Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Сентябрь 2021, 10:00

Башҡорт теле һәм халҡы тик башҡортҡа кәрәк!

15 сентябрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республикала ойошторолған район һәм ҡала ҡоролтайы етәкселәре менән онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Ҙур ғына аудитория йыйып алған сарала шулай уҡ район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, журналистар ҙа ҡатнашты.

Башҡорт теле һәм халҡы тик башҡортҡа кәрәк!
Башҡорт теле һәм халҡы тик башҡортҡа кәрәк!

15 сентябрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы республикала ойошторолған район һәм ҡала ҡоролтайы етәкселәре менән онлайн-кәңәшмә үткәрҙе. Ҙур ғына аудитория йыйып алған сарала шулай уҡ район һәм ҡала хакимиәттәре вәкилдәре, журналистар ҙа ҡатнашты.

Кәңәшмә Башҡорт тарихы йылына арналып, унда ошо мәсьәләгә ҡағылышлы актуаль һорауҙар күтәрелде, бөгөн һәр башҡорт өсөн мөһим булған ваҡиғаға – алда торған халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына ла ҙур урын бирелде.


Беҙҙең райондан кәңәшмәлә район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары В.Вәлиева, Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Р. Шәрипов, райондың крайҙы өйрәнеүселәр йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Д. Аллабирҙин, район ата-әсәләр комитеты рәйесе Ф. Мырҙағоловалар ҡатнашты.


Кәңәшмәне Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова алып барҙы.


Башҡорт тарихы йылын тормошҡа ашырыу барышы тураһында тарих буйынса комиссия кураторы Н.Ҡалмантаев бик ентекләп һөйләне. Ул үҙ сығышында ҡала һәм район ҡоролтайҙарының эшенә сағыштырма анализ да яһаны.Күп райондарҙа урындағы ҡоролтайҙарҙың “Бәйләнештә” һәм башҡа интернет селтәрендә төркөмдәре юҡ, булғандарында ла бер-ике йыл әүәлге мәғлүмәт, Башҡоролтайҙың эше менән дә танышып – халыҡты таныштырып бармайҙар, тине. Ул яҡшы эшләгәндәрҙе лә, эшләмәй һәлкәүлек күрһәткәндәрҙе лә исемләп атаны.


Бөрйәндә шулай уҡ Башҡорт тарихы йылы буйынса мәғлүмәт юҡ, тигән тәнҡит яңғыраны.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының медиа бүлеге етәксеһе Гүзәлиә Балтабаева, урындарҙан башҡорттар, үткәрелгән саралар тураһында материалдар үҙәккә, республика баҫмаларына ебәрелһен, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятыу заманы түгел, тине.


Башҡорт Википедияһы ирекмәне, вики-конкурстар ойоштороусы, Рөстәм Нурыевтың онлайн-мәктәбе уҡытыусыһы, журналист З. Ниғәмәтйәнованың сығышы ҡәтғи булһа ла, бөрйәндәрҙең дуғаһын күтәреп ебәреүселәрҙән булды.


“Вики мәғлүмәт буйынса артта ҡалып, позицияларҙы бирә барабыҙ. Викимарафондар, проекттар исемле йылда ғына бойомға ашырылмай. Википедияға ингән мәғлүмәт бер ваҡытта ла юғалмай торған мәғлүмәт. Ошоно аңлаһаҡ ине. Бөгөн Дәүләкән википедистары матур эшләй. Бөрйән районында ғына Вики-клуб бар. Уның етәксеһе – хаҡлы ялдағы уҡытыусы Көнһылыу Ҡотлобаева. Улар ҡоролтай менән берлектә бик яҡшы эшләй. Википедистар барыһы ла элекке уҡытыусылар”, - тине.


Ысынлап та, беҙҙең википедистар – К. Ҡотлобаева, Л. Юлдашева, Р. Ғизәтуллина, Н. Науразбаева, Т. Ҡыуандыҡовалар – башҡорт википедияһының авангардистары. Уларға районды, республиканы күтәргәндәре, милләтебеҙ тарихын мәңгеләштереү эшендәге әүҙемлектәре өсөн рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ.


Башҡорт Википедияһына нигеҙ һалыусы, онлайн мәктәп етәксеһе Рөстәм Нурыев Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үҙенсәлектәре тураһында тәфсилләп һөйләне. “Башҡорт телендә иркен аралаша белмәгән, хатта уҡый-яҙа белмәгән һәр башҡорт “Туған телең ниндәй?” тигән һорау тәңгәленә “Туған телем - башҡорт теле” тип яҙырға тейеш. “Ниндәй тел менән файҙаланаң?” тигән һорау тапҡырына ла хатта башҡортса уҡый, яҙа, һөйләшә белмәгән һәр башҡорт та “Башҡорт теле” тип яҙырға тейеш, сөнки һәр кем ошо халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашып, үҙ халҡының тарихын да яҙа. Һәр кем туған телендә йыр тыңлай, телевизорҙан тапшырыуҙар ҡарай – ошо ла бит тел менән файҙаланыу”, - тине.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Республика ата-әсәләр комиссияһы рәйесе Э. Байназарова, Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Л. Йосопова, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе М. Әхмәтшин, Яңауыл районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Р. Яхиндарҙың үҙҙәренең эш тәжрибәһе, алымдары менән уртаҡлашыуы әлегәсә нәҫ баҫҡандарға бер этәргес һәм эш өлгөһө булды.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппараты етәксеһе урынбаҫары Т. Ҡотлогилдина “Айыҡ ауыл - 21” республика конкурсы һәм быйыл старт аласаҡ конкурсты үткәреүгә индерелгән үҙгәрештәр хаҡында бәйән итте.


Әйтелгәндәрҙе йомғаҡлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Э. Айытҡолова: “Беҙ бөтәбеҙ бер төптән һәм юҫыҡта эшләргә тейеш. Башҡорт теле һәм башҡорт халҡы башҡорттан башҡа бер кемгә лә кәрәкмәй”, - тине.


Эйе, раҫ һәм һәр башҡортҡа тормош девизы итеп алырлыҡ һүҙҙәр.
Онлайн-кәңәшмә барыһы өсөн дә файҙалы һәм киләсәкке дөйөм эштәргә этәргес булғандыр, тигән фекер уятты.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: