Йәмғиәт
10 Сентября 2021, 07:00

Юл ремонтлана

Иҫке Собханғол-Ҡағы юлында 2 саҡрым аралыҡта асфальт яңыртылды.

Юл ремонтланаЮл ремонтлана
Юл ремонтлана

Иҫке Собханғол-Ҡағы юлында 2 саҡрым аралыҡта асфальт яңыртылды.

Быға тиклем Иҫке Собханғол - Мораҡ юлында төҙөлөш эштәре башҡарылған. Бөрйән юл төҙөү һәм төҙөкләндереү идаралығының юл төҙөү мастеры Ноғоман Теләүбаев әйтеүенсә, әле урында ике каток, дүрт КамАЗ, бер һыу ташыусы машина эшләй. Юл төҙөүселәрҙе эшкә автобус алып йөрөй.


Эш планы буйынса, бишәр сантиметрҙан ике ҡат асфальт һалына, ике туҡталҡа төҙөлә, шулай уҡ сигнал тумбалары яңыртыла.


- Ҡағы юлында был иң насар участка, юл боҙолоп бөткән икән. Эштәр ыңғай барһа, көнөнә 700 м асфальт түшәргә мөмкин, - ти эшселәр.

Юл ремонтлана
Юл ремонтлана
Юл ремонтлана
Автор:Айгиз Буранғолов.
Читайте нас