Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2021, 11:00

Яҙмышына рәхмәтле ул

Оҙаҡ йылдар Байназар мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡытҡан абруйлы уҡытыусы Ғилманова Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙының тормош һуҡмағы оҙон да, ҡатмарлы ла, иҫтәлекле ваҡиғаларға ла бай.

Яҙмышына рәхмәтле ул
Яҙмышына рәхмәтле ул

Оҙаҡ йылдар Байназар мәктәбендә башланғыс кластарҙа уҡытҡан абруйлы уҡытыусы Ғилманова Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙының тормош һуҡмағы оҙон да, ҡатмарлы ла, иҫтәлекле ваҡиғаларға ла бай.

Һәр әҙәм балаһы кеүек, абынған мәлдәре лә, йондоҙ булып ҡабынған саҡтары ла булғандыр. Ҡайғы-шатлыҡ менән үрелеп барған уның ғүмер юлы.

Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙы 1941 йылдың 29 авгусында Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылында донъяға килә. Тыуғандан һуң өс көн уҙғас, атаһы Сәғитов Хәйрулла Ғилман улы Бөйөк Ватан һуғышына алына. Дошманға ҡаршы ҡаты яуҙа яралана. 1946 йылдың февраль айында һуғыштан иҫән-һау тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн «Ҡыҙыл йондоҙ» ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.


Хәйрулла Ғилман улы һуғыштан һуң райкомда инструктор, артабан «Маслопром» етәксеһе вазифаларын башҡара. Бынан тыш, урман хужалығында десятник, банкта, аҙаҡ мәҙәниәт һарайында һаҡсы булып эшләй. Үҙешмәкәр актер ҙа була - пьесаларҙа ҡатнаша. Шуға күрә “Әртис Хәйрулла” тигән ҡушамат тағалар уға. Бик аҡыллы, баҫалҡы була, хәбәрҙе лә ҡысҡырып һөйләмәй, талғын, ипле генә өндәшә. Хәйрулла Ғилман улының ҡәберенә, һуғыш ветерандарына тейеш булғанса, махсус мәрмәрҙән стела эшләйҙәр.


Әсәһе Дәүләтшина Биби Ғимран ҡыҙы райкомда, баҫыу станогында эшләй. Һуңынан иҙән йыуыусы булып хаҡлы ялға сыға.


Исемде уға атаһы ҡушҡан, Ғилман олатаһы аҙан ҡысҡыра. 9-сы класты бөткәнсе фамилияһы Сәғитова булып йөрөй. Зәйтүнә исемле ике туған апайҙары барлығын белеп ҡалғас, фамилияһын Ғилманова тип үҙгәртәләр.


Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙы 1949 йылда Иҫке Собханғол урта мәктәбенә беренсе класҡа бара. Яҡшы билдәләргә генә өлгәшә. Класташы һәм әхирәте Ишкилдина Сәлимә Ноғоман ҡыҙы менән ун класс бөтөргәс, Белорет педучилищеһына бергә уҡырға инәләр. Башланғыс класс уҡытыусыһы бүлеген 1962 йылда уңышлы тамамлайҙар. Бынан тыш, Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙы ситтән тороп Стәрлетамаҡ институтында уҡый.


Тәүҙә Нәби мәктәбендә бер йыл эшләй. Байназарға килен булып төшкәс, ошо ауыл мәктәбендә эш башлай. 28 йыл уҡытҡандан һуң, яҙмыш уны йәнә Нәби мәктәбенә алып килә. Унда 5, 6, 7-се кластарҙы башҡорт теленән уҡыта. Уҡытыусылар етешмәгәс, Мишәргә лә барып дәрес биреп ҡайта. Асыҡ дәрестәр ҙә күп үткәрә.


Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙы мандолинала оҫта уйнай, үҙе балалар өсөн йыр-бейеү түңәрәктәре алып бара. Һәр ваҡыт маҡталып эшләй. Хеҙмәттәштәре уға мәғариф отличнигы исемен бирҙертергә тырышып ҡарай, ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында килеп сыҡмай. 1992 йылда хаҡлы ялға сыға. Оҙаҡ йылдар мәғариф өлкәһендә намыҫлы эшләгәне өсөн уға хеҙмәт ветераны исеме бирелә.


Байназарҙағы иҫке мәктәптең оҫтаханаһында элек шаяныраҡ малайҙарҙы айырым уҡытҡандар икән. Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙы ла уларға дәрес биргән. Малайҙар уны гел ихтирам итеп торған. «Нисек тыңлатаһығыҙ, Зәйтүнә апай?» тип аптырай торғайнылар, ти ул. Шул малайҙарҙың исемен әле булһа иҫләй: Уразбай, Ирәмән, Таһир, Сабир, Таңатар... Яҡшы уҡыған уҡыусыларынан Зәйнуллина Нәсимә, Ишбулатов Салауат, Зәйнуллина Зөһрә, Шагаев Шамил, Баязитов Азамат, Баязитова Нәркәс, Яҡшыбаева Фәниәләрҙе һәм башҡаларҙы телгә алды.
Уҡыусылары араһында хәҙер уҡытыусылар, инженерҙар, табиптар, механизаторҙар һәм башҡа һөнәр эйәләре бар. Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙын уҡыусылары онотмай. Осрашыу кисәләренә саҡырып торалар, байрамдарҙа өйөнә килеп ҡотлап, бүләк тапшырып китәләр.


Тормош иптәше Алтынбаев Ғәле Мәхмүтдин улы Ҡурғашлы техник ремонт предприятиеһында шофер булып эшләй. Улар дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Улдары Ришат Афғанда хеҙмәт итеп ҡайтҡас вафат була.


Өлкән ҡыҙҙары Лилиә Белорет педагогия училищеһын тамамлап Ҡурғашлы балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Лилиә һәм Ринат Мырҙағоловтар өс ул үҫтергән, өсөһө лә тормошта хәрби юл һайлаған. Өлкәндәре Артур Санкт-Петербург ҡалаһында өлкән прапорщик, уртансылары Айҙар Белорет ҡалаһында эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре, кеселәре Иҙел Санкт-Петербургта хәрби уҡыу йортонда белем ала.


Уртансы ҡыҙҙары Гөлкәй Баймаҡта кейәүҙә. Иптәше Айрат менән өс бала үҫтергәндәр. Улдары Азат ғаиләһе менән Магнитогорск ҡалаһында йәшәй, үҙе комбинатта эшләй. Ҡыҙҙары Роза һөнәре буйынса юрист, әле бер ҡыҙ тәрбиәләй. Кинйә ҡыҙҙары Айгүзәл Сибай педколледжында тәрбиәсе һөнәрен үҙләштерә.
Зәйтүнә инәйҙең кесе ҡыҙы Илзира беренсе төркөм инвалиды.


Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙы менән Ғәле Мәхмүтдин улы 25 йыл бергә йәшәйҙәр. Заманында өсәр баш һыйыр малы, һарыҡ аҫрайҙар, ҡаҙ, өйрәк, тауыҡ көтәләр. Баҡсаһында йәшелсә-емешен үҫтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәле ағайҙың 50 йәшендә генә ғүмере өҙөлә.


Яҙмыш Зәйтүнә инәйҙе лә аямай. 9 йыл элек инсульт кисерә. Бына шундай ауыр һынауҙар аша үтергә тура килә уға. Ниндәй генә ҡыйынлыҡтар булмаһын, Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙы бирешмәй. Тормошҡа ла зарланмай. “Балаларым, кейәүҙәрем ярҙам итеп тора, эргәлә генә мунса ла һалып бирҙеләр”, ти.


Зәйтүнә инәй Илзира ҡыҙы менән йәшәй. Илзира апай «Йәшлек», «Таң» гәзите биттәрендә туғандары, ауылдаштары тураһында баҫылған мәҡәләләрҙән, шулай уҡ шиғырҙарҙан коллекция йыя.


Зәйтүнә инәй әүҙем китап уҡыусы ла. Китапхананан башҡортса, татарса төрлө китаптар алдырып уҡый.


Мәктәп, студент йылдарында иҫтәлеккә төшкән фотоһүрәттәрен дә күрһәтте. Йәш сағында бигерәк һылыу булған икән.
Ошо көндәрҙә 80 йәшлек күркәм юбилейын билдәләүсе Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙына иҫәнлектә, бәхеттә балаларына һәм ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып имен-аман йәшәүен теләйек.

Яҙмышына рәхмәтле ул
Яҙмышына рәхмәтле ул
Яҙмышына рәхмәтле ул
Яҙмышына рәхмәтле ул
Яҙмышына рәхмәтле ул
Яҙмышына рәхмәтле ул
Яҙмышына рәхмәтле ул
Автор:Айгиз Буранғолов.
Читайте нас: