Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2021, 09:30

ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Хөрмәтле райондаштар! Әгәр ут сыҡҡанын, шикле төтөн күреп ҡалһағыҙ, шунда уҡ 101, 112 һандарына шылтыратырға онотмағыҙ!Ут менән һаҡ булайыҡ!

ИЛ ӨҪТӨНДӘ  НИҘӘР БАР?
ИЛ ӨҪТӨНДӘ НИҘӘР БАР?

Хөрмәтле райондаштар! Әгәр ут сыҡҡанын, шикле төтөн күреп ҡалһағыҙ, шунда уҡ 101, 112 һандарына шылтыратырға онотмағыҙ!
Ут менән һаҡ булайыҡ!

Демография
Үткән аҙна “5”-леләргә бай булған: 5 бала тыуған, 5 яңы ғаилә барлыҡҡа килгән һәм, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 5 райондашыбыҙ донъя менән бәхилләшкән. Шуныһы ҡыуаныслы – өсөнсө аҙна рәттән айы-рылышыу осраҡтары теркәлмәгән.


01 хәбәр итә
Иҫке Собханғолда Алағуян йылғаһы яры буйында йығылып ятҡан ағасҡа ут тоҡанып киткән. Йәнә урман эсендә лә ут тоҡаныу осрағы булған.
Хөрмәтле райондаштар! Әгәр ут сыҡҡанын, шикле төтөн күреп ҡалһағыҙ, шунда уҡ 101, 112 һандарына шылтыратырға онотмағыҙ!
Ут менән һаҡ булайыҡ!


02 хәбәр итә
Августың 23-өнән 30-ына тиклемге ваҡыт эсендә район буйынса эске эштәр бүлексәһенә енәйәттәр һәм хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында 61 мөрәжәғәт булған. Улар иҫәбендә законһыҙ ағас ҡырҡыу (5), урман янғыны хаҡында хәбәр (1), дауаханаға алып барыу (3), кешегә тән йәрәхәттәре һалыу (1), сит мөлкәткә зыян килтереү (1), ғаилә низағы (2), битлек режимын боҙоу (1), административ күҙәтеүҙән тайпылыу (3) һәм башҡалар бар.


Йәмғиәт тәртибен һаҡлау нарядтары тарафынан 71 протокол төҙөлгән. Шул иҫәптән ЮХХДИ йүнәлешендә – 60.

Автор:Т. БАҺАУЕТДИНОВА.
Читайте нас: