Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2021, 10:00

Ишле ғаилә – ил ҡото

Тәү ҡарауға Әйүповтар ғаиләһе башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай кеүек. Шулай ҙа...

Ишле ғаилә – ил ҡото
Ишле ғаилә – ил ҡото

Тәү ҡарауға Әйүповтар ғаиләһе башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай кеүек. Шулай ҙа...

Рәшит һәм Нәзифә Әйүповтар - Байназар ауылының ете бала тәрбиәләүсе уңған, татыу матур ғаиләләренең береһе. Улар үҙ тырышлыҡтары менән етеш донъя ҡороп, тәрбиәле балалар үҫтереп, ауыл тормошон үҙ итеп, хеҙмәттәренән тәм табып йәшәй. Булдыҡлы ғаилә күпләп мал аҫрай, ҡош-ҡорт үрсетә.

Электромонтер булып эшләүсе ғаилә башлығының ҡулынан килмәгән эше юҡ: техника менән дә дуҫ, электр, һыу үткәреү, төҙөлөш буйынса ла оҫта. Атай йорто янына төҙөп ултыртҡан ҙур ике ҡатлы өйөнөң барлыҡ эштәрен дә үҙе атҡарып сыҡҡан. Әлеге мәлдә, көҙгә күсергә иҫәп тотоп, ең һыҙғанып өйҙөң һуңғы эштәре менән булалар. Һәр ғаилә ағзаһына уңайлы шарттар булдырырға тырышҡандар, балаларының именлеген ҡайғыртып, сигнализация ла эшләп ҡуйғандар.


Бер уңғанға - бер уңған, тигәндәй, Нәзифә апай ҙа тырыш, хәстәрлекле, булдыҡлы хужабикә, ҡул эштәренә, аш-һыуға оҫта. Баҡса тулы йәшелсә-емешен ҡышҡылыҡҡа 150-ләп банкаға ябып та ҡуйған. Әле лә әҙерләү өҫтөндә. Йәшелсәләр өсөн айырым тотонған туңдырғысы ла еләк-емеш, йәшелсә, ҡорот, май менән күптән тулған. Төрлө шифалы үләндәрҙе киптереп эшләгән сәйҙәре лә ҡышҡа әҙер. Өй яны баҡсаларындағы 10-ға яҡын төр алмағас, сейә, торн, абрикос, виноград, ағас еләге, крыжовник, балан, энәлек, һырғанаҡ, ҡарағаттың барыһы ла мул уңыш бирә. Һәр емеш ағасының үҙенә күрә бер тарихы ла бар. Бигерәк тә алмағастар ҡәҙерле хужаларға. Артҡы баҡсала үҫкән ҡышҡы сорт алмаға 46 йәш. Рәшит ағай бәләкәй сағында атаһы Фәхретдин бабай Өфөнән алып ҡайтҡан алманың орлоғон гөл төбөнә сәсеп, үҫкәс, баҡсаға күсерә. Ҡый үләндәре менән яңылыш йолҡоп бәрелгән үҫентене кире ултыртып, көн дә һыу һибеп, өләсәһе өйрәткән доғаларҙы уҡып терелтеп ала. 2000 йылдан уңыш биргән был ағас йыл аша хужаларын алмаһы менән ҡыуандыра. Урам яҡ баҡсала үҫкән ваҡ алма ағасын да Фәхретдин бабайҙың иҫтәлеге итеп ҡәҙерләп үҫтерәләр.


Крәҫтиән-фермерлыҡ буйынса үҙ эшен асҡан Нәзифә Ғилфан ҡыҙы әлеге ваҡытта Байназар ауылын һыу менән тәьмин итә. Кәрәк саҡта сүкеш-балтаны ла ҡулына алған хужабикә ҡыҙы Вәсилә менән гараждан аласыҡ та әтмәләп ҡуялар.


-Йәйгеһен аласыҡһыҙ булмай бит. Иптәшем малайҙар менән бесәндә саҡта мунса менән бер ҡыйыҡ аҫтында эшләнгән тимер-томор ояһын бушаттыҡ та, ер иҙәнгә таҡта һалып, иҫке ленолиумды түшәп ебәрҙек. Бер-нисә йыл хеҙмәт итә инде был аласыҡ. Бесәнселәр ҡайтҡас, аптыранылар ҙа, бер нәмә лә өндәшмәнеләр былай, - тип көлә Нәзифә апай.


Ғаиләнең иң яратып башҡарған эштәренең береһе - умартасылыҡ. Нәҫелдән күскән бал ҡорттарын алтмыш даданға тиклем арттырып алғандар. Йәйен ике тапҡыр бороп алған балдары үҙҙәренә, яҡындарына күстәнәскә, һатыуға ла етә. Мәскәү, Санкт-Петербург, Силәбе ҡалаларынан даими һатып алыусылары йыл да Бөрйән балы алырға килә. Билдәле спортсмен Эльбрус Ниғмәтуллин да Әйүповтарҙың балын үҙ иткән. Ҡорттарҙы күберәк Нәзифә апай улы Исмәғил менән ҡарай.


Әйүповтарҙың балалары ла үҙҙәренә оҡшап егәрле, сос, тырыштар. Өлкән улдары Фаил 11-се класты тамамлап, Өфө йылға училищеһына уҡырға ингән. Исмәғил 11-се, Вәсилә 9-сы, Ирәндек 4-се класта белем алалар. Бәләкәстәре Гөлнәзирәгә - 6, Гөлзирәгә - 3 , кинйә Заһитҡа 1 йәш. Үҙ-ара татыу, шуҡ, шаян балалары ата-әсәнең ҙур ярҙамсылары. Улдары Фаил менән Исмәғил водителгә уҡып, таныҡлыҡ алғандар, бесән, утын эшләгәндә аталарының уң ҡулдары. Ирәндек тә, бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, еңел машинаны йөрөтөргә өйрәнә башлаған – бесәндә өлкәндәргә һыу, сәй килтерергә эшкенә, ти Рәшит ағай. Өйҙәрен төҙөгәндә лә малайҙар һәр ваҡыт атай янында. Эштәрҙе, әйткәнде көтөп тормай, үҙ белдектәре менән үтәп өйрәнгәндәр. Фаил ҡыш көнө яңы өйҙәренең ҡаҙанлығына мейесте үҙе сығарған. Ҡустыһы Исмәғил менән ҡорт ҡарауға ла оҫтарып алғандар, ат ҡарарға яраталар. Фаил район ат ярыштарында ҡатнашып, призлы урындар алһа, Исмәғил үҙе генә 15-ләп күс бикләгән.


Ҡыҙҙары Вәсилә уҡыу алдынғыһы, төрлө ярыш, конкурстарҙан ситтә ҡалмай. Шиғыр яҙырға әүәҫ. Т. Дәүләтбирҙинаның шиғриәт конкурсында еңеп, премияға лайыҡ булған. Гәзит, журналдарҙа мәҡәләләре йыш баҫылып тора. «Йәншишмә» менән «Аманат»тың «Йәш хәбәрсе»һе булырға теләгән ҡыҙ спортты ла үҙ итә, саңғыла, велосипедта йөрөй. Саңғы буйынса район, зона ярыштарында урындар яулай.


Ағай, апайҙарына оҡшап, Ирәндек тә спортты үҙ итә, яҡшы уҡый. Ғ. Манапов кеүек башлыҡ булырға хыялланам, ти ул. Гөлнәзирә менән Гөлзирә ҡустылары Заһитты ҡарашалар, әсәй ҡушҡан йомоштарҙы үтәйҙәр.


Әйүповтарҙың тағы ла бер һоҡланғыс яғы бар - улар ғаилә менән ҡурайға битараф булмаған кешеләр. Музыка мәктәбен тамамлап, ҡурайҙа оҫта уйнаған Рәшит ағай Бөрйән ҡурайсылар ансамбле менән Өфөлә төрлө концерттарҙа сығыш яһай. Афған һуғышы ветераны армияла хеҙмәттәштәрен дә ҡурай моңо менән таныштыра. Ә хәҙер уның улдары, хатта ҡыҙы Вәсилә лә ҡурайҙа уйнай беләләр, концерттарҙа, байрамдарҙа сығыш яһайҙар. Рәшит ағай, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, 2019 йылда улдары менән Келәтбар тауы башына тимерҙән 7 метр бейеклектә милли музыка ҡоралын эшләп ҡуя.


Балаларын төрлө эшкә өйрәтеп, хеҙмәт менән тәрбиәләгән Әйүповтар ял итергә лә форсат таба. Быйыл Ирәндек менән Гөлнәзирә «Ағиҙел» лагерында ял итһә, Вәсилә «Изотоп» мәктәбендә шөғөлләнгән. Йәйен көн дә тиерлек йылғаға кәмәлә йөҙөргә, балыҡ тоторға йөрөйҙәр.


Тәү ҡарауға Әйүповтар ғаиләһе башҡаларҙан бер нәмәһе менән дә айырылмай кеүек. Шулай ҙа уларҙа башҡорт ғаиләһе асылы, атай абруйы, әсәй наҙы, балалар ҡәҙере, өлкәндәр аҡылы сағыла. Ошондай ғаиләләр күберәк булһын ине!

Автор: Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас