Автомобилдең төп пассив хәүефһеҙлек средстволары өлкән кеше параметрҙарын иҫәпкә алып төҙөлгән. Улар бәләкәй пассажирға те-йешле хәүефһеҙлекте тәьмин итә алмай.
Сәғәтенә 50 километр тиҙлек менән барған автомобиль нимәгәлер бәрелгәндә (мәҫәлән, икенсе автомобиль менән төкөшкәндә) унда ултырған кешенең ауырлығы 30 тапҡырға арта. Шуға күрә өлкән кешегә ҡулындағы баланы тотоп ҡалыу мөмкинлеге булмай. Өҫтәүенә, үҙенең ауырлығы 30 тапҡырға артҡан кәүҙәһе менән баланы иҙеүе ихтимал.
Автомобилдең төп пассив хәүефһеҙлек средстволары өлкән кеше параметрҙарын иҫәпкә алып төҙөлгән. Улар бәләкәй пассажирға те-йешле хәүефһеҙлекте тәьмин итә алмай.
Баланың үҫеүсе организмы әлегә нығынмаған була, шуға күрә көслө бәрелеүҙәрҙә һәм юғары тиҙлек баҫымы йоғонтоһонда балалар ауырыраҡ йәрәхәттәр алыуы мөмкин. Ә балаларҙы автомобилдә тотоу өсөн тәғәйенләнгән махсус ҡоролма баланың үлеү йәки йәрәхәт алыу ихтималлығын байтаҡҡа кәметә.
Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ, юлда барыһы ла һеҙҙән генә тормай. Хатта һеҙ һәр ваҡыт юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәгән һәм заманса хәүефһеҙлек системаһы булған автомобиль менән идара иткән хәлдә лә юлда һеҙҙең менән бер нәмә лә булмаясаҡ тип гарантия биреп булмай. Юл хәрәкәтендә ҡатнашҡан башҡаларҙың да хата ебәреүе бик мөмкин.
РФ Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренең 22.9 пунктына ярашлы, 7 йәштән бәләкәй балаларҙы еңел автомобилдә йәки йөк автомобиленең кабинаһында йөрөткән мәлдә, уларҙың конструкцияһы менән хәүефһеҙлек ҡайыштары, хәүефһеҙлек ҡайыштары һәм балаларҙы тотоу средствоһы (ISOFIX) ҡаралған хәлдә лә, баланың кәүҙә ауырлығына һәм буйына яраҡлы балаларҙы һаҡлау системаһы (ДУУ) ҡулланылырға тейеш.
7 йәштән 11 йәшкә тиклемге балаларҙы автомобилдә йөрөтөү ДУУ средствоһын ҡулланып, йәки хәүефһеҙлек ҡайыштарын ҡулланып башҡарылырға тейеш. Ә автомобилдең алғы креслоһында балаларҙы бары тик ДУУ (детское удерживающее средство) ҡулланып ҡына йөрөтөргә рөхсәт ителә.