Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Сентябрь 2021, 15:00

Ғүмергә тәбиғәт һағында

Шундай кешеләр була – эргәңдә мәңге өйөрөлөп-сөйөрөлһәләр ҙә, күҙең шәйләмәй, ҡолағың ишетмәй, күңелең ҡабул итмәй уларҙы.Шундайҙары ла була – ғүмер юлың уларҙыҡы менән бер генә киҫешһә лә, ниндәйҙер яҡтары менән мәңгегә иҫтә ҡалалар, барлыҡтарын онотторорға иҫәптәре лә юҡ.Мәҡәләм геройы – тәбиғәт һаҡсыһы Ирек Йосоп улы Шәрәфетдинов – һуңғылар иҫәбендә.

Ғүмергә тәбиғәт һағында
Ғүмергә тәбиғәт һағында

Шундай кешеләр була – эргәңдә мәңге өйөрөлөп-сөйөрөлһәләр ҙә, күҙең шәйләмәй, ҡолағың ишетмәй, күңелең ҡабул итмәй уларҙы.
Шундайҙары ла була – ғүмер юлың уларҙыҡы менән бер генә киҫешһә лә, ниндәйҙер яҡтары менән мәңгегә иҫтә ҡалалар, барлыҡтарын онотторорға иҫәптәре лә юҡ.
Мәҡәләм геройы – тәбиғәт һаҡсыһы Ирек Йосоп улы Шәрәфетдинов – һуңғылар иҫәбендә.

Тынғыһыҙ
Ирек ағай!
Үҙенән алда көр тауышы йөрөр, ҡырҡа-бесә һөйләп, алдына алғанын ҡуймаҫ, ҡасан булһа ла документ-маҙарлы дипломатын тотоп, башҡаларҙың ике ятып бер төшөнә лә инмәгән ниндәйҙер бер мөһим, яңы, хатта ауыр эште йырып сығырға маташып йөрөүе булыр.


Уның идея “сыбығы”нан күп кенә “сыбыҡланырға” тура килде заманында. Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы директоры булған осоронда беҙҙе – Ҡолғана мәктәбе хеҙмәткәрҙәрен аҙ йүгертмәне: йә “Парктар маршы”нда ҡатнашып, приз-лы урындар алдыҡ, мәктәпкә хатта республикала яңылыҡ итеп “Экология” тигән дәрес индерҙек, “Аҡтамыр” тигән экологик-ағартыу гәзите сығарҙыҡ, музей эшләне, түңәрәктәр, кластан тыш саралар гөрләне, уҡыусылар менән төрлө йүнәлештә экологик һуҡмаҡтар һалып, эргә-тирәләге ҡырмыҫҡа иләүҙәрен кәртәләп мәж килер инек. Туғыҙ йыллыҡ мәктәп урта мәктәптәр араһында мах бирмәй, әллә нисә тапҡыр призлы урындар яулап, әллә нисә магнитофонлы (ул саҡта иң шәп бүләк) булдыҡ. Беҙгә Магнитогорскиҙан уҡыусылар килеп, берҙәм саралар үткәреп, ике яҡлы аралашыу йолаға әйләнеп китте хатта.


Ана шулай үҙе лә тынғыһыҙ, кешегә лә тыныс ҡына йәшәргә ирек бирмәгән Ирек ағай ул!

Ҡанаттар осҡанда нығый
Күрше Әбйәлил районының Салауат ауылында 1941 йылдың 10 сентябрендә донъяға килгән Ирек Йосоп улы Шәрәфетдинов. Иң ҡәҙерле бала саҡ йылдары ауыр һуғыш йылдарына тура килгәс, һөт өҫтөндәге ҡаймаҡ кеүек үҫтем, тип әйтә алмай ул осор кешеһенең береһе лә...


Мәктәпте тамамлағас, уҡыу теләге уны Башҡорт дәүләт университетының биология факультетына алып китә. Тырыш кеше ҡайҙа ла шул инде ул – алдына алғанын ҡуймай, тырыша, маҡсатына яйлап ирешә бара йәш егет.


Курс эштәрен дә, диплом эшен дә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында яҙа. Фәнни эшкә ошонда тағы ҡыҙыҡһыныуы арта.
16 йәшенән уҡыу менән бер рәттән эшкә лә егелеп, ҡурсаулыҡ коллективында үҙ кеше булып та китә.

Етәксе булыу еңел эш түгел
Тәбиғәт йәнле, эшсән егет 1972 йылдың авгусында ҡурсаулыҡта өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эш башлай. Өс йыл эшләп тә өлгөрмәй, ундағы ойоштороу һәләтен шәйләп, тәбиғәт һағындағы эшмәкәрлегенең һүҙҙә генә түгеллеген, был егеттән кеше сығасағын то-йоп, уны ҡурсаулыҡ директорына тәҡдим итеп, яуап-лы вазифаға тәғәйенләп тә ҡуялар. Һәм яңылышмайҙар.


Етәкселегенең тәүге йылдарында уҡ Ирек Йосоп улы ҡурсаулыҡтың перспективалы үҫешенә өр-яңы, заманса һәм киләсәккә йүнәлтелгән ҡарашы менән айырылып тора, эшем эш булһын, һөҙөмтәгә ирешәйем, тип бөтә көсөн һала.


Тәүге эштәренең береһе итеп ҡурсаулыҡтың социаль-мәҙәни инфраструктураһын яҡшыртыуҙы ала һәм тиҙ арала маҡсаттарын бойомға ашыра. Кадрҙар бөтәһен дә хәл итә, тигәнде күҙ уңында тотоп, ғилми һәм урман бүлектәренә һәләтле, квалификациялы белгестәрҙе туплай.


Бер ерҙә эшен күрһәткәс, 1979 йылда йәш етәксене Көньяҡ Урал ҡурсаулығын ойоштороуға ебәрәләр.Унда эштәр яйланғас, 1981 йылда Башҡорт дәүләт ҡурсаулығының Ағиҙел филиалына директор итеп ҡуялар. 1982 йылдан йәнә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығын етәкләүҙе тапшыралар. 1987 йылда йәнә Көньяҡ Урал ҡурсаулығында, 1995 йылдан кире Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығында директор.


Тынғыһыҙ һәм башҡаларға тынғы бирмәгән етәксенең инициативаһы буйынса, 1996 йылда экологик-ағартыу эшмәкәрлеге программаһына йыл һайын үткәреләсәк ра-йон-ара экологик слеттар инә. Был сараға райондың ғына түгел, тирә-яҡ күрше райондар, өлкәләрҙең уҡыусылары йыйыла. Ҡурсаулыҡ “Парк-тар маршы” халыҡ-ара акцияһының инициаторы булып сығыш яһай һәм ошо юҫыҡта ҙур уңыштарға өлгәшә.

Был сараға республиканың күп кенә ойошма, предприятие етәкселәре иғибар итә, айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләренә төрлө рангалағы етәкселәр иғтибар бүлә башлай.Иң мөһиме, ауыр матди ҡытлыҡтар кисергән осорҙа ошо халыҡ-ара акция ярҙамында ҙур бағыусылыҡ ярҙамы килә һәм ҡурсаулыҡ шуның арҡаһында һәйбәт кенә йәшәй, эшмәкәрлек менән шөғөлләнә ала.

Яңылыҡ артынан – яңылыҡ
1997 йылда, экологик-ағартыу эшенең яңы формаһы булараҡ, ҡурсаулыҡ сиктәре буйлап экологик экспедициялар ойошторола башлай.
Башҡортостан Республикаһының дәүләт экология комитеты, Магнитогорск ҡалаһы хакимиәтенең финанс ярҙамы менән уҡыусылар экспедицияһы өсөн матди-техник база, йәйге ялан лагерҙары, туҡталҡалар булдырыла, ике экологик стационар төҙөлә.


