Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2021, 09:00

Эштәре яуаплы ла, кәрәк тә

«Газпром газ бүлеү Өфө» акционерлык ойошмаһының Белорет филиалына ҡараған Бөрйән комплекслы хеҙмәтендә 24 хеҙмәткәр эшләй. Коллектив менән Фазыл Бикбулатов етәкселек итә.

Эштәре яуаплы ла, кәрәк тә
Эштәре яуаплы ла, кәрәк тә

«Газпром газ бүлеү Өфө» акционерлык ойошмаһының Белорет филиалына ҡараған Бөрйән комплекслы хеҙмәтендә 24 хеҙмәткәр эшләй. Коллектив менән Фазыл Бикбулатов етәкселек итә.

- Бөгөнгө көндә 9 ауылда 1673 хужалыҡ, 75 коммуналь объект тәбиғи газ менән файҙалана. 2020 йылда 90-ға яҡын шәхси йортҡа газ инһә, быйыл әлеге мәлгә 80 йорт газға тоташтырылды. Комплекслы хеҙмәттә үҙ эшенә яуаплы ҡараған тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Үткән йыл көсөргәнешле булыуға ҡарамаҫтан, коллектив планды 130 процентҡа үтәп сығыуға өлгәште. Байназар ауылында яңы газ бүлеп биреү пункты сафҡа инде һәм ундағы Туғай микрорайонында урынлашҡан өйҙәр тәбиғи газ ҡуллана башланы. Газпром программаһына ярашлы, әлеге ваҡытта Әтек, Кейекбай, Мәндәғол ауылдарында ауыл эсендә һәм Ғәҙелгәрәй, Ҡотан, Ырғыҙлы ауылдарына газ үткәреү эштәре бара. Юридик яҡтан документ эштәрен теүәлләп бөткәндән һуң подрядсы ойошма тарафынан 62 км оҙонлоғондағы Иҫке Собханғол һәм Ырғыҙлы ауылдары араһында газ үткәреү башланасаҡ. Тағы ла Байназар-Яуымбай-Әбделмәмбәт йүнәлешендәге газ үткәреү проектына әҙерлек эштәре башланыу өҫтөндә.


Әлеге көндәрҙә газ үтеп ятҡан ауылдарҙа йәшәүселәр иғтибарына ла әйтер һүҙҙәр бар: әгәр ҙә газ үткәрергә теләгегеҙ бар икән, бөгөндән әҙерлек эштәрен башлағыҙ. Беҙгә килеп газ приборҙары урынлаштырыу өсөн бүлмәләрҙең талаптарын һорашып, газ приборҙарын һатып ала тороу отошлораҡ, - тине Фазыл Фаил улы.
Ойошма тарафынан 156 километр оҙонлоғонда газ үткәргестәр һәм ундағы ҡоролмалар хеҙмәтләндерелә. Шулай уҡ техник һәм авариялы хеҙмәтләндереү, капиталь һәм ағымдағы ремонт эштәре, газ үткәргестәргә, газ бүлеү пункттарына һәм ундағы ҡоролмаларға, шәхси һәм күп фатирлы йорттарҙың, ойошма, предприятиеларҙың газ ҡоролмаларына техник, сервислы хеҙмәтләндереү һәм ремонт эштәрен башҡаралар.


Комплекслы хеҙмәттә икешәр кешенән торған 5 бригада тәүлек әйләнәһенә эшләй. Газ тармағында 21 йыл эшләгән авария-тергеҙеү эше слесары Азат Ҡолдәүләтов менән 12 йыл водитель эшен башҡарған Евгений Быковты (1-се биттәге һүрәттә) үҙ сменаларын ҡабул итеп, техник хеҙмәт күрһәтеү һәм газ хеҙмәтенә бирәсәктәре булған йорттар менән эшләү өсөн ауылдарға сығып барғандарында тап иттек.


- Газ өсөн 3 айҙан артыҡ түләмәгән граждандарҙы алдан иҫкәртәбеҙ, хәбәр итәбеҙ, шылтыратабыҙ. Улар яғынан яуап булмаһа, газ биреүҙе туҡтатырға мәжбүрбеҙ инде.
Етәксебеҙ йәш булыуына ҡарамаҫтан, эште яҡшы төшөнгән, хеҙмәткәрҙәрен ҡайғырта белә. Йыл да бер-нисә кеше шифаханаларҙа һаулығын нығытып ҡайта. Коллектив беҙҙә бик татыу һәм әүҙем. Район буйынса ойошторолған төрлө спорт, мәҙәни сараларҙа ҡатнашып, һәр ваҡыт яҡшы урындар алабыҙ. Яңыраҡ Белоретта газ хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған волейбол ярышында 7 команда араһында 1-се урын һәм кубок алып ҡайттыҡ. Йыл да урынһыҙ ҡалғаныбыҙ юҡ. Өфө ҡалаһында ла ошондай ярыштарҙа ҡатнашып еңгәнебеҙ бар, - ти Азат ағай.


Бүлексәлә төрлө маркалағы газ плиталары һәм котелдар, газ һынау приборҙары, уларға запас частәр, төрлө диаметрҙағы торбалар һатыу ҙа ойошторолған. Белорет филиалы буйынса улар иң күп ҡорамалдар һатыусылар иҫәбендә. Хаҡтар ҙа ҡала магазиндарындағынан күпкә осһоҙораҡ икән.
- Йылдан-йыл тәбиғи газ менән файҙаланыуға халыҡтың ихтыяжы арта. Әлеге көнгә бирелгән ғаризаларҙың һанын иҫәпкә алғанда, киләһе йылда ла беҙҙе көсөргәнешле эш көтә, - ти хеҙмәткәрҙәр.
Районды «зәңгәр яғыулыҡ» менән тәьмин итеүсе газ тармағы хеҙмәткәрҙәренә артабан да эштәрендә уңыштар насип булһын.

Автор:Гөлүзә ХАФИЗОВА.
Читайте нас: