Һарғая ауылында китапхана асылыуға бәйле, 1-30 сентябрҙә «Китап бүләк ит!» исемле китап йыйыу хәйриә акцияһы ойошторола.
Акцияға ярашлы, 2000 йылдан һуң сыҡҡан китаптар (энциклопедиялар, нәфис әҙәбиәт һ.б.) ҡабул ителә. Китаптарҙы район үҙәк китапханаһына, шулай уҡ ауыл китапханаларына тапшырырға мөмкин.
Ғәлиәкбәр мәктәбе етәксеһе Сания Ишмөхәмәтова әйтеүенсә, Ғәлиәкбәр мәктәбе уҡытыусылары һәм уҡыусылары акцияла әүҙем ҡатнашҡан. Балалар өсөн әкиәттәр китабы, Рәми Ғариповтың, Мостай Кәримдең шиғри йыйынтыҡтарын килтергәндәр.
Әлеге ваҡытта шулай уҡ Тимер, Ҡолғана, Ғәҙелгәрәй, Байназар, Әтек, Байғаҙы, Килдеғол һ.б. ауыл китапханалары был акцияға ихлас ҡушылған. «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмдәргә лә белдереүҙәр ҡуйылған. Гәзит уҡыусыларҙы ла акцияла ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Бәйләнеш өсөн телефон:
8 (927) 324-17-25.