Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Сентябрь 2021, 08:00

Хөрмәтле урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан барлыҡ урман хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын ихлас ҡотлайым!

Бөгөнгө көндә беҙҙең районда «Бөрйән урман хужалығы» автономлы учреждениеһы, «Урмансылыҡтар менән идара итеү» ойошмаһының Бөрйән урмансылығы бүлеге хеҙмәткәрҙәренә, урмансыларға яуаплы бурыстар һалынған. Улар урмандарҙы һаҡлау, ҡурсалау, уларҙың сифатын яҡшыртыу, кире тергеҙеү һәм янғындарҙан ҡотҡарыу кеүек эштәрҙе ҙур ихласлыҡ менән башҡаралар.

Быйылғы йәй көндәрҙең эҫе һәм ҡоро тороуы сәбәпле айырыуса көсөргәнешле булды. Район биләмәһендә күпләп урман янғындары теркәлеп, урман фондына зыян килтерҙе. Тармаҡ хеҙмәткәрҙәре, район халҡы, ирекмәндәр һәм башҡа көстәрҙең ярҙамы менән янғындарҙы туҡтата алдыҡ. Форсаттан файҙаланып, барығыҙға ла оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм.

Байрам айҡанлы һеҙгә һәм һеҙҙең яҡындарығыҙға ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, рух күтәренкелеге һәм эшегеҙҙә уңыштар теләйем!

Автор:Ғ. МАНАПОВ, район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: