Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 11:00

Пушкин картаһын юлланығыҙмы?

14-22 йәшлек егет-ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән был картаны нисек юлларға?

Пушкин картаһын юлланығыҙмы?
Пушкин картаһын юлланығыҙмы?

14-22 йәшлек егет-ҡыҙҙарға тәғәйенләнгән был картаны нисек юлларға?

Тәү сиратта «Дәүләт хеҙмәттәре» сайтында теркәлергә, телефонға «Госуслуги. Культура» мобиль ҡушымтаһын ҡуйырға һәм унда «Пушкин картаһы»н сығарыуҙы раҫларға кәрәк. Картаны онлайн рәүештә ҡулланырға ла мөмкин, пластик карта итеп тә алырға була. Пластик картаны алыу өсөн почта бүлексәләрендәге Почта банкына мөрәжәғәт итергә кәрәк. Үҙегеҙ менән паспорт һәм СНИЛС алырға онотмағыҙ.


Картала Рәсәйҙәге мәҙәни сараларға барыу өсөн өс мең һум аҡса бар. Киләһе йылда был сумма 5 мең һумға тиклем күтәрелә. Аҡсаны йыл аҙағына тиклем һәм 23 йәш тулғансы тотоноп бөтөрөргә кәрәк.

Пушкин картаһын юлланығыҙмы?
Пушкин картаһын юлланығыҙмы?
Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: