Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2021, 11:00

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр кәңәш ҡорҙо

2021 йыл республикала Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителгәйне. Шуға ярашлы, 25 июндә Өфөлә уҙған тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең беренсе форумы ҡарары буйынса бөтә райондарҙа, шул иҫәптән Бөрйәндә, түңәрәк өҫтәлдәр үтте.

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр кәңәш ҡорҙо
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр кәңәш ҡорҙо

2021 йыл республикала Башҡорт тарихы йылы тип иғлан ителгәйне. Шуға ярашлы, 25 июндә Өфөлә уҙған тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең беренсе форумы ҡарары буйынса бөтә райондарҙа, шул иҫәптән Бөрйәндә, түңәрәк өҫтәлдәр үтте.

Сара Иҫке Собханғол урта мәктәбендә ойошторолдо. Унда башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, йолалары менән ҡыҙыҡһынған тыуған яҡты өйрәнеүселәр, педагогтар, мәктәп уҡытыусылары, музей хеҙмәткәрҙәре саҡырылды.


Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева тыуған яҡтың, ауылдарҙың тарихын һаҡлау һәм үҫеп килеүсе быуында илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, музей фондын тулыландырыу һәм үҫтереү мөһимлеге хаҡында әйтеп үтте.


Әхмәт Сөләймәнов музейы директоры һәм «Бөрйән районы энциклопедияһы» проекты етәксеһе Роза Ғүмәрова Бөрйән, Ҡыпсаҡ ырыуҙарының шәжәрә байрамдары, Силәбе өлкәһенең Ҡыштым ҡалаһы менән хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһендә шул ҡалала йәшәүсе тарихи хәтерен юғалтып барған милләттәштәребеҙҙең үҙ асылына ҡайтыуы тураһында һөйләне. Бөйөк Еңеүҙең - 75, районыбыҙҙың 90 йыллыҡ юбилейына әҙерләнгән “Минең ауылым һәм уның арҙаҡлы шәхестәре” китабының инеш һүҙен уҡып ишеттерҙе. Әйткәндәй, ошондай әсбапты районыбыҙҙың һәр ауылы буйынса сығарыу күҙаллана.


Тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең беренсе форумында ҡатнашҡан Иҫке Собханғол урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы һәм музей етәксеһе Нәсимә Шәрәфетдинова түңәрәк өҫтәлгә килә алмау сәбәпле, уның исеменән Роза Шәриф ҡыҙы үҙе сығыш яһаны. Ул тыуған яҡты өйрәнеүселәрҙең ҙур көс булыуын, шәжәрә байрамдарын, башҡорт ырыуҙары ҡорон популярлаштырыу, тарихи реконструкцияларға ҡатнашыусыларҙы күберәк йәлеп итеү, тарихи тыуған яҡты өйрәнеү мөмкинлектәрен, музей майҙансыҡтарын әүҙем файҙаланыу, иң яҡшы проекттарға грант тапшырыу, киң йәмәғәтселеккә еткереү өсөн тикшеренеү һөҙөмтәләрен цифрлаштырыу кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.


«Башҡорт энциклопе-дияһы» ғилми нәшриәт комплексы директоры урынбаҫары Клара Әһлиуллина видеоэлемтә аша бәйләнешкә инде. Ул бөтә райондарҙа үткәреләсәк “Башҡортостан һәм ауыл тарихы” мәҙәни-ағартыу акцияһы хаҡында бәйән итте.


Район башҡорттары ҡоролтайының тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү секцияһы етәксеһе Баязит Йәғәфәров быйыл апрель айында Санкт-Петербург ҡалаһындағы нәшриәттә үҙенең «Иҫке Собханғол ауылының тарихы» китабын баҫтырған. Бынан алда “Моя родина Бурзян” исемле русса китап сығарған, Бөрйән районының иң боронғо замандан алып хәҙерге көнгә тиклемге тарихын яҙып бөткән. Киләсәктә китап булып баҫылып сығыр, тип өмөтләнә автор. Бынан тыш, Баязит Ғибәт улы Мәскәү, Санкт-Петербург, Өфө, Ырымбур ҡалаларында урынлашҡан архивтарҙан байтаҡ ҡына китап яҙырлыҡ материал йыйып алып ҡайтҡан. “Китап баҫтырыу өсөн спонсорҙар табылһа яҡшы булыр ине”, - ти ул.


Яуымбай мәктәбенең география уҡытыусыһы Фаяз Ғизәтуллин ер-һыу атамалары менән нисек ҡыҙыҡһынып китеүе хаҡында һөйләне. “Элек уҡыусыларҙы колхозға эшкә ебәрә торғайнылар. Ҡырға йәйәү йөрөнөк. Өлкәндәр шул арала тирә-яҡтағы ер-һыу тарихын һөйләп бара ине. Бала саҡтан ошолар хәтерҙә уйылып ҡалғандыр инде, 2005 йылда ер-һыу атамалары тураһында мәғлүмәт йыя башланым. Һөҙөмтәлә, ике йөҙләп материал тупланды”, - тине Фаяз Бирғәле улы.


Кәңәшмәлә ауыл, урман хужалыҡтарында эшләгән, мәҫәлән, сайыр һыҙған, һал ағыҙған кешеләрҙең наградаһы булмауы, бик һирәктәргә генә эләгеүе хаҡында ла әйтелде. Клара Ишбулды ҡыҙы әйтеүенсә, энциклопедия сыҡҡандан һуң наградаға лайыҡлы кешеләрҙе тәҡдим итергә мөмкин буласаҡ.
Мөхтәр Сәғитов музейы етәксеһе Лилиә Ғайсина музей эшмәкәрлеге тураһында һөйләне.


Әтек мәктәбенең тарих уҡытыусыһы Зәйнулла Хәкимов ауыл тарихын өйрәнеү, музейға экспонаттар йыйыу тәжрибәләре менән уртаҡлашты. “Быйыл тимергә хаҡ күтәрелде. Хатта уҡытыусылар тимер эҙләй башланы. Металл йыйыусыларға, боронғо әйбер тапһағыҙ, мәктәпкә килтерегеҙ, хаҡын үҙем түләйем”, - тигәс, бер заман боронғо көрәктәр, балталар, салғылар йыйылып китте, тине.


Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар тыуған яҡты өйрәнеү хәрәкәтен үҫтереүҙең төп йүнәлештәрен билдәләү, ауыл тарихы ғына түгел, этнография, топонимика буйынса эҙләнеү эштәрен, ҡульяҙмаларҙы баҫтырыу, район гәзитендә рубрика асыу тураһында ла һүҙ алып барҙы. Шулай уҡ йәштәрҙә тыуған ергә һөйөү тәрбиәләүҙе тормошҡа ашырыу өсөн бөтә сараларҙы ҡулланырға кәрәк тигән дөйөм һығымтаға килде ҡатнашыусылар.

Тыуған яҡты өйрәнеүселәр кәңәш ҡорҙо
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр кәңәш ҡорҙо
Тыуған яҡты өйрәнеүселәр кәңәш ҡорҙо
Автор:Айгиз Буранғолов.
Читайте нас: