Һеҙҙе Белем көнө һәм яңы уҡыу йылы башланыу менән ҡайнар ҡотлайым!
Белем көнө һәр беребеҙҙең тормошонда иң матур һәм сағыу байрамдарҙың береһе. Сөнки шатлыҡлы мәктәп йылдары барыһының да хәтерендә һаҡлана, һәр кем уны оло яуаплылыҡ менән ҡаршы ала.
Иң беренсе сиратта, бөгөн белем тауының тәүге баҫҡысына аяҡ баҫҡандарҙы – беренсе класс уҡыусыларын ҡайнар ҡотлайым! Яҡшы билдәләр алып, тырышып уҡыуҙарын теләйем!
Барлыҡ уҡыусыларға белем баҫҡыстарын яулауҙа ныҡышмалылыҡ, ата-әсәләргә - именлек һәм балаларының бәхетле киләсәгенә ышаныс, ә уҡытыусыларға ижади уңыштар теләйем!
Яңы уҡыу йылы Һеҙҙең өмөттәрегеҙҙе аҡлаһын һәм яңы белемдәр менән байытһын! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек юлдаш булһын!