Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2021, 09:00

Һөнәрмәндәр барҙа бирешмәбеҙ

Быйылғы һымаҡ ҡоро йәйҙе йәшәмеш ҡарттар ҙа иҫләмәй, 1975 йылғы ҡоролоҡта ла былай уҡ булманы, тип ебәрәләр.Һынаулы йылда еребеҙҙең йәшел ҡалҡаны тип нарыҡланған урманыбыҙ һағында тороусылар үҙҙәренең һөнәри байрамын нисек билдәләй – Бөрйән районы буйынса “Урмансылыҡтар менән идара итеү” ДҠУ-һының бүлек начальнигы Илшат Ғәлимйән улы Ишбулатов менән әңгәмә ошо хаҡта.

Һөнәрмәндәр барҙа бирешмәбеҙ
Һөнәрмәндәр барҙа бирешмәбеҙ

Быйылғы һымаҡ ҡоро йәйҙе йәшәмеш ҡарттар ҙа иҫләмәй, 1975 йылғы ҡоролоҡта ла былай уҡ булманы, тип ебәрәләр.
Һынаулы йылда еребеҙҙең йәшел ҡалҡаны тип нарыҡланған урманыбыҙ һағында тороусылар үҙҙәренең һөнәри байрамын нисек билдәләй – Бөрйән районы буйынса “Урмансылыҡтар менән идара итеү” ДҠУ-һының бүлек начальнигы Илшат Ғәлимйән улы Ишбулатов менән әңгәмә ошо хаҡта.

- Беҙҙең төп бурыс – урмандарҙы һаҡлау. Районда 466,87 гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙеү буйынса эштәр алып барылды, шул иҫәптән “Бөрйән урман хужалығы” ДАУ-ының дәүләт йөкләмәһе буйынса – 106 гектар майҙанда, үҙебеҙҙең средстволар иҫәбенән – 5,26 гектар майҙанда. 1,28 гектар майҙанда “Йәшел Башҡортостан” акцияһы үткәрелде, арендаторҙар ошо эште 354,33 гектар майҙанда башҡарҙы.

Арендаторҙар тарафынан 354, 33 га майҙанда урманды тергеҙеү эштәре атҡарылды: шәхси эшҡыуар Р. Солтанов – 17,0 га майҙанда, “Селена” ЯСЙ-һы – 102 га, “Нөгөш” ЯСЙ-һы – 19 га, “Бөрйән” ЯСЙ ЛХК-һы – 21 га , “Бөрйән урман төҙөлөш компанияһы” ЯСЙ-һы – 19,9 га, “Урал” ЯСЙ-һы – 15,3 га, “Өфө фанера комбинаты” ЯСЙ-һы 160,03 га майҙанда.


- Янғындарға ҡаршы көрәш нисек ойошторолдо?
-23 майҙа “Бетерә” урмансылығында тәүге янғын сыҡты. Икенсеһе - Әсебарҙа. Бына шунан башланып китте инде янғындар менән көрәш. Йәйебеҙ урман янғындарын һүндереп үтте, тип әйтһәң дә яҙыҡ булмаҫ. Коллективыма, урмансыларға,белгестәргә, “Урман янғындары үҙәге” егеттәренә рәхмәттең ҙуры – уларҙың фиҙакәрлеген, көн тимәй, төн тимәй янғынға ҡаршы көрәшеүен әйтеп баһаларлыҡ һүҙ ҙә юҡ кеүек. Егеттәр шул тиклем тырыштылар, һөнәри оҫталыҡтарын, сыҙамлыҡ-сабырлыҡтарын эшкә ектеләр – эшкә ошондай ҡараш булмай тороп, был янғындарҙың алдына сығырлыҡ түгел ине.


Бөгөнгө көнгә Бөрйән урмандарында 68 янғын сығыу осрағы теркәлгән. Бына хатта бөгөн дә егеттәр 69-сы янғын артынан сығып киттеләр.
Район биләмәһендә дөйөм 1660 гектарҙа урман янған. Бер янғындың уртаса майҙаны – 24, 4 га. Иң ҙур янған биләмә – 260 га майҙанда.


3 берәмек техникабыҙ бар: 1919 йылғы “Нива”, 1920 йылғы ике техника, хан заманғы бер техникабыҙ йөрөй. Киләсәктә беҙгә бер бульдозер, яңы трал кәрәк барыбер – быйылғы янғындар ошоно ғәмәлдә иҫбатланы. Янғындар осоронда яғыулыҡ-май, техника етмәүе бәкәлгә һуҡты.
Беҙҙең ойошмала 13 кеше иҫәпләнә. Штаттың ҡыҫҡартыла килеүе лә янғындар осоронда ҙур минус булды. Элек, мәҫәлән, теге-был ерҙә янғындар сыҡһа, урмансылар күп булғас, тиҙ һүндерелә ине.


Һуңғы осорҙағы янғындар – кеше ҡулынан. Быйыл элек бер тапҡыр ҙа янмаған участоктар янды: Ырғыҙлы, Әтек, Үркәс яҡтары. Мәсемдең ике тапҡыр яныуы ла һағайта.”Нөгөш” урмансылығында бейек тау баштары янды. Бындай ерҙәрҙә, әлбиттә, техника менән йөрөү ҡыйын. ”Урман янғындары үҙәге” егеттәренең (бригадир Мортаҙа Хәсәнов) үҙ-үҙҙәрен аямай янғынға ҡаршы көрәшеүе булмаһа, уттың алдына сығыу икеле ине. Нәҡ шул егеттәр арҡаһында ут ҙур биләмәләргә ташлана алманы. Үҙе бригадир, үҙе тракторист Мортаҙа Хәсәнов, Рәзиф Ишморатовтар булмаһа, белмәйем, эш ни менән бөтөр ине икән? Янғын һүндереү машинаһында Марат Хәсәнов, Зөфәр Ҡулбирҙин, тракторҙы тегендә-бында ташыусы Айҙар Ҡулбирҙиндар – замана геройҙары. Техникаға запас өлөштәр бирмәһәләр ҙә, үҙҙәре юҡ ерҙән табып, техниканы утҡа ҡаршы етди ҡорал итеп ҡуя алыуҙары һоҡландыра!
Ситтән килгән “Урман янғындары үҙәге” егеттәре лә һынатманы.


Егеттәрҙең эшен координациялап, ойоштороп, төп йөктө үҙ иңенә алып ултырыусы – урман һағы инженеры Камил Ҡурамшин. Уның тырышлығы менән янғындар ваҡытында күрелеп, тейешле мәғлүмәт таратылып, янғындарҙы ауыҙлыҡлауға өлгәштек. Участка урмансылыҡтарында һәр белгес көнө-төнө утҡа ҡаршы көрәш ойошторҙо – халыҡты йәлеп итте, хәленән килгәндең барыһын эшләне.


Көнөнә 19-шар урман янғыны теркәлгән хәлдәр булды. Урман хужалығында оҙаҡ йылдар эшләп тә, бындай хәлде күргән юҡ ине әле. Егеттәр бер янғынды уратып алыуға, икенсеһе сыға, уныһына барып етһәләр, өсөнсөһө хаҡында хәбәр итәләр – ошондай шарттарҙа алһыҙ-ялһыҙ эшләгән коллегаларыма рәхмәтем сикһеҙ.


Беҙҙең тау-урман зонаһындағы юлдарҙы үҙегеҙ беләһегеҙ. Егеттәр үҙҙәренең бензины, ризығы менән йөрөнө. Ирекмәндәр эше баһалы, әммә беҙҙең зоналағы янғындар нәҡ үҙебеҙҙең егеттәрҙең оҫталығы, фиҙакәрлеге, ныҡышмаллығы менән һүндерелде лә инде.


- Байрамығыҙ уңайынан ни әйтерһегеҙ?
- Урман хужалығына ғүмерен арнап, беҙгә хеҙмәт өлгөһө күрһәткән хөрмәтле ветерандарыбыҙҙы, бөгөнгө көндә эшләп йөрөгән коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы ихлас ҡотлайым. Уларға, ғаиләләренә бәхет-байманлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, күңел көрлөгө, имен киләсәк теләйем. Ошондай эштә һыналған егет-ҡыҙҙар, ысын профессионалдар булғанда, урманда тәртип булыр!

Һөнәрмәндәр барҙа бирешмәбеҙ
Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: