Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Сентябрь 2021, 11:20

Террорға ҡаршы комиссия ултырышы үтте

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева етәкселегендә терроризмға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Унда комиссия ағзалары, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, етәкселәр ҡатнашты.

Террорға ҡаршы комиссия ултырышы үтте
Террорға ҡаршы комиссия ултырышы үтте

Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Венера Вәлиева етәкселегендә терроризмға ҡаршы комиссияның сираттағы ултырышы үтте. Унда комиссия ағзалары, ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, етәкселәр ҡатнашты.

Ултырыш башында Венера Фәрит ҡыҙы тәүге ярты йыллыҡта республика буйынса терроризмға ҡаршы эш һөҙөмтәләренә анализ һәм Бөрйән районына ҡағылышлы иҫкәрмәләр менән таныштырҙы.


Ултырышта Берҙәм һайлау көнөндә һәм халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ҡулланылған объекттарҙың һәм кеше күп йыйылған урындарҙың террорға ҡаршы хәүефһеҙлек торошо тураһында, терроризмға булышлыҡ итеүсе шарттарҙы һәм сәбәптәрҙе асыҡлау, шул иҫәптән халыҡ-ара террористик ойошма яҡлыларҙың, сит илдә ҡораллы конфликттарҙа ҡатнашҡан Рәсәй граждандарының район биләмәһенә үтеп инеүе менән бәйле ҡабул ителгән саралар тураһында, мәғариф объекттарының террор хәүефенән һаҡланыу торошо, хәүеф ҡурҡынысын бөтөрөү буйынса уҙғарылған саралар һөҙөмтәһен баһалау буйынса мәсьәләләр ҡаралды.


Беренсе мәсьәлә буйынса территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Салауат Уразаев һайлауға әҙерлек барышы, һайлау ваҡытында хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләне. Икенсе мәсьәлә буйынса полицияның участка упол-номоченныйҙары  начальнигы Ильяс Ырыҫбаев районда теркәлгән мигранттар, террористик һәм экстримистик күренештәрҙе булдырмау йәһәтенән профилактик сараларҙың даими уҙғарылыуы тураһында әйтеп үтте. Өсөнсө мәсьәлә буйынса мәғариф бүлеге вәкиле Илгиз Буранбаев мәктәптәрҙә хәүефһеҙлекте тәьмин итеү маҡсатында булдырылған сараларҙың әһәмиәте хаҡында һөйләне.


Иҫке Собханғол урта мәктәбендә һаҡ «Аамир» лицензиялы Һаҡ ойошмаһы тарафынан ойошторолған. Быйылғы йылда 6 база һәм 2 төп мәктәптә шәхси һаҡ ойошмаһы эшләй. Бөтә мәктәптәрҙә лә видеокүҙәтеүҙәр урынлаштырылған.


Ултырышта ҡаралған һорауҙар буйынса террорға ҡаршы комиссия тарафынан ауыл хакимиәттәре башлыҡтарына, һайлау комиссиялары етәкселәренә, эске эштәр бүлексәһенә, мәғариф бүлегенә, йәштәр сәйәсәте һәм спорт комитетына, янғын һағы хеҙмәтенә тейешле бурыстар ҡуйылды.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: