Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 14:00

Милли кейем – милләт рухы сағылышы

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһында милли кейем көнө. Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған.

Милли кейем – милләт рухы сағылышы
Милли кейем – милләт рухы сағылышы

Бөгөн - Башҡортостан Республикаһында милли кейем көнө. Милли кейем — халыҡтың эске булмышының сағылышы. Шуға ла боронғо замандарҙан алып кешегә бер ҡараш ташлау менән уның ниндәй милләттән икәнен билдәләп булған.

Башҡорттар кейем өсөн күберәк киндерҙән, кесерткәндән һуғылған туҡыма, һарыҡ тиреһен, йәнлек тиреләрен, кейеҙ, йөн, мамыҡ файҙаланған. Сит илдәрҙән (Бөйөк ебәк юлы аша) килтерелгән ебәк, атлас, барса туҡымаларында ҡулланған, уларҙың өлгөләре боронғо ҡорғандарҙа ла табыла. Был туҡымалар ҡиммәт торған, шуға ла ебәк кейем  затлылыҡ билдәһе һаналған.


XIX быуатҡа тиклем башҡорттар сәкмән,  елән,  тун кейһә, ХХ быуат башында билле бишмәт, кәзәкей, камзул һымаҡ кейемдәр киң тарала.
Киң таралған оҙон кейемдәрҙән еләнде ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа кейгән.


Ҡатын-ҡыҙ еләне билләп тегелгән, итәге ҡыйылып торған. Сағыу төҫтәге бәрхәттән, ебәктән, ҡара сатиндан теккәндәр. Еңенә, итәгенә, салғыйына ҡыҙыл, йәшел, күк төҫтә туҡымаларҙан семәрләп биҙәк һалғандар.Өсмөйөшләп яурынса тегеп, ҡабырсаҡ менән биҙәгәндәр.


Ҡатын-ҡыҙҙар кейеме бәләкәй саҡтан уҡ ҡыҙ баланы, күҙ тейеүҙән һаҡларға тейеш булған. Шуның өсөн, кейемен тәңкә, суҡ, мәрйен менән биҙәгәндәр. Йәше лә тулмаған ҡыҙ балаларҙың да күлдәктәренә, баш кейемдәренә тәңкәләр тегелгән. Ҡыҙҙарҙың сәс биҙәүестәре бик күп төрлө булған, һәр яҡта үҙенсә аталған: елкәлек, елкәмес, арҡалыҡ, сәсмау, сәсҡап, сулпы һ.б. Ҡатын-ҡыҙҙар күлдәк, киң ыштан, еңһеҙ ҡыҫҡа камзул йәки сапан (кәзәкей), байрамда ебәк йәки бәрхәт елән, бишмәт, ҡыш көнө тун, толоп, буҫтауҙан тегелгән сәкмән кейгәндәр.


Байрам өсөн дә елән менән тундары булған. Еләндәрен  мәрйен, тәңкә, ынйы, аҡыҡ тегеп төҫлө биҙәктәр менән семәрләгәндәр. Иләнгән тиренән аяҡ кейемдәре (сарыҡ, башмаҡ, ҡата, калуш) кейгәндәр. Баш кейеме буйынса ҡатын-ҡыҙҙың йәше, ғаилә хәле тураһында белеп булған. Баш кейемен тәңкәләр, ҡабырсаҡтар, металл ҡалайҙар тегеп, сағыу итеп биҙәгәндәр.
Кейәүгә сыҡҡан ҡатындар ҡашмау кейгән. Өлкән йәштәге ҡатындар киндерҙән йәки ситсанан аҡ яулыҡ, бай ҡатындар өҫтәп бүрек кейгән, дебет шәл, яулыҡ ябынған.


Ирҙәр күлдәк-ыштан, өҫ яҡҡа камзул, йәки сәкмән кейгән. Көньяҡ Урал яҡтарында ирҙәр күлдәгенең яғаһы булмаған. Муйын киҫемен иңербау менән бәйләп ҡуйғандар.


Ҡышҡыһын һарыҡ тиреһенән тегелгән тун һәм толоп кейгәндәр (билле тун, тире тун). Байрам өсөн күлдәктәренә семәр сиккәндәр. Кейемдәренең бер өҫтәмәһе - билбау. Байрам өсөн ҡәмәр — матур ҡаптырмалы киң билбау булған. Ул биҙәкле буҫтауҙан, бәрхәттән, ебәктән тегелгән. Аҡыҡ, ынйы, фирүзә таш, металл ҡалайҙар менән биҙәп, сигеп семәрләгәндәр. Елән, камзул өҫтөнән билбау быуғандар.


Өлкәндәрҙең түбәтәйе ҡараһыу төҫтәрҙән, йәштәр өсөн сағыу төҫтән тегелгән. Ебәк, йөн еп менән сигеп, мәрйен, ҡабырсаҡ, уҡа менән биҙәлгән. Йәнлек (һарыҡ, төлкө, бүре, һеләүһен) тиреһенән тегелгән бүрек, кәпәс кейгәндәр. Ситен ҡиммәтерәк тире менән ҡырпығандар.


Шөкөр, һуңғы йылдарҙа милли кейемгә ихтыяж арта. Хатта көндәлек кейемдәренә лә милли һыҙаттар өҫтәп кейеүселәр бар.
Милли кейем - милләт рухы сағылышы ул.

Милли кейем – милләт рухы сағылышы
Милли кейем – милләт рухы сағылышы
Милли кейем – милләт рухы сағылышы
Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: