Быйылғы йылда шашҡан урман янғындары, ҡоролоҡ һәм үҙебеҙҙең вайымһыҙлығыбыҙ сәбәпле ауылдарҙа сыҡҡан янғындар күпме кешенең ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәтен, ҡорған ғына донъяһын күҙ асып йомғансы көл-күмергә ҡалдырҙы.
Мөхтәрәм йәмәғәт! Донъя булғас, төрлө хәлдәр була: йә тәбиғәт катаклизмдары тормошобоҙға үҙ коррективаһын индерә, йә аңдып торған бәлә-ҡазаһы, сир-зәхмәте аяҡтан йыға. Быйылғы йылда шашҡан урман янғындары, ҡоролоҡ һәм үҙебеҙҙең вайымһыҙлығыбыҙ сәбәпле ауылдарҙа сыҡҡан янғындар күпме кешенең ғүмер буйы йыйған мал-мөлкәтен, ҡорған ғына донъяһын күҙ асып йомғансы көл-күмергә ҡалдырҙы. Тажзәхмәт сәбәпле ауырыуҙан миктәгәндәр, дарыу өсөн аҡса еткерә алмай йонсоғандар, бурысҡа батҡандар ҙа юҡ түгел.
Шул уҡ ваҡытта фәҡәт халыҡтың көсө менән төҙөлөп ятҡан “Фурҡан”, Ағиҙел ҡасабаһындағы “Мөжәүир” һәм ауылдарҙағы мәсеттәр – барыһы ла йәмәғәтселектең иңендә, бурысында.
Ошоларҙы иҫәпкә алып, районда Хәйриә фонды булдырылды. Уны булдырыуҙың маҡсаты – муниципаль ра-йон үҫешенә булышлыҡ итеү, ярҙамға ысын мохтаждарҙы хәйриә ярҙамынан ҡалдырмау, бөгөнгө мутлыҡ сәскә атып, бәғзе “оҙон ҡуллы”лар кешенең тинләп, һумлап йыйған аҡсаһын алдыҡ юлы менән тиҙ генә үҙ кеҫәһенә күсерә алған заманда был бик урынлы һәм мөһим.
Сер түгел, быйылғы урман янғындары осоронда ла, беҙҙең бер ҡатлы һәм ярҙамсыл халыҡҡа тиҙләп мөрәжәғәт итә һалып, йәмәғәттән йыйған аҡса менән зым-зыя юҡ булыусылар, ул аҡсаны маҡсатлы тотонмаусылар ҙа булманы түгел. Шуға ла ошо Хәйриә фондын булдырыу – көнүҙәк мәсьәлә.
Фонд булдырылып, унда аҡса йыйылғас, уны ҡасан, кемгә һәм күпме күләмдә ғәҙел итеп бүлеп биреүҙе комиссия хәл итәсәк, сөнки бәләгә тарыған кешеләрҙең туғандары ла, таныш-тоношо ла, уларҙың күргән зыяны ла бер иш түгел – бер үк мәлдә донъялары янып юҡҡа сыҡҡан ике ғаиләнең береһе яңынан донъя ҡорорлоҡ аҡса йыя алһа, икенсеһенә һанаулы ғына һумдар күсеүе лә мөмкин.
Социаль тигеҙлек, ғәҙеллек һәм ярҙамдың урынлы булыуы өсөн дә кәрәк был фонд.
* * *
Полное наименование Фонда: Благотворительный Фонд поддержки социального развития муниципального района Бурзянский район Республики Башкортостан.
Сокращенное наименование Фонда: БФ ПСР Бурзянского района РБ.
Местонахождение (адрес) фонда:
Бурзянский район РБ, с. Старосубхангулово, ул. Ленина, д. 61.
ИНН (фонда) 0218995178
Директор фонда: Хакимов Агзам Сагадатович
Рабочий тел:
8(347 55) 3 62 86.
Факс:
8(347 55) 3 53 53.
Эл. почта:
bursaniks@mail.ru
Расчетный счет фонда:
филиал ПАО «Уралсиб» в г. Уфа 450000 г. Уфа, ул. Революционная, 41, «отделение в с. Старосубхангулово»,
БИК 048073770,
ИНН 0274062111,
КПП 027802001,
ОГРН 1020280000190,
корр.счет№ 30101810600000000770,
р/счет № 40703810100620000022.
Берҙәм булайыҡ, райондаштар!