Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 10:30

Р. Хәбиров һорауҙарға яуап бирҙе

Р. ХӘБИРОВ ҡоролоҡтан зыян күргән Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарына ярҙам буласағы хаҡында ла белдерҙе.

Р. Хәбиров һорауҙарға яуап бирҙе
Р. Хәбиров һорауҙарға яуап бирҙе

Р. ХӘБИРОВ ҡоролоҡтан зыян күргән Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарына ярҙам буласағы хаҡында ла белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 8 сентябрҙә тура бәйләнештә журналистарҙың һәм халыҡтың һорауҙарына яуап бирҙе. Һорауҙар төрлө өлкәләргә ҡағылды.


Республика етәксеһенең кемдәр менән эшләүе тураһында һорауға Радий Фәрит улы:
-Мин — юғары кимәлдәге дәүләт хеҙмәткәре. Кем менәндер күптән таныш, дуҫ булғаным өсөн генә уны эшкә ала алмайым. Төп маҡсатым — республика башлығы булараҡ камиллашыу, халыҡ хәтерендә ниҙер эшләгән кеше булып ҡалыу.


Бөтәһенә лә тигеҙ ҡарайым. Кем теләй — бергәләп алға барабыҙ һәм эшләйбеҙ, — тине.
Ул ҡоролоҡтан зыян күргән Хәйбулла, Баймаҡ, Ейәнсура һәм Йылайыр райондарына ярҙам буласағы хаҡында ла белдерҙе. Был маҡсатта республика ҡаҙнаһынан 75 миллион һум бүленәсәк.


Уның фекеренсә, бөгөн фермерҙар яңы ауыл хужалығы техникаһын әүҙемерәк һатып алырға те-йеш.
Башҡортостанда 2021 йылдың һигеҙ айында 2293 берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Аграрийҙар технопаркты яңыртыуға 8 миллиард һумдан ашыу тотонған, был уҙған йылдың ошо уҡ осоронан 900 миллион һумға күберәк.


Ғинуарҙан авгусҡа тиклем республика аграрийҙары 356 трактор, 172 иген йыйыу комбайны һәм 25 мал аҙығы йыйыу комбайны, 600-ҙән ашыу сәсеү һәм тупраҡ эшкәртеү машинаһы һатып алған.


2020 йылда Башҡортостан-да ауыл хужалығы паркы тәүге тапҡыр 10 миллиард һумдан ашыу суммаға яңыртылған.
Өфөләге Салауат Юлаевҡа ҡуйылған һәйкәлде төҙөкләндереүгә ҡағылышлы ла һорау булды.


«Һәйкәл Башҡортостанда йәшәгән һәр кем өсөн ныҡ ҡәҙерле. Ләкин ваҡыт үҙенекен итә. 1967 йылдан алып бер тапҡыр ҙа ремонт эшләнмәгән. Беҙ һәйкәлде юғалтыуыбыҙ мөмкин. Уны ремонтларға кәрәк, сөнки һәйкәл үҙе генә түгел, постаменты ла таушалып бөткән. Мөмкин тиклем тиҙерәк эшләү зарур. Быны һәйкәлде постаменттан алмайынса эшләп булмай. Уның ауырлығы — 40 тонна»», — тип аңлатты Радий Хәбиров.


Ни өсөн COVID-19 таралған ваҡытта Башҡортостанда Фольклориада һәм башҡа саралар — көрәш буйынса донъя чемпионаты, WorldSkills ойошторолдо тигән һорау ҙа булды.
-Мине ныҡ тәнҡитләнеләр, - тине Радий Хәбиров. - Ләкин пандемия башланғандан алып республика сикләүҙәр нормаһында йәшәргә өйрәнде. Һәр сир осрағы аныҡ теркәлде, барлыҡ һаҡлыҡ саралары үтәлде.  


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ни өсөн респуб-ликала битлек режимының йомшарыуын да аңлатты.
-Беҙ йыл ярым тиерлек пандемия шарттарында эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ. Кешеләр ныҡ арыны. Шуға күрә хәҙер беҙ халыҡҡа өҫтәмә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырмаҫ өсөн проблемаға бик һаҡ ҡарайбыҙ, — тип белдерҙе һәм вакцина яһатыу бик мөһим икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алды.


Тура эфирҙа, ғөмүмән, һорауҙар бик күп булды. Республика Башлығы барлыҡ һорауҙарға ла төплө һәм аныҡ яуап бирҙе.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: