Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 10:15

Велосипедсы ла – водитель!

Йыш ҡына, велосипед менән идара иткәндәрендә, балалар үҙҙәренең юл хәрәкәтендә тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусы икәнлектәрен белеп етмәйҙәр. Улар ҙа – водителдәр!

Велосипедсы ла – водитель!
Велосипедсы ла – водитель!

Йыш ҡына, велосипед менән идара иткәндәрендә, балалар үҙҙәренең юл хәрәкәтендә тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусы икәнлектәрен белеп етмәйҙәр. Улар ҙа – водителдәр!

ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре ата-әсәләргә балаларына велосипедта автомашиналар юлында йәки ихатала үҙаллы йөрөргә рөхсәт бирерҙән алда юл хәрәкәте ҡағиҙәләре талаптарын аңлатырға тәҡдим итә.


Моғайын, велосипедта йөрөргә яратмаған бала юҡтыр. Ләкин тап балалар велосипедсыларҙың иң хәүефле категорияһы ла инде. Ата-әсәләр яғынан вайымһыҙлыҡ һәм контролдең тейешле кимәлдә булмауы кире ҡайтарып булмаҫлыҡ ауыр эҙемтәләргә килтереүе ихтимал.


Хөрмәтле өлкәндәр! Балаларығыҙға 14 йәштән кесерәк балалар өсөн автомобиль юлдарынан велосипедта йөрөү тыйыла икәнлеген аңлатығыҙ. 7-14 йәшлек велосипедсылар бары тик тротуар, йәйәүлеләр, велосипедсылар һәм велойәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән юлдарҙан ғына йөрөргә тейеш. 7 йәштән бәләкәй балалар бары тик тротуарҙар, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар өсөн тәғәйенләнгән юлдарҙан ғына хәрәкәт итә ала.


Велосипед йөрөтөүселәр араһында юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың иң таралғаны - ҡаршыға хәрәкәт итеүсе транспорт средствоһына ҡаршы барыу һәм автомобиль юлдарындағы йәйәүлеләр өсөн тәғәйенләнгән үткәүелде велосипедта килеш үтеү. Балаларға был урынды улар велосипедтан төшөп, велосипедтарын этеп, йәйәү үтергә тейештәр икәнлекте аңлатыу мөһим.


Балағыҙ менән велосипедсыларҙың төп сигналдарын ҡабатлағыҙ:


- һулға боролоу сигналы – һул ҡулды ситкә һуҙыу йәки уң ҡулды һуҙыу һәм терһәктән бөкләп, тура мөйөш яһап юғары күтәреү. Аҫҡа төшөрөлгән һул ҡул туҡтарға теләүҙе аңлата;


- уңға боролорға теләһәләр, уң ҡулдарын һуҙалар йәки һул ҡулдарын һуҙып, терһәктән бөкләп, тура мөйөш яһап юғары күтәрәләр;


- туҡтарға теләү сигналы һул йәки уң ҡулды өҫкә күтәреү юлы менән аңлатыла;


- велосипед водителе боролош сигналдарын хәрәкәт алдынан, икенсе юлға күсер алдынан, боролор алдынан һәм туҡтар алдынан бирергә бурыслы.


Велосипедтың боролоштары төҫлө күрһәткестәр менән йыһазландырылмағанға күрә сигналдарҙы ҡулдар менән күрһәтергә кәрәк.


Йыш ҡына, велосипед менән идара иткәндәрендә, балалар үҙҙәренең юл хәрәкәтендә тулы хоҡуҡлы ҡатнашыусы икәнлектәрен белеп етмәйҙәр. Улар ҙа – водителдәр! Шуға күрә, хөрмәтле ата-әсәләр, өлкәндәр, балаларҙың юлдағы үҙ-үҙҙәрен тотошо һеҙгә бәйле. Балаға велосипед алаһығыҙ икән, ултыртыр алдынан, балаға башта юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәтегеҙ!

Автор:Л. Алтыншина, ЮХХДИ инспекторы.
Читайте нас: