«Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» республика хәйриә акцияһы районда 11-се йыл рәттән үтте.Ул 1 июлдән 31 авгусҡа тиклем барҙы.
Сараның маҡсаты – ауыр хәлгә тарыған, мохтаж булған ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе балаларға яңы уҡыу йылына әҙерләнеүҙә мәктәп кәрәк-яраҡтары, уҡыу әсбаптары менән ярҙам итеү. Акцияны үткәреү тураһындағы положениеға ярашлы, “Ғаилә” Көнсығыш район-ара үҙәгенең Бөрйән районындағы ғаилә хеҙмәтенә ойошма һәм учреждениелар, шәхси эшҡыуарҙар, изге күңелле кешеләр канцелярия тауарҙары, яҙыу әйберҙәре, дәфтәр, һүрәт төшөрөү өсөн кәрәк-яраҡ, балалар ижады өсөн йыйылмалар, портфель, мәктәп формаһы тапшырҙылар. Шулай уҡ акция сиктәрендә ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтеүселәр ҙә булды.
Ил төкөрһә, күл була, ти халыҡ мәҡәле. Бөгөнгө көндә беребеҙгә лә еңел булмауға ҡарамаҫтан, кеше тормошона, хәленә битараф ҡалмаған, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған кешеләр беҙҙә күп. Быйыл акцияға 41 ойошма, шәхси эшҡыуарҙар, изге күңелле кешеләр ҡушылды. Бына улар – акцияла ҡатнашып, балаларға шатлыҡ бүләк итеүселәр: күп функциялы үҙәк, “Алағуян” МУП-ы, мәшғүллек үҙәге, “Атайсал” АНО-һы, ветстанция, “Мәсем” клубы, мәғариф бүлеге, “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге”, Пенсия фонды, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, ВВС-та хеҙмәт иткән ир-егеттәр, район хакимиәте, финанс бүлеге, М. Сәғитов музейы, “Таң” гәзите редакцияһы, моряктар берҙәмлеге, электр менән тәьмин итеү ойошмаһы, “Бөрйән” ҡулланыусылар йәмғиәте, юл төҙөү-ремонтлау идаралығы, Садиҡа Вәлиева (Байназар ауылы), гражданлыҡ хәле акттарын теркәү бүлеге, “Иҫке Собханғол” МУП-ы, “ГИП Электро”, Бөрйәндә сауҙа итеүсе Сибай, Баймаҡ, Күмертау, Салауат ҡалалары эшҡыуарҙары, Иҫке Собханғол ауыл хакимиәте, хәрби комиссариат, шәхси эшҡыуар Г. Кәримова, мәҙәниәт бүлеге, “Газсервис”, район буйынса эске эштәр бүлексәһе, “Берҙәм Рәсәй” партияһының урындағы бүлексәһе, Ғәҙелгәрәй ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советы, Бөрйән районындағы ғаилә хеҙмәте, үҙәкләштерелгән бухгалтерия, ҡаҙна учреждениеһы, һауа-десант ғәскәрҙәре берҙәмлеге, район үҙәк дауаханаһы, Бөрйән урмансылығы, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы, И. Мәхмүтов (Иҫке Собханғол), Байғаҙы ауыл хакимиәте.
Шулай итеп, 2021 йылда «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» хәйриә акцияһы сиктәрендә 210 балаға ярҙам күрһәтелде. Шул иҫәптән 57 балаға мәктәп формаһы, 13 балаға комплектланған портфель, 140 балаға мәктәп кәрәк-яраҡтары тапшырылды.
Ошо акцияла ҡатнашып, ярҙам ҡулы һуҙған изге күңелле кешеләргә, ойош-ма вәкилдәренә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ!