Халыҡты төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡалыу һәм ауыл хужалығы продукттарының кеше организмына зыян килтереүенә юл ҡуймау йәһәтенән ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһы 2011 тикшереү үткәрҙе.
Ветеринария хеҙмәте – һөнәрҙәр араһында иң боронғо һәм кәрәклеләр иҫәбендә. Кеше менән генә түгел, телһеҙ хайуандар, ҡош-ҡорт менән дә туранан-тура бәйле хеҙмәт эйәләре һөнәри байрамдарын ниндәй уңыштар, проблемалар менән ҡаршылай – район ветстанцияһы начальнигы, ветеринария системаһында 30 йыл хеҙмәт иткән тәжрибәле белгес Зәбир Самат улы Аратов менән әңгәмә ошо хаҡта.
- Зәбир Самат улы, төп эшегеҙ нимәнән ғибарәт?
- Район ветеринария станцияһының төп бурысы - районда төрлө ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм булдырмау, малсылыҡ продукттарының ветеринар-санитар яҡтан хәүефһеҙлеген тәьмин итеү, халыҡты кеше һәм мал өсөн уртаҡ булған инфекцион ауырыуҙарҙан һаҡлау.
Ветстанцияла бөгөн 36 кеше эшләй. Уның составында 6 ветеринар участок һәм 6 ветеринар пункт бар.
Район биләмәһендә 32 төрлө йоғошло сиргә ҡаршы профилактика маҡсатында ветеринар саралар ойошторолдо, шулай уҡ 22 ауырыу төрө буйынса диагностик тикшереүҙәр үтте. Ошо маҡсаттар өсөн республика бюджетынан 1072783 һумға һәм үҙкилем иҫәбенән 1198621 һумға биопрепараттар, медикаменттар, инструменттар һатып алынды. Үткән йылда бөтә төр хайуандарға 43770 диагностик тикшереүҙәр, 161969 профилактик вакцинациялау, 15006 дегельминтизация үткәрелде.
Халыҡты төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡалыу һәм ауыл хужалығы продукттарының кеше организмына зыян килтереүенә юл ҡуймау йәһәтенән ветеринар-санитар экспертиза лабораторияһы 2011 тикшереү үткәрҙе. Улар һөҙөмтәһендә 214 кг малсылыҡ продукцияһы яраҡһыҙ тип табылды һәм утилләштерелде.
Ветстанция тарафынан малсылыҡ продукттары һатҡан сауҙа нөктәләренән, магазиндарҙан мониторинг тикшереүҙәр үткәреү өсөн комиссия менән продукттар алынып, Өфөгә лабораторияға ебәрелде.
Йоғошло сирҙәрҙән профилактикалау маҡсатында 36600 квадрат метр майҙан хужалыҡтарының мал ҡураларында, 16 мал зыяратында дезинфекциялау, дезинсекциялау һәм дератизациялау кеүек ветеринар-санитар эштәр башҡарылды.
Тажзәхмәт ауырыуына ҡаршы көрәш юҫығында учреждениеларҙа, автотранспорттарҙа (125425 квадрат метр майҙанда) эҫе пар генераторы менән дезинфекция эшләнде.
Малдарҙың ҡотороу осраҡтарын булдырмау маҡсатында 35767 ауыл хужалығы малы һәм 2217 баш бесәй һәм эттәр вакцинацияланды.
Райондың ветеринар станцияһында ситтән ингән һәм урындағы ҡорттарҙың тоҡомон асыҡлау, балдың сифатын билдәләү өсөн лабораторияла 24 умарталыҡтан 138 проба ҡорт һәм 25 проба бал тикшерелде.
Ауыл хужалығы малдарын һәм ҡорт ғаиләләрен биркалау һәм чиплау буйынса эштәр дауам итә. Бөтәһе 16180 баш һыйыр малы һәм 16408 кәзә-һарыҡ биркаланған, 2825 йылҡы малына, 740 ҡорт ғаиләһенә, 942 эт һәм 344 бесәйгә чиптар ҡуйылған.
Ветстанцияла операция кабинеты эшләп килә. Унда бесәй һәм эттәрҙе стерилләү һәм кастрациялау буйынса операциялар үткәрелә.
Халыҡты, ветеринар участка һәм пункттарҙы, хужалыҡтарҙы ветеринар тәғәйенләнештәге тауарҙар менән тәьмин итеү маҡсатында ветстанцияла ветеринар дарыухана эшләп килә. Дарыуханала шулай уҡ ҡортсолоҡ тауарҙары, декоратив йорт ҡоштары һ.б. өсөн кәрәкле нәмәләр һатыла. Үткән йылда 1122328 һумлыҡ тауар һатылған.
Бөтә ветеринария участкалары һәм пункттар айырым бүлмәләрҙә урынлашҡан, улар һыуытҡыстар, кәрәкле йыһаз, ветеринар документтар яҙыу өсөн интернетлы компьютерҙар менән тәьмин ителгән. Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр тарафынан 5600-ҙән ашыу ветеринар документ эшләнеп, электрон формала бирелгән.
- Уңыштарығыҙ ҙа барҙыр?
- Әлбиттә. Коллектив берҙәм, тырыш. Һәр кем үҙенә тәғәйен эште намыҫлы башҡара, еренә еткереп үтәй. 2017 йылда Мәскәүҙә ВДНХ-ла ҡатнашып, район биләмәһендә солоҡсолоҡ һәм умартасылыҡтарҙа эпизоотик сараларҙы уңышлы үткәргән өсөн Бөтә Рәсәй кимәлендә танылып, “Алтын миҙал”ға эйә булдыҡ. Былтыр Яңы Монасип ветучастогы республика буйынса барған “Иң яҡшы ветеринария участкаһы” конкурсында ҡатнашып, 1-се урын яуланы. Һөҙөмтәлә, эштә тотоноу өсөн “Лада Гранта” автомобиле һатып алыуға сертификатлы булдыҡ.
Үткән йылда район биләмәһендә эпизоотик һәм ветеринар санитария торошон күҙәтеү, уны яйға һалыу эшен тулыһынса үтәнек. Хеҙмәткәрҙәрҙән, белгестәрҙән ризамын. Оҙаҡ йылдар тармаҡта фиҙакәр хеҙмәт иткән тәжрибәле ағайҙарға эйәреп, Әтек ветпункты мөдире Марсель Исламов кеүек үҙ эшенең оҫталары үҫеп килә.
- Киләсәккә маҡсат-бурыстарығыҙ нисек?
- Үҙебеҙҙең төп эште – районда эпизоотик һәм ветеринар санитария торошон тотороҡло итеү, биологик ҡалдыҡтарҙы һәм ветконфискаттарҙы утилләштереүҙе контролдә тотоу, ауыл хужалығы продукттарынан, ҡыр хайуандарынан мониторинг тикшереү өсөн пробалар алыуҙы арттырыу, хужаһыҙ йөрөгән йорт хайуандарының һанын кәметеү өсөн саралар күреү (стерилләү, биркалау, чип-лау).
- Байрамығыҙ уңайынан коллегаларығыҙға теләк-тәрегеҙ ҙә барҙыр?
- Ветеринария хеҙмәте ветерандарын, әлеге хеҙмәткәрҙәребеҙҙе – үҙ эшенең оҫталарын һөнәри байрамыбыҙ айҡанлы ҡотлайым, уларға һаулыҡ, ғаилә именлеге, эш бәхете теләйем.