Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2021, 10:50

Бер һүҙҙән булһаң ғына...

Бөгөн уны, заманса әйткәндә, бизнесвумен, тиергә була. Беҙ улай тип тормайбыҙ – эшҡыуар, заман байы, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ.

Бер һүҙҙән булһаң ғына...
Бер һүҙҙән булһаң ғына...

Бөгөн уны, заманса әйткәндә, бизнесвумен, тиергә була. Беҙ улай тип тормайбыҙ – эшҡыуар, заман байы, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ.

Беҙ тотонмаған, беҙ эшләмәгән һәр эш еңел бит ул. Һәр хәлдә, беҙгә шулай тойола. Эсенә инеп, айышына төшөнә башлаһаң ғына бының төптө улай түгел икәнлегенә инанаһың.
Эшҡыуарҙарҙы әйтәм. Уларҙың эше – алыпһатарлыҡ, еңел һәм аҡса ҡайҙандыр ҡойолоп тора, тип уйлайбыҙ. Күпселек. Тик улай түгел икән шул.


Хәйер, районыбыҙҙың уңышлы ғына эшҡыуар-ҙарының береһе, бөгөнгө көндә өс магазин, бер цех хужаһы, ауыл, ра-йон күләмендәге теге-был сараларҙың, байрамдарҙың бағыусыһы, районыбыҙҙың “Таң” гәзитенә үҙенең һатыусыларын, туғандарын яҙҙыртып, хатта гәзиткә яҙҙырыу буйынса эшҡыуарҙар араһында эстафета ойоштороп, тиражыбыҙ артыуына тос өлөш индереүсе Гөлсинә Бәхтинур ҡыҙы Ҡунафина һәм уның ғаилә бизнесы хаҡында булыр һүҙем.

Гөлсинәне, ауылдаш булғас, бәләкәйҙән беләм: үръяҡта йәшәүсе Бәхтинур ағай менән Фәниә апайҙың (мәрхүмдәр инде) күп балалы ғаиләһендә тыуып үҫкән, бәләкәйҙән ҡара эштә бешеккән, 7-се класты тамамлағас, йәйләүгә китеп, алмаш һауынсы булып эшләү генә түгел, хатта тотош төркөм алып һауған кеше ул. Уҡыуға ла, эшкә лә шәп булды.
Бөгөн уны, заманса әйткәндә, бизнесвумен, тиергә була. Беҙ улай тип тормайбыҙ – эшҡыуар, заман байы, тибеҙ ҙә ҡуябыҙ.


- Йоматауҙағы техникумда бухгалтер-иҡтисадсы һөнәрен алыуым да тормошта бик ҡулай булып сыҡты. Ринат менән бер туйҙа танышып, 1992 йылда өйләнештек. Колхоз-совхоздарҙың бөткән мәле. Эш юҡ. Ул саҡта ла малды ҡутара көтәбеҙ. Мин Иҫке Собханғол баҙарына һөт, ҡаймаҡ, ҡорот алып барып һатам. Ринат таксиҙа йөрөй. Рәсми эш юҡ. Һөт-май һатып тора торғас, таныш-белеш күбәйҙе – инде һыйырҙың ағын баҙарҙа тороп һатмайым, клиенттарға өй беренсә таратып сығам. Ул саҡта бөгөнгө ише пластик һауыттар, шешәләр күп түгел, ҡоротто эмалле биҙрә менән алып барып, кешегә сүмесләп ҡойоп бирәм. Был эш оҡшай башланы. Район үҙәгенән бер юлы кәрәкле нәмәләр алып ҡайтаһың – бик күңелле булып ҡала.
Бишенсе моделле “Жигули”йыбыҙ менән бер мәл Белореттан 5800 һум аҡсаға аҙыҡ-түлек алып ҡайттыҡ. Һатып ҡараныҡ – алалар. Шунан магазин астыҡ. Аҙыраҡ эш ыңғайлағас, Мәһәҙейҙә магазин астыҡ. Ундағы “Тылсым” магазины уңышлы ғына эшләп тора, хәҙер икәү иттек.


1996 йылда өй төҙөп сыҡтыҡ. Бер-бер артлы улдарыбыҙ тыуҙы. Инсаф СиБДУ-ла уҡып, инженер һөнәрен алып сыҡты. Инсур БДУ-ла “Муниципаль идара” һөнәрен үҙләштерә, быйыл 4-се курсҡа бара. Ильясыбыҙ 4-се класҡа йыйына.


Килдеғолда билмән цехы ла асып ебәргәйнек. Өс йыл бик яҡшы эшләп торғас, бинаһы янып ҡуйҙы. Эш яҡшы ғына бара ине – билмәнде яратып алдылар, ҡул һалмаһын да. Туйҙарға заказдар ала инек. Әле шул цехтың бинаһын яңынан төҙөп, эште дауам итергә уй.


Быйыл магазиндарҙа матур итеп заманса ремонт эшләнек. Кеше килә, әйбер һатып ала – уларҙы ла зауыҡлы, таҙа бина, күңелде күтәрер мөхит ҡаршылаһын, тибеҙ. Ҡышҡы осорҙа биналарҙың тышын гирляндалар менән биҙәп, байрам шауҡымы бирергә тырышабыҙ.


Эш башлағандан алып, бәләкәй булһынмы, ҙур булһынмы, байрамдарҙа гел бағыусылыҡ ярҙамы күрһәтә киләбеҙ. Был тәңгәлдә Ринат та һынатмай – юл ремонтлаумы, мәсеткә ҡул ярҙамы кәрәкме – сығалар, уландар менән эшләйҙәр, мин аҙыҡ-түлек менән ярҙам итәм. Әле бына янғындар осоронда ла ярҙам иттек. Техника менән дә, былай ҙа ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, бер ваҡытта ла, ҡуй, тимәйбеҙ. Район ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошторған сараларҙа ла бағыусы булдым. Электән гел ярҙам иткәс, ошондай эштәрҙе тейеш тип ҡабул итәм. Балалар Байназар мәктәбендә уҡығанда белем усағына ла ярҙам ҡулы һуҙҙыҡ. Тыуған ауылым Мәһәҙейҙә үткән сараларҙы ла бағыусылыҡ ярҙамынан ҡалдырмайбыҙ.


Һәр эште башлағас, аҙағына матур итеп еткерергә яратам мин. Эшҡыуарлыҡ яңғыҙ кешенең эше түгел. Бында ғаиләң ныҡлы тыл булмаһа, өйҙәге һәр кеше дөйөм эш өсөн мөкиббән китмәһә, эшләп булмай. Шөкөр, миңә ирем Ринат һәр яҡлап ныҡлы таяныс, кәңәшсе, һәр ваҡыт аҡыллы ҡарар ҡабул итеп, ғаилә карабын дөрөҫ юҫыҡҡа борор ир-уҙаман. Уға теләһә ниндәй ваҡытта һәм ситуацияла таянырға була, шуға ла эшебеҙ һәүетемсә бара, тип иҫәпләйем. Малайҙарҙы ла бәләкәйҙән эш айышына төшөндөрөп, уртаҡ эшләтеп үҫтерҙек. Бөгөн уларҙың өлкәндәре тауар ҙа ташый, йөк тә тейәй, бушата – һәр яҡлап ярҙам итә.


Ғаилә бизнесы уртаҡ һәм бер маҡсатҡа йүнәлтелгән булырға тейеш. «Суртан – һыуға, ҡош - һауаға, ҡыҫала ярға тартҡан, тей» әйтеме был осраҡта девиз була алмай. Берҙәмлек, бергәлек, бер маҡсат һәм бер-береңде ярты һүҙҙән аңлап эшләр, йәшәр кәрәк.


Эш башында, балалар үҫкәндә, ҡайны-ҡәйнәм ныҡ ярҙам итте – балаларҙы, мал-тыуарҙы ҡаранылар. Юғиһә бит ҡара таңдан сығып китәһең, төн уртаһында ҡайтып инәһең. Уларға ла рәхмәттең ҙуры.Һау ғына булһындар инде, - ти Гөлсинә.


Эйе, замана бизнес-ледиһының эшенең осона сығаһы түгел. Беҙ барғанда ла ул магазинда тауҙай ҡағыҙҙары өҫтөнә эйелеп иҫәп-хисап эшен атҡара ине.
Асыҡ йөҙлө, кешегә тәмле һүҙле, алсаҡ һәм сос ханым бөгөн үҙ эшенең оҫтаһы, үҙ донъяһының королеваһы, иренең һөйөклөһө, балаларының ҡәҙерле әсәһе булып ирәйеп йәшәп ята.
Балалар үҫә килә өйҙәренә төкәтмә, икенсе ҡат эшләп сыҡҡандар. 12х9 ҙурлыҡта ике ҡатлы заманса бөтә уңайлыҡтары булған өй тау башында балҡып ултыра. Ринаттың пилорамаһы, эш өсөн бөтә кәрәк техникаһы бар. Әле лә 6 баш һыйыр, күпләп ҡош-ҡорт аҫырай Ҡунафиндар. Еребеҙ бар, кешегә бесән эшләп тә һатабыҙ, мин үҙем теләп бесәнгә барам, эй яратам бесән эшен, ти Гөлсинә
Яҙмышынан, донъя-һынан, эшенән, иренән, балаларынан, һатыусыларынан ҡәнәғәт Гөлсинә. Барына мең шөкөр, ошонан яҙҙырмаһын, ти ул. Ошо эшлекле солғанышын, үҙенә ҡулай донъяһын, ҡәнәғәтлек табыр йәшәйешен ул үҙе, ғаиләһе тырышлығы менән булдырған. Эшләгәнгә эш тә ҡарышмай, эшләгәнгә муллыҡ та килә, эшләгәнде хөрмәт тә итәләр. Ошо ғына.

Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас: