Йәмғиәт
17 Сентября 2021, 07:00

Эскелек яҡшыға илтмәй

Байғаҙы мәктәбендә ауыл фельдшеры Хәсәнова Светлана Зиннәт ҡыҙы менән берлектә айыҡлыҡ көнөнә ҡарата «Эскелек - хурлыҡ, айыҡлыҡ - ҙурлыҡ» исемле сара үткәрелде.

Эскелек яҡшыға илтмәйЭскелек яҡшыға илтмәй
Эскелек яҡшыға илтмәй

Байғаҙы мәктәбендә ауыл фельдшеры Хәсәнова Светлана Зиннәт ҡыҙы менән берлектә айыҡлыҡ көнөнә ҡарата «Эскелек - хурлыҡ, айыҡлыҡ - ҙурлыҡ» исемле сара үткәрелде.

Ололарҙың, йәштәрҙең генә түгел, балаларҙың да иҫерткес эсемлектәр ҡолона әйләнеүе борсоулы уйҙарға һала. Теге йәки был төбәктә араҡынан ағыуланып үлеү осраҡтары тураһында әленән-әле хәбәр итәләр. Ә иҫерек килеш ҡылған енәйәттәр, фажиғәләр күпме... Бәлә-ҡазаға юлыҡтырыусы ла, бәхетле ғаиләләрҙе тарҡатыусы ла, бәндәне иманынан яҙҙырыусы ла, һаулыҡты ҡаҡшатыусы ла, ғүмерҙе ҡыҫҡартыусы ла - эскелек.


Балалар эскелектең ниндәй насар эҙемтәләргә килтереүе тураһында тыңланы, эскелек ул ауырыумы, араҡы проблеманы бөтөрөүгә ярҙам итәме тигән һәм башҡа һорауҙарға яуап бирергә тырышты. Шулай уҡ Све


- Һәр кем ҡәҙерле ғүмерен сағыу, ҡыҙыҡлы, матур итеп үткәрергә, мул, бәрәкәтле, ҡотло тормошта лайыҡлы итеп йәшәргә хыяллана. Тик ул ынтылыштарҙың, хыял-маҡсаттарҙың юлына “йәшел йылан” ғына осрамаһын. Ул саҡта гөрләп торған сағыу донъяның да ҡото китә. Шуның өсөн һаулығыбыҙҙы һаҡлайыҡ, сәләмәт тормош алып барайыҡ, - тигән һүҙҙәр менән тамамланды кисә.


Нисек кенә булмаһын, һәр кем ғүмере өсөн үҙе яуаплы. Ысынлап та, эскесе үҙ хәленән үҙе ялҡып, ысын күңелдән дауаланырға теләк һәм ынтылыш күрһәтмәйенсә, уға бер нисек тә ярҙам итеп булмай. Был сирҙән ҡотолоу эҙләүгә ҡарағанда уға тарымау хәйерлерәк.

Автор:З. ИҪӘНБАЕВА.
Читайте нас