Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Сентябрь 2021, 09:30

Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтте

Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтте. Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, быйыл һайлауҙар 3 көн буйы барҙы.

Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтте
Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтте

Дәүләт Думаһына һайлауҙар үтте. Барыбыҙға ла мәғлүм булыуынса, быйыл һайлауҙар 3 көн буйы барҙы.

Һайлау участкалары 17 сентябрҙә иртәнге сәғәт 8-ҙә асылды. Республикала йәшәүселәр 3 403 һайлау участкаһында, шул иҫәптән дауаханаларҙа, һаҡ аҫтында тотоу урындарында, шифаханаларҙа, вокзалда, ҡарттар йорттарында тауыш бирҙе.


Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән граждандарға участка һайлау комиссиялары ағзалары өйҙәренә барып һайлатты.


Беҙҙең район халҡы 37 һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Депутаттар араһында иң күп тауышты “Берҙәм Рәсәй” партияһынан Зариф Байғусҡаров (51,51 процент) менән КПРФ-ынан Илгиз Һөйөндөков (34,14 процент) йыйҙы. Зариф Закир улы өсөн - 4325, Илгиз Варис улы өсөн 2866 кеше тауыш биргән.


Рөстәм Әхмәтйәновҡа – 322 (3,84), Нина Рамазановаға – 206 (2,45), Рафаэль Харисовҡа – 125 (1,49), Максим Власенкоға – 79 (0,94), Сергей Зубаковҡа – 34 (0,40), Дмитрий Колесниковҡа – 20 (0,24), Вячеслав Левковичҡа 15 (0,18) тауыш бирелгән.


Партиялар араһында ла “Берҙәм Рәсәй” күпселек тауыш менән еңеп сыҡты – 4314 райондашыбыҙ тап ошо партияға ышаныс белдергән. Икенсе урында – КПРФ. 3018 кеше (35,83 процент) ошо партияны һайлаған. ЛДПР – 197 тауыш (2,34 процент), Ғәҙел Рәсәй – дөрөҫлөк өсөн – 125 (1,48), Рәсәй коммунистары коммунистик партияһы -93 (1,10), Пенсионерҙар партияһы – 77 (0,91), “Яңы кешеләр” – 57 (0,68), “Йәшелдәр” Рәсәй экологик партияһы” – 47 (0,56), Азатлыҡ һәм ғәҙеллек Рәсәй партияһы – 26 (0,31), Йәшел альтернатива – 18 (0,21), “Тыуған ил” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы – 17 (0,20), “Яблоко” Рәсәй берләштерелгән демократик партияһы” – 14 (0,17), “Гражданлыҡ платформаһы” – 8 (0,09), “Үҫеш партияһы” – 6 (0,07) тауыш йыйған.


Һайлауҙарҙа 8426 кеше ҡатнашҡан. Был райондағы һайлау хоҡуғы булған граждандарҙың 70,23 проценты.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: