Йәмғиәт
31 Август 2021, 05:30

Кәңәшмәнән – эшкә

27 августа мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтеп, унда үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһалды, киләһе уҡыу йылына маҡсат-бурыстар билдәләнде.

Кәңәшмәнән – эшкәКәңәшмәнән – эшкә
Кәңәшмәнән – эшкә

27 августа мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август кәңәшмәһе үтеп, унда үткән уҡыу йылына йомғаҡ яһалды, киләһе уҡыу йылына маҡсат-бурыстар билдәләнде.

Кәңәшмәлә район хакимиәте башлығы Ғ. Манапов, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министры, яҡташыбыҙ Ә. Шафиҡова, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары А. Бейембәтов, З. Әлибаев, Бөтә Донъя башҡорттары Ҡоролтайы вәкиле Д. Ғәйнуллин, БР Фән һәм мәғариф министрлығынан вәкил Р. Бикҡужина ҡатнашты.
Ҡунаҡтарҙы уҡыусылар дәртле бейеү менән ҡаршылағас, улар район мәҙәниәт һарайының фойеһындағы күргәҙмәләрҙе тамаша ҡылды.
Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусыларының йырлы-шиғырлы тәбрик һүҙенән һуң кәңәшмә эшен башланы.


Район хакимиәте башлығы Ғ. Манаповтың ҡотлау һәм фатиха һүҙенән һуң район мәғариф бүлеге начальнигы И. Сәйфитдинов үткән уҡыу йылына ентекле анализ яһаны.
Ә. Шафиҡова Республика Башлығы Р. Хәбировтың кәңәшмәгә ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе һәм республика мәғарифына ҡыҫҡаса байҡау яһаны.

Әминә Ивний ҡыҙы Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусыһы Г. Ғәбитоваға (1-се биттәге һүрәттә), Килдеғол мәктәбе уҡытыусыһы Р. Исхаҡоваға “Башҡортостан Республика-һының мәғариф отличнигы” билдәһен тапшырҙы.


БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты А. Бейембәтов та, кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы ҡотлап, балаларға экологик тәрбиә биреүҙәге айырым уңыштары өсөн Байназар мәктәбе уҡытыусыһы Ф. Мөхәмәтйәновҡа, Байғаҙы мәктәбе уҡытыусыһы М. Фәйзуллинаға, Яуымбай мәктәбе уҡытыусыһы Ф. Ғиззәтуллинға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы вәкиле Д. Ғәйнуллин, бик рухлы һәм урынлы сығыш яһап, Әтек мәктәбе уҡытыусыһы З. Хәкимовҡа, Яңы Собханғол мәктәбе уҡытыусыһы Г. Ҡолдобаеваға, Брәтәк мәктәбе уҡытыусыһы Г. Йәрмөхәмәтоваға Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының бүләктәрен, Маҡтау ҡағыҙын тапшырҙы.


БР Фән һәм мәғариф министрлығы вәкиле Р. Бикҡужина ҡулынан Башҡортостан Республикаһы Фән һәм мәғариф министрлығының Маҡтау ҡағыҙҙарын Иҫке Собханғол мәктәбе директоры урынбаҫары, тарих уҡытыусыһы Г. Аҙанғолова, Иҫке Собханғолдағы 1-се һанлы балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Ә. Ҡолдәүләтова, Иҫке Монасип мәктәбе уҡытыусыһы А. Ҡотлобаев, Бәләкәй Ҡыпсаҡ мәктәбе уҡытыусыһы Г. Насыровалар алды. Министрлыҡтың Рәхмәт хаттары район мәғариф бүлеге методисы Н. Шәриповаға, әйҙәүсе белгес Ә. Сафинаға, Иҫке Собханғолдағы мәктәп-баҡса уҡытыусыһы С. Ишкининаға, район мәғариф бүлегенең МЦЦО методисы А. Исҡужинға ла тапшырылды.


БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БР Яҙыусылар союзы рәйесе З. Әлибаев туған телдә ижад итеүсе йәштәрҙең аҙайыуы хаҡында борсолоп һөйләне.
Район хакимиәте һәм Советының Маҡтау ҡағыҙына Иҫке Собханғол мәктәбе уҡытыусылары Ф.Малакаева, О.Рябова, Иҫке Монасип мәктәбе уҡытыусыһы Р.Ҡарағолов, Ғәҙелгәрәй мәктәбе уҡытыусыһы Н.Билалова, Ҡотан башланғыс мәктәп – баҡса директоры З.Хөснөтдинова, Килдеғол мәктәбе тәрбиәсеһе З.Шәкировалар лайыҡ булды.


Бер нисә педагогҡа район мәғариф бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды. Юбиляр педагогтар ҙа сәхнә түренә сығып тәғәйен бүләген алып, рәхмәт һүҙҙәренә ҡойондо.

Белем усаҡтарын яңы уҡыу йылына әҙерләүҙә урта мәктәптәр араһында 1-се урынға - Иҫке Собханғол (Ә. Әбдрәхимов), 2-се урынға – Әбделмәмбәт (И. Үтәбаев), 3-сө урынға Аҫҡар мәктәбе (И. Йәрмөхәмәтов) лайыҡ тип табылды. Төп мәктәптәр араһында 1-се урын – Ғәлиәкбәр мәктәбендә (С. Ишмөхәмәтова), 2-се урын – Ағиҙел ҡасабаһы мәктәбендә (Ғ. Теләүбаев), Тимер мәктәбендә (М. Баймырҙина); 3-сө урында – Яңы Усман (И. Ишморатов), Яңы Собханғол (Ф. Кинйәбаев). Башланғыс мәктәп-баҡсалар араһында 1-се урында – Әбделмәмбәт (Г. Ҡарамышева), 2-се урында - Ҡотан (З. Хөснөтдинова), 3-сө урында Ҡурғашлы (Л. Маликова).

Спартакиада һөҙөмтәләре буйынса күсмә кубок һәм 1-се урын – Байназарҙа, 2-се урын – Әбделмәмбәттә, 3-сө урын – Иҫке Собханғолда.
Эйе, уңыштар барланды, проблемалар әйтелде, осоштар тикшерелде, алға бурыстар ҡуйылды – төклө аяғың менән, яңы уҡыу йылы!

Кәңәшмәнән – эшкә
Кәңәшмәнән – эшкә
Кәңәшмәнән – эшкә
Автор:А. ҒАРИФУЛЛИНА.
Читайте нас