл үҫтермәгән берәү ҙә юҡ. Береһенән-бере уҙышып, төрлө дизайндар менән биҙәп, сәскәнең әллә күпме төрөн үҫтерәләр.
Оҫталыҡта ла мах бир-мәйҙәр. Бәлештәрҙең ниндәйҙәрен генә бешермәгәндәр. Бигерәк тә Гөлназ Сәйәхова «Фәрештәнең күҙ йәше» тигән беҙҙең өсөн ятыраҡ бәлеш менән һоҡландырҙы. Ҡәйнәле-киленле Рәйсә һәм Айгөл Ҡаһармановалар - сәскә үҫтереү оҫталары. Рәйсә апай баҡсаһында үҫкән алманан бешергән бәлеше менән дә һөйөндөрҙө.
Кәпәс дәүмәллек сәскә атҡан яран гөлдәре Рәмзилә Уразаеваныҡы. Рәмзилә лә 3 төрлө бәлеше менән һоҡландырһа, Рима Ҡаһарманованың муйыл бәлештәре – быйыл муйылдың күп булыуына ишара.
Сәскәләр үҫтереү тәжрибәләре менән уртаҡлашып, матур бүләктәргә эйә булып, тәмле бәлештәр менән һыйланды ҡатнашыусылар. Байрам күңелле сәй табыны артында тамамланды. Мул йәшәйбеҙ икән, Аллаға шөкөр!
Донъялар имен булһын да һаулыҡ булһын!