Киләһе йылына экологик эшмәкәрлек көнүҙәк тип табыла һәм Башҡортостан Республикаһы һәм Силәбе өлкәһенең төбәк-ара Килешеүенең 17-18-се стать-яларына индерелә.
Ҡурсаулыҡ үҙе эшләгән һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығына тәҡдим иткән төбәк белем биреү-экологик мәктәп программаһы юғары даирәләрҙә, күрше Әбйәлил, Белорет, райондары, Магнитогорск, Учалы ҡалалары хакимиәттәрендә хуплау таба.


Был программа белем биреү учреждениеларына индерелә һәм экология төбәктең күп кенә балалар баҡсаларында, мәктәптәрендә предмет булараҡ өйрәнелә.

Тәбиғәткә арналған ғүмер
Тыумыштан тәбиғәт балаһы булған етәксе тәбиғәтте өйрәнеүгә ҙур өлөш индерә. Ҡурсаулыҡта ойоштороу эштәренән тыш, ул фәнни эш менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Ирек Йосоп улы Шәрәфетдинов - тиҫтәләгән ғилми, фәнни-популяр хеҙмәттәр авторы.


1999 йылда ҡурсаулыҡ тағы бер грандиоз эш башҡара – Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы менән берлектә Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы өсөн күп көс һалған ғалим Кириков Сергей Васильевичтың 100 йыллыҡ юбилейын юғары кимәлдә билдәләй.


Бер төрлө тормош, һоро донъя, битарафлыҡ һәм булғаны менән байрам тип ятыу Ирек Йосоп улына хас сифаттар түгел. Уның инициативаһы менән төбәктә “Ҡурсаулы утрауҙар дуҫтары хәрәкәте” ойошторола. Быны “Ҡурсаулыҡтар” экоүҙәге тәҡдим итә лә инде. Был эш тотош тирә-йүндә киң йәйелдерелә – күрше ра-йон, ҡала, өлкә хакимиәттәре күтәреп ала.


“Ҡурсаулыҡтар” экологик үҙәгенең төбәк бүлексәһе булараҡ, “Ҡурсалау” йәмәғәт экологик ойошмаһын төҙөүгә лә күп көс һәм энергияһын һала тынғыһыҙ етәксе.


Ҡурсаулыҡты һәм һаҡлаулы зоналарҙы һаҡлау юҫығында ла баһаһыҙ эштәр башҡара И. Шәрәфетдинов – ҡурсаулыҡҡа йәнәш биләмәләрҙә даими рәүештә тирә-яҡ мөхитте һаҡлау бу-йынса идаралыҡ, хоҡуҡ һаҡлау органдары менән берлектә рейдтар үтә.


Директорҙы ҡылыҡ-һырлаусы төп сифат – уның шәп ойоштороусы булыуы. Ул етәкселек иткән осорҙа ҡурсаулыҡтың матди-техник базаһын нығытыуға ҙур иғтибар бүленә: Һарғаяға (ҡурсаулыҡтың үҙәк усадьбаһы) электр уты үтә, алты автомашина һыйҙырышлы гараж төҙөлә, ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренә газ плитәләре алып бирелә, газ баллондары менән тәьмин ителенә, Һарғаяға юл һалына, 4 экологик-ағартыу стационары, яңы кордон төҙөлә, булғандарына реконструкция үтә, лаборатория комплексы һәм Тәбиғәт музейы реконструкциялана. Хеҙмәткәрҙәрҙең эшен еңеләйтеү маҡсатында һаҡ хеҙмәте радиостанция, формалы кейем менән тәьмин ителә, ҡурсаулыҡ компьютер эшенә күсә.


Ошо эштәрҙең барыһы ла төрлө даирәләге етәкселәрҙе ҡурсаулыҡ проблемаларына, тәбиғәтте һаҡлау эшенә йөҙ менән боролорға мәжбүр итә лә инде.


Тырышҡан – ташҡа
ҡаҙаҡ ҡаҡҡан
Был мәҡәл дә тап Ирек Йосоп улына арнап сығарылғандай. Характерының ошо һыҙаты уға теләһә ниндәй ҡатмарлы мәлдәрҙә лә иң ауыр көрсөктө йырып сығырға ярҙам итә. Ул беренсе эшен юғарынан аҡса давайлауҙан, бәлә һалыуҙан башламай, ә бер тин аҡсаһыҙ ҙа, теләк һәм йөрәк булғанда, йәнең теләгән эште сифатлы атҡарып була икәнен ғәмәлдә раҫлай, һөҙөмтә күрһәтә һәм ошо эшкә башҡаларҙы йәлеп итә. Уның бихисап идеялары ҡоро энтузиазмда, ныҡышмаллыҡта, ихтыяр көсөндә һәм коллективының көсө менән бойомға аша.


Эйе, тормош тигәнең гел генә таҡыр юлдан тәгәрәләмәй бит ул – шаңҡытыр һынауҙары, йырып сыҡмаҫтай тойолған кәртәләре әлдән-әле осрап тора. Ҡурсаулыҡ та төрлө осорҙарҙа төрлө хәлдәр кисерә. Нәҡ маҡсатҡа ынтылыш, Аллаһ бүләкләгән ныҡышмаллығы, етәксе була белеү таланты менән Ирек Йосоп улы яратҡан коллективының төп эшмәкәрлеге булған тәбиғәтте һаҡлау эшен дә дөрөҫ юҫыҡтан алып бара, улай ғына ла түгел, туған тәбиғәтте һаҡлау эшенә яңы алымдар индерә, уға яңыса ҡараш формалаштырыуға ирешә.

Ирмен тигән
ир кешенең
Ирмен тигән ир кешенең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр, тиҙәр. Раҫтыр. Һәлкәүлек, мәңге йоҡо булыу, үҙеңдең фекерең, эшең булмау ир-атты биҙәмәй. Мәҡәләм геройы, шөкөр, ошо насар сифаттарҙан азат. Хаҡлы ялға сыҡҡас та буш ятмай – йәмәғәт башланғысында тәбиғәт һағында уяу тора. Уның инициативаһы менән районда күп эштәр эшләнә: “Урал” турист-рекреацион проекты, “Таҙа Ағиҙел” акцияһы һ.б. Ҡолғана ауыл советы депутаты сағында ла биләмәлә экотуризм эшен киң йәйелдерә, район хакимиәте янындағы экотуризмды үҫтереү буйынса координацион советтың секретары булып оҙаҡ эшләй.Район сигенән Шүлгән мәмерйәһенәсә ағып, яр буйы туҡталҡаларын булдырыу ниәте менән Өфө юлын аҙ тапамай.
Үҙ эшен яратҡан, тәбиғәт һағында оҙайлы йылдар фиҙакәр хеҙмәт иткән, үҙен ошо ер, тәбиғәттең бер хужаһы, өлөшө итеп тойған Ирек Йосоп улы – 1996 йылдан “Башҡортостан Республикаһының Почетлы урман белгесе”.


Бөгөн ул хаҡлы ялда. Ғаиләһе менән Яңы Собханғолда төпләнеп, бәхетле олатай булып йәшәп ятыуы.


Ғүмер тиҫбеһеңдә йылдар төйөнө артҡан һайын артына боролоп ҡараусан, үткәненә, ҡылғанына, эшләгәненә һығымта яһаусан кеше.


Берәүҙәрҙең, йәл, күҙгә эленер эше, әйтер һүҙе-аҡылы, ҡалдырыр мираҫы ла юҡ. Әбйәлил затлы Бөрйән уҙаманы Ирек Йосоп улы Шәрәфетдиновтың иһә ғүмер буйы ҡурсып-яратҡан биләмәһе, киләсәккә инселәгән ғилми хеҙмәттәре, үҙ заманын маяҡ итеп күтәрер, тарих булып район, республика йылъяҙмаһына уйылыр изге эштәре күп.
Ошо түгелме бәхет һәм заңлы, мәғәнәле ғүмер?

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: