

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Ветеринария хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлайым!
Бөгөнгө көндә беҙҙең районда 11 ветеринар участкаһы бар. Уларҙың тырышлығы менән район биләмәһендә тотороҡло эпизоотик хәл һаҡлана, төрлө ауырыуҙарҙың киң таралыуына юл ҡуйылмай. Районда үткәрелгән ветеринария сараларының уңышы, халыҡтың биологик таҙа аҙыҡ-түлек менән туҡланыуы, сәләмәтлеге лә һеҙҙең намыҫлы хеҙмәткә, үҙ бурыстарығыҙҙы теүәл үтәүегеҙгә бәйле. Киләсәктә лә үҙ бурыстарығыҙҙы ҙур яуаплылыҡ менән башҡарырһығыҙ тип ышанам. Һеҙгә һәм Һеҙҙең яҡындарығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, эшегеҙҙә уңыштар һәм яҡшы һөҙөмтәләр теләйем!