Баймаҡ районының Үрге Яйыҡбай ауылы эргәһендә Көрәй батыр иҫтәлегенә арналған милли йәйәнән уҡ атыу буйынса асыҡ республика турниры үтте.
- Турнирға Башҡортос-тандың төрлө төбәктәренән һәм күрше өлкәләрҙән 60-ҡа яҡын уғатар килде. Уларҙың милли кейемдә булыуы сараға айырыуса йәм бирҙе. Көрәй батырҙың тарихы менән таныштырғандан һуң, ауылдың имам-хатибы уҡсыларға уңыштар теләп, доғалар ҡылды.
Турнир ике өлөштә үтте. Беренсеһе 10 этаптан тороп, шәхси беренселектә һәр уҡсы үҙенең мәргәнлеген һынаны.
«Корея атышы» - ярыштың иң матур өлөшө булғандыр. Мәргәндәр бер рәткә теҙелеп, 145 метр аралыҡта торған сәпкә уҡтар яуҙырҙы. Уҡтар ямғыр кеүек яуҙы. Бик матур күренеш булды, - ти унда ҡатнашыусы Н. Ишкилдина. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса, Бөрйәндән ир-егеттәр араһында Илдар Ишморатов «Еңеүгә ынтылыш» номинацияһына лайыҡ булһа, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Наилә Ишкилдина 110 мәрәй менән 2-се урын яулаған.
Ярыштың икенсе өлөшөндә командалар көс һынашҡан. Барыһы 10 команда булдырылған. Ҡағиҙә буйынса, командала 3 ир-егет һәм 1 ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш булған.
20, 45, 70 метр алыҫлыҡтан ук атып, 99 мәрәй йыйып, Бөрйән командаһы беренселеккә сыҡҡан, 2-се, 3-сө урындарҙы Баймаҡ командалары бүлешкән.
Махсус приз өсөн ярышта ағалы-ҡустылы Дим һәм Динис Юлбирҙиндар бүләккә лайыҡ булған.
Уҡсыларға артабан да уңыштар теләйек! Бөрйән уҡсылары, алға!