Бер янғын булған – Яңы Собханғол мәктәбенең иҫке бинаһы янындағы гараж янған.
Демография
Үткән аҙнала 4 сабый тыуған. 1 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 3 ғаилә тарҡалған. 1 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән.
01 хәбәр итә
Бер янғын булған – Яңы Собханғол мәктәбенең иҫке бинаһы янындағы гараж янған.
02 хәбәр итә
Сентябрҙең 13-өнән 20-һенә тиклемге ваҡыт эсендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 42 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә шәхси милеккә ҡул һуҙыу (2), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (2), наркотик средстволар һаҡлау (1), кеҫә телефоны юғалтыу (1), урман янғыны хаҡында хәбәр (1), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (4), битлек режимын боҙоу (3), ғаилә низағы (3), шәхси милекте һәм документтар юғалтыу (1) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 62 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 57. 2 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.