-Сентябрь айында миңә оҙайлы командировка күҙаллана. Мин ҡайҙа һәм нисек тауыш бирә алам?
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова яуап бирә:
- 2018 йылдан һайлауҙар ваҡытында “Мобиль һайлаусы” механизмы эшләй. Ул граждандарға фактик булған урындарында тауыш бирергә ярҙам итә.
Ләкин шул уҡ ваҡытта түбәндәгене иҫтә тоторға кәрәк: республикалағы күп кимәлле һайлауҙар шарттарында, хатта регион эсендә генә ҡайҙалыр барып, үҙенең һайлау округынан ситкә сыҡҡан хәлдә лә һайлаусы тауыш биреү мөмкинлеген юғалтыуы ихтимал.
Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлауҙа, үҙенең бер мандатлы һайлау округының сиктәрен үткән хәлдә, һайлаусы үҙе һайлаған участкала бары тик партия исемлеге өсөн генә тауыш бирә ала. Ул бер мандатлы округта теркәлгән кандидаттар буйынса уға бюллетень бирелмәй. “Мобиль һайлаусы” механизмының шарттары шулай.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттарын өҫтәмә һайлау буйынса бер мандатлы 29-сы Толбазы һайлау округы, 43-сө Краснохолмск һайлау округы һәм 55-се Буй һайлау округы буйынса “Мобиль һайлаусы” гражданинға үҙенең һайлау округы сиктәрендәге теләгән һайлау участкаһында тауыш бирергә ярҙам итә.
Урындағы Советтар депутаттарын һайлау буйынса төп һәм өҫтәмә һайлауҙарҙа “Мобиль һайлаусы” ҡулланыла алмай.
Ғариза биреү өсөн күп функциялы үҙәккә, территориаль һайлау комиссияларына мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталы менән файҙаланырға мөмкин. 2021 йылдың 8 сентябренән 13 сентябренә тиклем ғаризаларҙы участка һайлау комиссияларында ла ҡабул итәләр.
Ғариза ҡабул итеү пункттарына мөрәжәғәт иткәндә үҙегеҙ менән паспортығыҙ булыуы шарт. Шулай уҡ тауыш биреү өсөн һайлаған участканың номерын дә белеү хуплана.
Үҙегеҙ тауыш бирергә теләгән участканы Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының сайтында һәм Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһының сайттарында “Һанлы сервистар” (“Цифровые сервисы”) тигән вкладкала табырға мөмкин.
Әгәр һайлаусы үҙаллы эҙләргә ҡыйынһына икән, уға МФЦ белгестәре (адресы: Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 80; телефондар: 7(347)246-55-33, 7(347)553-68-39), территориаль һайлау комиссияһы (Иҫке Собханғол ауылы, Ленин урамы, 61; телефондар: 7(347)553-52-18, 7(347)553-52-29), ярҙам итә. Йәки Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линияһы (8-800-200-00-20) һәм Башҡортостан Республикаһы Үҙәк һайлау комиссияһының ҡыҙыу линияһы (8 800 347 54 54) буйынса ярҙам итәсәктәр.