Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2021, 09:30

Һаумы, мәктәп!

Белем усаҡтары йәнә яңы уҡыу йылына уҡыусыларын йыйҙы. Байназар мәктәбе лә кисерҙе был шатлыҡты. Йола буйынса, тантаналы линейка менән башланды яңы уҡыу йылы.Быйыл Байназар урта мәктәбендә 279 бала белем һәм тәрбиә аласаҡ. 1 класҡа - 12, 11 класҡа 13 уҡыусы барҙы.2020-2021 уҡыу йылында Байназар мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары спорт буйынса юғары уңыштарға өлгәшкәндәр һәм район буйынса спартакиадала 1 урын яулап, күсмә кубокка лайыҡ булғандар.

Һаумы, мәктәп!
Һаумы, мәктәп!

Белем усаҡтары йәнә яңы уҡыу йылына уҡыусыларын йыйҙы. Байназар мәктәбе лә кисерҙе был шатлыҡты. Йола буйынса, тантаналы линейка менән башланды яңы уҡыу йылы.
Быйыл Байназар урта мәктәбендә 279 бала белем һәм тәрбиә аласаҡ. 1 класҡа - 12, 11 класҡа 13 уҡыусы барҙы.


2020-2021 уҡыу йылында Байназар мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары спорт буйынса юғары уңыштарға өлгәшкәндәр һәм район буйынса спартакиадала 1 урын яулап, күсмә кубокка лайыҡ булғандар.

2021-2022 уҡыу йылында белем усағында “Һәр баланың уңышы” федераль милли белем биреү проекты сиктәрендә яңы өҫтәлмә белем биреү йүнәлешендә “Туҡымала һүрәт төшөрөү” һәм “Йәш эколог – краеведтар (тыуған яҡты өйрәнеүселәр) эшмәкәрлеге” исемле түңәрәктәр үҙ эшен башлаясаҡ. Өҫтәлмә белем биреү түңәрәгендә 40-лаған уҡыусыға шөғөлләнеү мөмкинлеге буласаҡ. Яңы белем, ғилем алыу 5-8 класҡа тиклемге уҡыусыларға тәтейәсәк. Мәғариф бүлеге ярҙамы менән тейешле ҡоролмалар алынған да инде. “Был түңәрәктә шөғөлләнеүсе уҡыусыларҙы киләсәктә төбәк, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара профиль сараларында еңеүселәр, призерҙар рәтендә күрербеҙ тигән өмөттәбеҙ”, - тине директор урынбаҫары Гүзәл Хәләф ҡыҙы Сәғитова.


Республика күләмендә уҙғарылған “Йәйләү” профилле онлайн смена сиктәрендә үткәрелгән бәйгеләрҙә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында ҡатнашыусы балаларға бүләктәр тапшырылды.


Район хакимиәте башлығының иҡдисад буйынса урынбаҫары Артур Ғәлин уҡыусыларҙы байрам менән тәбрикләп, беренсе класс уҡыусыларына уҡыу кәрәк-яраҡтары, мәктәпкә ике микрофон, интернатҡа картина бүләк итте.


2А класы уҡытыусыһы Лилиә Науразбаеваға уҡытыу-тәрбиә эшендә өлгәшкән уңыштары өсөн район хакимиәтенең маҡтау ҡағыҙы бирелде.
-Быйылғы 11-ҙәр бик әҙ икән - 13 бөртөк кенә. 54 йыл элек беҙ, 11-ҙәр, 3 класс инек. Һәр класта - 25-әр уҡыусы. Бөгөнгө уҡыусылар тормошта гел алдынғылар рәтендә булһын, мәктәптең, ауылдың данын күтәрһендәр, - тигән изге теләктәр еткерҙе Байназар ауыл хакимиәте башлығы Айрат Салауатов.
Ата-әсәләр исеменән Айгөл Алиханова изге теләктәрен еткерҙе.


Ун берҙәр мәктәп, уҡытыусы тураһында шиғырҙар һөйләне, йырҙар башҡарҙы, матур тамаша сәхнәләштерҙе.
Беренселәр ҙә тасуири итеп шиғырҙар уҡыны, уҡырға, яҙырға өйрәнергә, тырыш, аҡыллы булырға, дәрестәргә һуңламаҫҡа ант бирҙе. Уларға белем иленең “тылсымлы асҡысы” һәм “Әлифба” тапшырылды.


Быйыл тәүге ҡыңғырауҙы уҡыуҙа, йәмәғәт эштәрендә, спорт өлкәһендә лә алдынғы уҡыусылар Фирүзә Салауатова менән Илфир Зәйнуллин сыңлатты. Һуңынан ун берҙәр бәләкәс дуҫтарын етәкләп белем иленә алып китте.


Шулай итеп, уҡыусылар йәйге оҙон ялдан һуң яңы уҡыу йылына аяҡ баҫты. Йәй буйы улар мәктәптең йәшелсә-емеш баҡсаһында тырышып хеҙмәт иткән. 5 гектар ерҙә картуф, кәбеҫтә, кишер, сөгөлдөр һ.б. йыл буйына етерлек йәшелсә үҫтергәндәр.


Быйыл мәктәп интернатына Байназар мәктәбенең филиалдары: Мораҙым, Яуымбай, Мәһәҙейҙән һәм шулай уҡ Нәби, Ҡолғана ауылдарынан 50-гә яҡын бала килгән.
Коллективта 33 уҡытыусы белем бирә. 10 класта быйыл өҫтәп универсаль профиль асылған.
Яңы уҡыу йылы яңы уңыштарға илтһен!

Һаумы, мәктәп!
Һаумы, мәктәп!
Һаумы, мәктәп!
Һаумы, мәктәп!
Һаумы, мәктәп!
Автор:Айгиз Буранғолов.
Читайте нас: