Ҡолғана ауылында машинаға тейәлгән бесән янып киткән.
Демография
Был аҙна ла биштәргә бай: үткән аҙнала районда 5 сабый тыуған, шулай уҡ 5 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән. Айырылышыу осраҡтары булмаған.
01 хәбәр итә
Үтеп киткән аҙнала ике янғын теркәлгән. Ҡолғана ауылында машинаға тейәлгән бесән янып киткән. Иҫке Собханғол ауылы янындағы иҫке аэропорт эргәһендә бәләкәй өй янған. Бер кеше янғын ҡорбаны булған.
02 хәбәр итә
30 августан 6 сентябргә тиклемге ваҡыт арауығында район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 55 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә бер кеше ҡорбан булған янғын (1), урлашыу (3), үҙ-үҙенә ҡул һалыу (1), һыуҙағы биологик ресурстарҙы тотоу ҡағиҙәләрен боҙоу (1), янғын (1), урман янғыны хаҡында хәбәр итеү (3), зыян күреүселәр булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы (2), битлек режимын боҙоу (3), шәхси мөлкәт һәм документтар юғалтыу (6), ғаилә низағы (4) һәм башҡалар бар.
Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 54 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ буйынса – 42. 2 кеше эскән килеш руль артына ултырып, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған.